«Салауат - чемпиондар ҡалаһы» проекты сиктәрендә бер нисә тиҫтә интервью эшләнде, йөҙләгән архив фотоһүрәттәре ҡаралды, видеолар төшөрөлдө. Уның һөҙөмтәһе булып гәзиттең сайтында Салауат спортының энциклопедияһына оҡшашыраҡ материалдар баҫтырыла, бер нисә өлөштә сағыу календарь ҙа сығарыла. «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» акцияһы календарь биттәрендә иң боронғо һәм иң йәш спорт төрҙәрен, иң көслө спорт мәктәптәрен, чемпиондарҙы һәм йәш йондоҙсоҡтарҙы йыя. Фотосессияға чемпиондар проект өсөн махсус эшләнгән брендлы футболкаларҙа килде. «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» календарының февраль айы геройҙары - Фәнил Һәм Хәлил Кирәйевтар.
«Алмаз» бассейнына Фәнил Кирәйевты атаһы Хәлил Фазлый улы бәләкәй сағында алып килә. Һуңыраҡ малай тренер Вячеслав Урюпиндың дәрестәренә йөрөй башлай.
- Атайыма мине бассейнға алып килгәне, ә тренерыма - йөҙөүгә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт. Тап уның арҡаһында яҙмышымды спорт менән бәйләргә ҡарар иттем, - тип уртаҡлаша Фәнил Кирәйев.
Фәнил Кирәйев 1986 йылда Салауат ҡалаһының 12-се мәктәбен тамамлай. Һуңынан Баҡы юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына штурман бүлегенә уҡырға инергә ниәтләй. Әммә үпкәһенә һалҡын тейҙереү сәбәпле, хыялы тормошҡа ашмай, икенсе йылға килерһең, тиҙәр. Вячеслав Урюпин үҙендә бер йыл тренер булып эшләп торорға тәҡдим итә.
- Шулай бассейнда эшләй башланым. Һуңынан армияға киттем. Унан әйләнеп ҡайтҡандан һуң тренерлыҡ эшемде дауам иттем, - ти Фәнил Кирәйев. - Тәүге йыйған төркөмөм һаман булһа иҫемдә. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән һаман бәйләнеш тотабыҙ. Барыһы ла бынамын тигән белгестәр булып киттеләр: кемдер осоусы, кемдер хәрби, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Уҡыусыларымдың береһе Валентина Кулагина уңышлы тренер булып китте. Әле ул «Алмаз» бассейнында эшләй, спорт мастерҙарын тәрбиәләй. Эшемде дауам итеүселәр булыуына бик шатмын.
«Алмаз» бассейнында Фәнил Кирәйев 2009 йылға тиклем эшләй. Һуңынан тренер Хәниф Шафиҡовтың саҡырыуы буйынса эшкә яңы асылған «Алтын балыҡ» бассейнына күсә.Тап шунда ул беренсе тапҡыр сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләй башлай.
- Андрей Николаев менән осрашыуым - яҙмыш. Уның әсәһе менән беренсе һөйләшеүҙе һаман иҫләйем. 2005 йыл ине. Миңә килеп, улын төркөмгә алмауҙарын әйтте, бик ҡайғырҙы. Шунда уҡ Андрейҙы үҙемә алырға ҡарар иттем. Ул башҡа балалар менән бер рәттән йөҙҙө, иркәләтмәнем, яҡламаным. «Көсөң етһә - эшлә» тип кенә әйтә торғайным. Андрей - алсаҡ, ихлас егет, балалар ҙа уға яҡшы мөнәсәбәттә булды, ваҡыты менән егеттең сәләмәтлеге буйынса ниндәйҙер проблемалары булыуын да онота инек, - тип һөйләй Фәнил Кирәйев.
Артабан Фәнил Кирәйев менән Андрей Николаевты тәүге ярыштар - республика инвалидтар спартакиадаһы көтә.
- Андрей миҙалын нисек кейгәйне, юл буйына уны сисмәне, - ти йылмая тренер. - Барыһы ла шулай башланды. Андрей бөтә көсөн күнекмәләргә һалды, бер нимәгә ҡарамаҫтан, алға ынтылды. Һыуҙа ғына түгел, тренажер залында ла шөғөлләнде. Һуңынан тырышлығы һөҙөмтәләр бирә башланы. Тәүҙә ул Рәсәй беренселеге призеры, һуңынан чемпион булды. Андрей - бик һәләтле егет, ул Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Токиолағы Паралимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы һәм көмөш призеры, Париждағы Паралимпия уйындарының бронза призеры.
Талантлы егет һәм уның тренеры тураһында бөтә Салауат белә. Шуға ла сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре тап ошо бассейнға мөрәжәғәт итә.
- Балалары менән шөғөлләнеүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт иткән ата-әсәнең һәр ҡайһыһына ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Хатта күнекмәләргә ваҡытым етмәгәндә лә, уларға ябай күнегеүҙәр күрһәтеп, уларҙы балалары менән аҙнаһына ике-өс тапҡыр эшләргә ҡуша инем, - ти Фәнил Кирәйев. - Әле миндә ике бәләкәй бала һәм бер өлкән егет шөғөлләнә.
Тренер булып эшләгән осорҙа Фәнил Кирәйев күп спортсылар тәрбиәләй.
- Әлеге көндә минең төркөмдә 17 кеше шөғөлләнә, шул иҫәптә Ульяна Фидоренко. Бик тырыш, ныҡышмал ҡыҙ. Күптән түгел Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәне, - ти Фәнил Кирәйев.- Тренерҙың төп бурысы - ысын кеше тәрбиәләү. Балаларҙы сәләмәт тормош алып барырға, дөрөҫ фекерләргә һәм14:30эш итергә, үҙ эшеңә яуаплы ҡарарға өйрәтеү мөһим.
Беҙ Фәнил Кирәйевтан Парижға Паралимпия уйындарына барыу тураһында һорамай булдыра алманыҡ, унда Андрей Николаев бронза призер булды.
- Спорт һәм сәйәсәт бер-береһенә бәйле. Беҙ дипломат булырға тырышабыҙ. Бурысыбыҙ - спорт аренаһында көрәш. Францияға сәйәхәтебеҙҙе күптәрҙең баһаламауын беләм. Шуны билдәләп үтәм, беҙ үҙ эшебеҙ менән шөғөлләндек һәм бының өсөн беҙгә эшебеҙҙе дауам итергә рөхсәт бирелде. Был мәсьәлә менән Рәсәй Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков шәхсән шөғөлләнде. Һөҙөмтәбеҙҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин да баһаланы - Андрейҙы II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ә был, минеңсә, күп нәмә тураһында һөйләй, - тине Фәнил Кирәйев.
Әлеге ваҡытта Фәнил Кирәйев Һәм Андрей Николаев Сингапурҙа үтәсәк Донъя чемпионатына әҙерләнә. Талантлы спортсы һәм уның остазы был юлы ла үҙҙәрен күрһәтер, тип ышанабыҙ!
Спортҡа һөйөү - бала саҡтан.
Фәнил Кирәйевты спорт менән, тәү сиратта, уның атаһы Хәлил Кирәйев дуҫлаштыра. «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» проекты календары битендә лә ике спортсы, ике көслө рухлы кеше Фәнил һәм Хәлил Кирәйевтар йәнәш, иңгә-иң терәшеп баҫып тора.
Хәлил Кирәйев Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында тыуған.
- Спорт менән бәләкәйҙән шөғөлләндем, - тип һөйләй Хәлил Фазлый улы. - Спорт тип инде, саңғыла йөрөнөм. Ауылда шунан башҡа ҡышҡы спорт төрөн белмәнек. Етенсе класта мине мәктәп командаһы составына индерҙеләр. Мәктәп уҡыусылары араһында район кимәлендә ярыштарҙа ҡатнаштым һәм тиҙ арала икенсе өлкәндәр разрядын үтәнем. 1961 йылда Салауатҡа килгәс, дөйөм ятаҡта йәшәнем. Бүлмәләштәрем көрәш менән шөғөлләнгән егеттәр ине. Улар ошо спорт төрөн һынап ҡарарға тәҡдим итте, был спорт төрөнөң самбо тип аталыуын аңлатты. Тренерым Эмиль Фәйзуллин булды, шулай ылығып киттем. Беренсе тапҡыр ҡала беренселегендә еңеү яуланым һәм Башҡортостан беренселегенә барҙым. Тик унда көрәш буйынса Башҡортостан чемпионынан еңелеп, икенсе урын алдым. Шунда тренерым, еңгәнсе алға барасаҡбыҙ, тине. Республика беренселегендә алдынғылыҡҡа сыҡҡас, мине Башҡортостан йыйылма командаһы составына индерҙеләр һәм Ленинградҡа Бөтә Рәсәй ярыштарына ебәрҙеләр. Унда мин сирек финалға тиклем барып еттем. Әгәр ярымфиналға элкһәм, спорт мастеры нормативын үтәр инем. Әммә килеп сыҡманы. Һуңынан тренерым да Салауаттан күсеп китте. Шулай минең тормошомда саңғы һәм йүгереү генә ҡалды.
Хәлил Кирәйев - «Салауат саңғыһы» активисы.
- Көн һайын, хатта көнөнә бер нисә тапҡыр саңғыға сыға инек. 70-се йылдарҙа мин хатта еңеүсе булдым, йәғни бөтәһенән дә күберәк саңғыла үттем. Ул саҡта ҡаланың спорт комитеты рәйесе Һәм Салауат саңғыһын популярлаштырыусы Владимир Иванов мине пластик саңғылар менән бүләкләне. Нисек шатланғанымды күрһәгеҙ! Пластик саңғылар ул ваҡытта ысын мөғжизә ине, - ти Хәлил Фазлый улы. - Ғүмер буйы шулай шөғөлләндем. Иртәнге сәғәт биштә тороп, йүгерергә сығам. Һуңынан душ инәм, иртәнге аш ашап эшкә юлла инем. Эштән һуң - йәнә йүгереүгә. 43 йыл комбинатта КИПиА слесары булып эшләнем. Наградаларым һәм почет грамоталарым бар. Һуңынан йүгереү менән ныҡ мауыға башланым.
Хәлил Фазлый улы физик культураға һөйөүҙе улында ла тәрбиәләй. Үҙе ҡайҙа бара, уны ла шунда ала. Балаларҙы тәрбиәләүҙә яуаплылыҡ һәм өлгө һәр ваҡыт төп роль уйнай. Аталы-уллы Кирәйевтарҙың тарихтары быға сағыу миҫал булып тора.
Дилә АБДУЛЛИНА.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.