

«Салауат - чемпиондар ҡалаһы» проекты сиктәрендә бер нисә тиҫтә интервью, йөҙләгән архив фотоһүрәттәре ҡаралды, видеолар төшөрөлдө. Уның һөҙөмтәһе булып гәзиттең сайтында Салауат спортының энциклопедияһына оҡшашыраҡ материалдар баҫтырыла, бер нисә өлөштә сағыу календарь ҙа сығарыла. «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» акцияһы календарь биттәрендә иң боронғо һәм иң йәш спорт төрҙәрен, иң көслө спорт мәктәптәрен, чемпиондарҙы һәм йәш йондоҙсоҡтарҙы йыя. Фотосессияға чемпиондар проект өсөн махсус эшләнгән брендлы футболкаларҙа килде. Динислам Зюзин - «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» календарының июль айындағы геройы.
Салауаттың «Триумф» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Динислам Зюзин йәйәнән атыу секцияһында шөғөлләнә. Ул ҡаҙаныштары һәм еңелеүҙәре, осоштары һәм уңышһыҙлыҡтары менән уртаҡлашты.
- Динислам, йәйәнән атыу секцияһына нисек килеп эләктегеҙ?
- Бала саҡта бөтә спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп ҡараным: ҡаяға үрмәләүгә, футболға, каратеға, кикбоксингҡа йөрөнөм. Бер ҡайҙа ла ярты йылдан оҙағыраҡ торманым. Күрәһең, бынан әсәйем дә арығандыр, ул «Триумф» спорт мәктәбенә шылтыратып, ниндәй секциялар барлығын һорашты, расписаниелар менән танышты һәм мине йәйәнән атыу секцияһына бирҙе. Шулай итеп, 11 йәшемдә тренер Артем Шангуровҡа эләктем. Был бик мауыҡтырғыс спорт төрө булып сыҡты һәм уға шулай тартылдым.
- Күнекмәләр нисек үтә?
- Тәүҙә күнекмәләр бик ҡыҫҡа арауыҡта үтә. Бер йыл буйы өс метрлыҡ дистанцияла торҙом. Шунан һуң ғына тренер миңә яңы йәйә бирҙе, тап ошо ваҡытта Башҡортостан беренселегенә барҙым. Был минең тәүге ҙур ярыштарым булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда бер нимә лә яуламаным, әммә шунда уҡ өсөнсө үҫмерҙәр разрядын үтәнем. Ул саҡта минең өсөн был ғәйәт ҙур ҡаҙаныш булды. Өсөнсө урын өсөн тәүге миҙалымды ҡала ярыштарында алдым, шатлығымдың сиге булманы. Йәшем бәләкәсерәк булғас артыҡ бер ҡайҙа ла йөрөтмәнеләр. Өҫтәүенә, буйым да ҙур түгел, ә уҡтан атыуҙа оҙон буйлы спортсыларға өҫтөнлөк бирәләр, ҡулдар ҙа оҙон булырға тейеш. Һуңынан беҙҙең спорт мәктәбендә блоклы йәйәләр барлыҡҡа килә һәм мине унда күсерҙеләр. Тәүҙә килеп сыҡманы, уның менән унлата ауырыраҡ. Күберәк шөғөлләнә башланым. Ваҡыт үтә торҙо, ә алға китеш юҡ. Мин быны ла ташларға ҡарар иттем. Тейешлеһенә ирешкәнмен, бер аҙ ял итергә ваҡыттыр, тип уйланым. Ул саҡта миңә 14 йәш ине. Ике аҙнанан һағындыра башланы. Ул ваҡытта беҙҙең секция 1-се мәктәптән «Төҙөүсе» стадионына күскәйне. Күнекмәләрҙе башланым, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәне. 15-16 йәшемдә иң ҙур йәштәр чемпионаты - Рәсәй беренселегендә өсөнсө булдым. Мине шунда уҡ Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына алдылар. Әммә, тағы бер урында тапанып тороуымды тойғандай булдым һәм ярты йылға мәжбүри ялға китергә ҡарар иттем. Ял итеп, әлбиттә, кире ҡайттым.
- Был ярҙам иттеме?
