Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
29 Ғинуар 2018, 12:52

Ҡала йәмғиәте үҫеш юлында

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте былтыр автомобиль бензинын етештереүҙе арттырған. Ошо көндәрҙә компания үҙенең 2017 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте былтыр автомобиль бензинын етештереүҙе арттырған. Ошо көндәрҙә компания үҙенең 2017 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Ҡалабыҙҙың ғына түгел, илдә нефть эшкәртеү өлкәһендә иң эре предприятиеларҙан булып иҫәпләнгән «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең продукциялары эске баҙарҙа ҙур һорау менән ҡуллана. Шулай уҡ ул экспортҡа ла бик күп тауар ебәрә. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, нефть химияһы комплексы 6,5 млн тонна углеводород сеймалын эшкәрткән. Компания үҙенең эшендә тулыһынса «Газпром» предприятиеларының сеймалын файҙалана. 2016 йылда Әстрхан мазутын эшкәртеү схемаһы тормошҡа ашырыла башлай. 2016 йыл аҙағына ул 8 мең тонна ғына эшкәртелһә, 2017 йылда күрһәткес 281 мең тоннаға етә. Бынан тыш, беҙҙең ҡала предприятиеһы көнбайыш-себер нефтен «Газпром нефть»тең Цари-чанск ятҡылығындағы еңелерәк неф-тенә алыштыра. Былтыр компанияның сеймалында газ конденсаты өлөшө лә күбәйгән. Уны эшкәртеү 8 процентҡа артып, 4 702 105 тонна тәшкил иткән. Тап ошо газ конденсатын эшкәртеү һәм пентан-гексан фракцияһын изомерлауҙың яңы ҡоролмаһын тейешле технологик режимға күсереү автомобиль бензинын етештереүҙе 53,7 процентҡа арттырыуға, йәғни 916 107 тоннаға еткереүгә булышлыҡ иткән.

Баҙарҙағы ыңғай шарттар плас-тификатор, дваэтилгексанол, пропилен, бутилен-бутадиен фракциялары кеүек нефть химияһы һәм карбамид кеүек газ химияһы продукцияларын сығарыуҙы күбәйтеүгә мөмкинлек биргән.

2017 йылда сафҡа ингән акрил кислотаһы етештереү буйынса завод 57 202 тонна акрил кислотаһы, 68 728 тонна бутилакрилат, 14 481 тонна боҙло акрил кислотаһы сығарған.


Читайте нас: