газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
2 Апрель 2018, 12:28

Юғалтыуҙарһыҙ эшләү һөҙөмтәне арттыра

Энергияны һаҡлау, ошо йәһәттән һөҙөмтәле технологияларҙы үҫтереү - республика, тотош ил күләмендәге мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Күп кенә предприятиеларҙа ҡорамалдарҙың иҫкереүе, туҙыуы ғәйәт ҙур юғалтыуҙарға алып килә, юғары тарифтар ҙа ошоға бәйле. Дөйөм донъя сәйәсәте энергия ресурстарын һаҡсыл тотоноуҙы, бушҡа сарыф итмәүҙе күҙ уңында тота. Беҙ ҙә заман менән бергә атлай башланыҡ. Салауат ТЭЦ-ы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейы йылында энергетик ҡоролмаларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса ҙур эш алып бара.

18-се комбинат һәм ҙур булмаған эшселәр ҡасабаһы өсөн төҙөлгән йылылыҡ магистраль үҙәге был йылдар эсендә төбәк энергияһы системаһының мөһим объектына әйләнә. Бөгөн Салауат ТЭЦ-ы - «Башҡортостан генерациялау компанияһы» йәмғиәте филиалы. Уның электр ҡеүәте 180 МВт, йылылыҡ ҡеүәте сәғәтенә 526 Гкал тәшкил итә. 65 йыл буйына станция 83,6 млрд кВт - сәғәт электр энергияһы етештереп сығарған, ҡулланыусыларға 240 млн Гкал йылылыҡ энергияһы ебәргән.

Төрлө йылдарҙа йылылыҡ-электр үҙәгенә яңы технологиялар индерелә, ҡайһы берҙә Салауат ТЭЦ-ы уларҙы илдә тәүгеләрҙән булып та ҡуллана башлай. Мәҫәлән, эҫе һыу менән тәьмин итеү селтәрендә вакуумлы деаэратор сафҡа индерелә. Тап беҙҙең ҡала предприятиеһында һыуҙың ҡатылығын тотороҡландырыусы ысул беренселәрҙән булып файҙаланыла башлай. Бер нисә йыл элек яңы газ торбалары һәм сәғәтенә 300 мең нормаль куб метр етештереүсәнлеге менән газ таратыу пункты сафҡа инә. Улар станцияның артабанғы үҫешенә һәм уның ҡеүәттәрен күтәреүгә мөмкинлек бирә.

Энергия һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән эштәр предприятиела 2018 йылда ла дауам итә. Фәнни-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ программалары буйынса селтәр насосына инновацион вентиль-индукторлы көйләнеүсе электр двигателен индереү планлаштырыла. Ул быға тиклем ҡулланылып килгән оҡшаш ҡоролмаларҙан электр энергияһын әҙ ҡулланыуы һәм башҡа өҫтөнлөктәре менән айырыла.

Инвестицион программаға ярашлы 7-се турбогенератор-ҙағы капиталь ремонт башҡарылғанда юғары һәм түбән баҫымлы роторҙар, юғары баҫымлы цилиндрҙың деталдәре алмаштырыласаҡ. Был проектҡа 140 млн һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеү күҙаллана. Уны тормошҡа ашырғандан һуң сағыштырма сығым сәғәтенә 10г/квт тәшкил итәсәк.

Салауат ТЭЦ-ы коллективы 4-се градирняны яңыртыуҙы ла планлаштыра. Ул предприятиеның циркуляция системаһындағы һыу юғалтыуын кәметеүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ ойошма алдында 11-12-се пар ҡаҙандарында ҡайһы бер торба үткәргес өлөштәрен алыштырыу бурыстары тора.
Читайте нас: