газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Новости
8 Сентября 2025, 04:30

Көслөләр спорты

«Салауат - чемпиондар ҡалаһы» проекты сиктәрендә бер нисә тиҫтә интервью эшләнде, йөҙләгән архив фотоһүрәттәре ҡаралды, видеолар төшөрөлдө. Уның һөҙөмтәһе булып гәзиттең сайтында Салауат спортының энциклопедияһына оҡшашыраҡ материалдар баҫтырылды, бер нисә өлөштә сағыу календарь ҙа сығарылды. Винер Сәйетов, Дмитрий Безносов һәм Александр Анисимов «Быуындар чемпиондары: ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр тарихы» календарының август айы геройҙары булды.

Беҙҙең ҡалала пауэрлифтинг секцияһы «Салауат» спорт мәктәбе базаһында эшләй. «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» тип аталған проектты төшөрөргә тренер Винер Сәйетов тәрбиәләнеүселәре Дмитрий Безносов һәм Александр Анисимов менән килде.

Спорт төрө тураһында.

Айырым спорт төрө булараҡ пауэрлифтинг үткән быуаттың 1940-1950 йылдарында барлыҡҡа килә. Уның төп хәрәкәттәре ауыр атлеттарҙың күнекмә комплексынан алынған. Пауэрлифтингты үҙҙәрен еңергә, физик мөмкинлектәрен тикшерергә һәм формаһын яҡшыртырға теләүселәр һайлай.

Винер Сәйетов фекеренсә, еңеүҙәр һәм наградалар - яҡшы, әммә был иң мөһиме түгел.

- Беҙҙең бурыс - мускул структураһын нығытыу. Бөтә мәғәнә шунда, - ти тренер.

Дмитрий Безносов пауэрлифтинг секцияһына аңлы рәүештә килә.

- Спорт менән ун йәштән шөғөлләнәм, мәктәп секцияларына йөрөнөм. Ә пауэрлифтингҡа 15-16 йәштәрҙә килдем. Был аңлы һайлау булды, мине физик көс үҫеше ҡыҙыҡһындырҙы. Ауыр атлетика техник яҡтан күпкә талапсаныраҡ, күнекмәләргә көн һайын йөрөргә кәрәк. Ә мин ул ваҡытта каратэ менән шөғөлләнә инем һәм күп ваҡытымды уҡыуға бағышланым. Был йәһәттән пауэрлифтинг күп ваҡыт талап итмәй, был спорт төрө менән шөғөлләнеү оҡшаны. Беренсе миҙалымды ҡала ярыштарында еңгәндән һуң алдым. Минең өсөн иң ҡәҙерлеһе - 2018 йылдағы Башҡортостан Республикаһы Беренселеге. Был ярыштарҙа көрәш бик етди барҙы, мин иң ҙур күтәрелгән ауырлыҡ суммаһын күрһәттем. Бына шундай шәхси рекорд. Башҡа бындай һөҙөмтәгә өлгәшә алманым. Спорт мастерлығын үтәп булманы, дөрөҫөрәге, үтәргә бара алманым. Шул күңелде өйкәп тора, - ти Дмитрий Безносов.

Александр Анисимовтың юлы башҡасараҡ була. Уның йөрәге футболды үҙ итә.

- Мин һәр ваҡыт спорт: футбол, өҫтәл теннисы менән шөғөлләндем, хатта бал бейеүҙәренә йөрөнөм. Уҡыу менән мәшғүл булғанда туҡтап торҙом. Шул ваҡытта дуҫтарым мине спортҡа кире ҡайтарырға ҡарар итте. Улар ауыр атлетика менән шөғөлләнә ине, һуңынан пауэрлифтингҡа күсте. Шулай 14 йыл ошо секцияға йөрөйөм. Тәүге еңеүҙәрем ҡала кимәлендә булды. Тәүге ҙур ярыштарҙа 2014-2015 йылдарҙа еңдем, шунда уҡ спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәнем һәм үҫмерҙәр араһында Башҡортостандың абсолют чемпионы булдым. Хәҙер йәшем һәм ғаилә шарттары арҡаһында улай йыш шөғөлләнмәйем. Әммә тренер мөрәжәғәт итһә, һәр ваҡыт ярыштарҙа ҡатнашам. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәйҙә был спорт төрө популярлаша бара. Пауэрлифтингҡа ҡыҙҙар ҙа килә. Кешеләрҙең буш ваҡытын спортҡа бағышлауы шатландыра, - ти Александр Анисимов.

- Пауэрлифтинг - техник яҡтан ҡатмарлы спорт төрө түгел. Шуға күрә уның менән һәр кем шөғөлләнеп ҡарай ала. Иң ҡатмарлыһы - ҙур ауырлыҡты күтәреү. Әммә тап күнекмәләр тәнде шундай көсөргәнешкә әҙерләй. Пауэрлифтингта көслө булырға кәрәк, - ти Александр Анисимов.

- Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмаһаң, пауэрлифтингта йәрәхәттәр алыу хәүефе юҡ, - тип һүҙгә ҡушыла Дмитрий Безносов. -Һәр ерҙәге кеүек, күнекмәләргә һәм сығыштарға уйлап ҡарарға кәрәк. Ә йәшлеккә һәм уңышҡа ғына ышанһаң, йәрәхәттәрҙән ҡотолоп булмай. Шул уҡ ваҡытта пауэрлифтинг, башҡа спорт кеүек үк, бик дисциплиналы һәм ауырлыҡтарҙы, уңышһыҙлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтә.

Дилә АБДУЛЛИНА.

Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:
Читайте нас