Бөгөн «Газпром нефтехим Салауат» тауар бензины сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Ошо маҡсатта 2017 йылдың май айында пентан-гексан фракцияһын изомерлау ҡоролмаһы сафҡа индерелә. Француз компанияһы лицензияһы буйынса төҙөлгән производствола тауар бензинын алыу өсөн иң яңы технологиялар ҡулланыла.
- Яңы ҡоролма төҙөлгәс, 5-се клас-лы (92-се һәм 95-се марка) тауар бензиндарын сығарыу айына 50-60 тоннанан 100-110 тоннаға тиклем артты. Ҡоролма бер йылдан ашыу сафта. Уның эшенә, технологик режимына, сығарылған тауарҙың сифатына бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ. Эш яйға һалынған, бөтә пландар, билдәләнгән бурыстар үтәлә. Был ҡоролманының эше киләсәктә лә сифатлы мотор яғыулығын сығарыуға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ. Изомерлау ҡоролмаһы сафҡа индерелгәндән алып тулы ҡеүәттә эшләй, технологик регламент талаптарына ярашлы сәғәтенә 52 тонна сығарыла. Артабан да уны ошо уҡ режимда эшләтергә планлаштырабыҙ, - ти нефть эшкәртеү заводының техник директоры Ринат Ғөбәйҙуллин.
Яңы объекттың экологик йәһәттән дә ыңғай яғы бар. Көкөрт ҡушылмаларының әҙ булыуы тирә-яҡ мөхиткә зыянды күпкә кәметә.
- «Газпром нефтехим Салауат»тың инвестицион программаһы бөгөнгө көнгә 150 млрд һум тәшкил итә. Һуңғы 15 йыл эсендә беҙ 11 ҡоролманы һәм производствоны сафҡа индерҙек. Һуңғыларынан изомерлау ҡоролмаһы. Ул тауар бензинын сығарыуҙы арттырыуға мөмкинлек бирҙе һәм бының менән беҙ дүрт яҡлы килешеү сиктәрендә дәүләт менән билдәләнгән бурыстарҙы үтәйбеҙ. Алдағы пландар иҫәбендә - нефть һәм газ конденсатын эшкәртеүҙе күбәйтеү һәм бензин, дизель фракциялары сифаттарын яҡшыртыу. Экология өлкәһендә лә ҙур күләмле программа бар - ул таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү. Проекттың хаҡы 7 млрд һумға тиң. Әлеге ваҡытҡа 4 млрд һум финансланған, - ти «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры Рөстәм Ғәлиев.