Кәңәшмәлә компанияның ғилми-техник үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре хаҡында һүҙ барҙы. Компанияның йәш хеҙмәткәрҙәре докладтар менән сығыш яһаны. Мәҫәлән, әйҙәүсе инженер Иван Прахов электр күсергесле машина агрегаттарының интеллектуаль диагностикалау системаһы тураһында һөйләне. Таҙартыу ҡоролмаһының инженер-механигы Вадим Семендяев битум үҙенсәлектәрен яҡшыртыу хаҡында телмәр тотто. Ә инженер-технолог Гөлназ Зиннәтуллина предприятиела дизель яғыулығының ҡулланыу характеристикаларын һәйбәтләтеү буйынса һүҙ алып барҙы. Был доклад комитет вәкилдәрен үтә лә ҡыҙыҡһындырҙы. Ул “Мономер“ заводы продукттарынан алынған дизель яғыулығы өҫтәмәләрен ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Ул яғыулыҡтың түбән темпера-тураға сыҙамлылығын һәм һыланыу үҙенсәлектәрен яҡшырта. Производствоның мәғлүмәт системалары буйынса белгесе Эдуард Михайлов PI System нигеҙендә технологик процесты контролдә тотоуҙың автоматлаштырылған системаһы буйынса доклад әҙерләгәйне.
- Докладтар ҡыҙыҡлы һәм беҙҙең өсөн актуаль. Бының менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ. Беҙҙә йәш белгестәр советы, баш технолог идаралығында төркөм эшләй. Компания хеҙмәткәрҙәре ҡыйыу рәүештә унда мөрәжәғәт итә ала. Иң яҡшы эштәр һайлап алынып хеҙмәттәшлек булдырыласаҡ. Сентябрҙә беҙ компанияның 70 йыллығына арналған ҙур йыйынтыҡ сығарырға әҙерләйбеҙ, был эштәрҙе унда индерәсәкбеҙ, - ти фәнни эштәрҙе ҡараусы комитет ағзаһы, баш технолог идаралығы начальнигы Рөстәм Зиннуров.