Битумдарҙың ГОСТ буйынса яңы стантдарттары 2015 йылда Евразия иҡтисади комиссияһы тарафынан раҫлана. Документ продукттың түбән температуралы характеристикаларына талаптарҙы ҡәтғиләштерә. Унда битумдарҙың тотороҡлоғона ҙур иғтибар бирелә.
70/100 маркалы юл битумын үҙләштереү өсөн нефть эшкәртеү заводының 18-се цехында ҡоролма һәм К-1, К-2 колонналарының эске ҡорамалдары алыштырыла, режим күрһәткестәре үҙгәртелә, тиҫтәләгән анализдар уҙғарыла. Эштәр лаборатория-аналитика идаралығы һәм “Салауатнефтеоргсинтез” фәнни-техник үҙәк менән берлектә башҡарыла.
2017 йылда нефть юл битумы ГОСТ сифатына яраҡлылыҡҡа декларация процедураһын үтә, сертификат алына. 2018 йылда яңы тауарҙың тәүге партиялары етештереп ҡарала башлай. Март айында тәүге һатып алыусылар барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан, Татарстан, Марий Иле республикалары, Ҡурған, Силәбе өлкәләре компанияларына 2,5 мең тонна битум оҙатылған. Уны тағы ла сифатлыраҡ итеү буйынса эш дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ГОСТ буйынса яңы 100/130 маркалы битум төрөн сығарыуға әҙерләнә.
- Яңы һәйбәт сифаттарға эйә булған битум етештереү өсөн компанияла ҙур эш башҡарылды, производствоның технологик режимы яңынан көйләнде. Бөгөн беҙҙең продукт юл төҙөлөшөндә, шул иҫәптә федераль тәғәйенләнештәге юлдарҙы һалыуҙа ҡулланыла, - тип белдерәләр “Газпром нефтехим Салауат” етәкселегендә.