- Ул осорҙа тормошомдағы ваҡиғалар бик тиҙ үҫеште. Күнекмәләрҙе тергеҙә башлағас та, Калининградҡа ярыштарға барҙым. Унда Мәләүездән үҙем кеүек спортсы ҡыҙ менән таныштым. Танышып, һөйләшеп киттек, ярыштарҙа бер-беребеҙҙең көйәрмәндәре булдыҡ. Мөхәббәт тарихыбыҙ шулай башланды. Күрше ҡалағы һөйгәнемде илебеҙҙең иң көнбайыш ҡалаһында осраттым. Калининградтан һуң Орелда Рәсәй беренселеге уҙҙы. Һөйгән йәрем минең менән һәр сығышта бергә булды, уның ярҙамы көмөш призер булырға булышлыҡ итте. Шунда алдыма тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуя алыуымды тойҙом. Күберәк шөғөлләнә башланым, донъяның бөтә алтынын яуларға теләнем!
- Тырышлыҡ бушҡа китмәнеме? 2024 йылда йәйәнән атыу буйынса «Рәсәй Федерацияһы генераль прокуроры кубогы» Бөтә Рәсәй ярыштарында һеҙ алтын алғанһығыҙ.
- Был ярыштар 2022 йылда үткәрелә башланы. Тәүге бер нисә йылда Башҡортостан үҙенең йыйылма командаларын тәҡдим итмәй. Ә бына өсөнсө Бөтә Рәсәй ярыштарына бөтә илдән уҡсылар йыйыла. Беҙ Сочиҙа Олимпия стадионында аттыҡ, алтын һәм «Блоклы уҡ. 21 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр» дисциплинаһында шәхси зачетта ярыштарҙың кубогын яуланым.
- Уҡсылар нисек шөғөлләнә? Был процесты ябай халыҡҡа күҙ алдына килтереү бик ауыр.
- Бөтә нимә ғәҙәттәгесә, дөйөм физик әҙерлек: йүгереү, арҡаға ятып кәүҙәне күтәреү, гантелдәр менән шөғөлләнеү. Шулай уҡ13:31беҙҙә махсус күнегеүҙәр бар: дистанцияға баҫып, бик бәләкәй нөктәләр төшөрҙөк, уларға эләгергә кәрәк, ә икенсе күнегеү - алға һуҙылған килеш торорға кәрәк. Иң мөһиме, яҡшы физик әҙерлек кәрәк. Блоклы йәйә 2028 йылда Олимпиадала беренсе тапҡыр күрһәтеләсәк. Уны барыбер олимпия спорт төрҙәренә индерҙеләр! Бәлки, Олимпиадаға барыу форсаты тейер, сөнки мин Рәсәй йыйылма командаһы составына ингәнмен.
- Тимәк, Салауат уҡсыһы 2028 йылдағы Олимпиадала Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ?
- Бындай кимәлдәге ярыштарҙың төп өҫтөнлөгө тәжрибә туплауҙа. Мөмкинлектәр аҙыраҡ, әлбиттә, етмәһә, армияға китәм. Беләһегеҙме, блоклы йәйәлә өлкәндәр сығыш яһай. Мин тыуғандағы спортсылар ҙа бар, минән ике башҡа юғарыраҡ уҡсылар егерме йыллап миҙалдар яулай. Әммә мин көрәшергә әҙермен!
- Һәр спортсының үҙ йәйәһе бармы?
- Беҙҙең спорт мәктәбебеҙ хәҙер яҡшы тәьмин ителгән. Йыл һайын уҡтар һәм йәйәләр өсөн финанслау бүленә. Теләһә, спортсы үҙенең шәхси йәйәһен дә һатып ала ала. Әммә йәйәнән атыу иң ҡиммәтле спорт төрҙәренең береһе һанала. Мин сығыш яһаған уҡ йыйылмаһы ярты миллион һум самаһы тора. Ундайҙы һатып алырға ҡулдан килмәй.
Әлеге ваҡытта спортсы армияла. 2024 йылда Рәсәй Беренселегендә икенсе урын яулауы Динислам Зюзинға ЦСКА-ла хеҙмәт итергә мөмкинлек биргән. 2028 йылдағы Олимпиадаға тиклем Салауат уҡсыһы Һәм уның тренеры Борис Кузнецовтың әҙерләнергә ваҡыты буласаҡ. Яҡташыбыҙҙың Рәсәй йыйылма командаһына инеүенә ышанабыҙ. Алға, Динислам!
Динә ҒӘЛИЕВА.
Алена Бизикина фотоһы.