

«Салауат - чемпиондар ҡалаһы» акцияһы календарь биттәрендә иң боронғо һәм иң йәш спорт төрҙәрен, иң көслө спорт мәктәптәрен, чемпиондарҙы һәм йәш йондоҙсоҡтарҙы йыя. Фотосессияға чемпиондар проект өсөн махсус эшләнгән брендлы футболкаларҙа килде. Самира Ишкинина - «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» календарының май айындағы геройы.
Самира Ишкинина - сағыу балҡыған йондоҙсоҡ. Уның төп көйәрмәне, остазы һәм алға этәреүсеһе - атаһы Филюс Ишкинин иң интеллектуаль спорт төрөнөң бөтә нескәлектәре тураһында һөйләне.
- Самираның шахмат карьераһы нисек башланды?
- Ҡыҙымдың шахмат оҫталығы үренә табан юлы бала сағында башлана. Биш йәшендә 36-сы балалар баҡсаһында шахмат уйнарға өйрәнде. Төркөм тәрбиәсеһе Нелли Смакова шахмат уйнай белә ине һәм тәрбиәләнеүселәре менән дә шөғөлләнде. Бер ваҡыт ул миңә Самираның бик яҡшы килеп сығыуы һәм һәләтен үҫтерергә кәрәклеге тураһында әйтте. Ҡыҙымда был уйынға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы беренсе тәрбиәсеһе тәрбиәләне, тип әйтергә лә була. Мин үҙем дә шахмат яратам, шуға Самира менән шөғөлләнә башланым. Әммә тиҙҙән уға етдиерәк күнекмәләр кәрәклеген аңланыҡ, һәм ул Балалар-үҫмерҙәр ижады Һарайында эшләгән Андрей Андреевтың дәрестәренә йөрөй башланы. Тиҙҙән Самира республиканың иң көслө тренерҙарының береһе Роберт Фәхретдиновтың төркөмөнә эләкте. Уның етәкселегендә ул бер-ике йыл самаһы шөғөлләнде. Бер рәттән беҙ Ульяновскиҙан ФИДЕ мастеры Ярослав Павловский менән хеҙмәттәшлек итә башланыҡ, ул ҡыҙым менән индивидуаль шөғөлләнде.
- Самира карьераһының тәүге этаптарында уҡ тәүге еңеүҙәргә өлгәшә.
- 2021 йылда Самира Красноусолда үткән туғыҙ йәшкә тиклемге Башҡортостан Республикаһы беренселегендә икенсе урын яуланы. Шул уҡ йылда Тольятти ҡалаһында туғыҙ йәшкә тиклемге Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеү яуланы, Костромалағы Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһап, үҙ йәш категорияһында 17-се урынды биләне. Самира Европа беренселегендә онлайн-ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. 2022 йылда ул бер нисә йүнәлеш: рапида (тиҙ шахмат), блиц һәм классик шахмат буйынса Башҡортостан Республикаһының абсолют чемпионы булды, 11 йәшкә тиклемгеләр категорияһында сығыш яһаны. Шул уҡ йылды Ҡазандағы ярыштарҙа ҡатнашты. Киләһе йыл да сәйәхәттәргә бай булды. Ул Ҡазанда Рәшит Нәжметдинов мемориалында һәм Түбәнге Новгородта үткән ярыштарҙа беренсе булды. 2023 йылда Орскиҙа Рәсәй Кубогы этабында һәм Яр Саллыла «Челны Ореп» турнирында беренсе урынды яуланы. Ул Анапала 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогы этабында алдынғылыҡты бирмәне һәм Рәсәй кубогы финалына сыҡты, унда алтынсы урынды биләне. Ярыштар Ярославлдә үтте, Самира иң көслө һигеҙ уйынсы иҫәбенә инде. Был уға автоматик рәүештә ил беренселегенең юғары лигаһына эләгергә мөмкинлек бирҙе. Шул ваҡыттан алып ул - Башҡортостан Республикаһының шахмат буйынса йыйылма командаһының даими ағзаһы. 2024 йылда блицта һәм рапидта беренсе, Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округы турнирында классикала икенсе булды.
- Рәсәйҙә йәш шахматсыларҙы әҙерләү менән кем шөғөлләнә? Был эш нисек төҙөлгән?
- Рәсәйҙә финанс мөмкинлеге булған талантлы шахматсылар тәжрибәле тренерҙар етәкселегендә төрлө үҙәктәрҙә әҙерлек үтә ала. Шуларҙың береһе - Тольяттиҙағы гроссмейстер үҙәге, унда йылына ике тапҡыр халыҡ-ара гроссмейстер, атҡаҙанған ФИДЕ тренеры Юрий Якович етәкселегендә дәрестәр үткәрелә. Әлегә беҙ уның күнекмәләренә эләктек.
- Шахматсыларҙы һәм спорт төрөн үҫтереү өсөн төбәк-ара ярыштар ниндәй әһәмиәткә эйә?
- Бындай ярыштар йәш спортсыларға төрлө төбәктәрҙән иң яҡшы уйынсылар менән ярышырға мөмкинлек бирә, әҙерлек кимәлен күтәреүгә һәм күнекмәләрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә баланың шахмат һәләтен үҫтереүҙә тап ата-әсә төп ролде уйнай. Улар ярыштарға киткән сығымдарҙы күтәрә, күнекмәләр өсөн түләй һәм балаларына уңышҡа ынтылыуҙа16:08ярҙам итә. Был бигерәк тә балалар шахмат менән шөғөлләнә башлаған һәм даими ярҙамға мохтаж булған башланғыс этаптарҙа мөһим. Властарҙың ярҙамы, моғайын, сифатлыраҡ һөҙөмтәләр килтерер ине. Әле Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаларының сәфәрҙәре Башҡортостан Республикаһы шахмат федерацияһы президенты Филүс Ишбулатов иҫәбенә финанслана. Һайлап алыу ярыштарына инмәгән ҡалған ярыштарҙы спортсыларҙың ата-әсәләре түләй. Был ғаиләләргә өҫтәмә финанс йөкләмәләре һала, бигерәк тә ярыштарҙың оҙайлығын һәм һанын иҫәпкә алғанда. Бер сәфәрҙең уртаса хаҡы - 40 мең һум самаһы. Спортсылар йылына биш-алты ярышта ҡатнаша ала. Был ғаиләләр өсөн ҙур сығым.
- Ярыштарға тотонолған сумманы әйтә алаһығыҙмы?
- Әлбиттә. Рәсәй шахмат Федерацияһы ҡатнашыусыларҙың йәшәүе һәм туҡланыуы өсөн туғыҙ көн түләй, ә ярыштар 11 көн үтә. Өҫтәмә саралар ҙа сығымдарға индерелгән. Ҡатнашыусылар һәм оҙатыусылар өсөн ҡунаҡханала йәшәү тәүлегенә биш мең һум тора. Сығымдар яҡынса 120 мең һум тәшкил итә. Оҙатыусыларға ташламалар биреү мәсьәләһе асыҡ ҡала. Беҙ үҙ сығымдарыбыҙҙы үҙ кеҫәбеҙҙән түләйбеҙ.
- Ғаиләнең бөтә тапҡан-таянғаны аҡсаһы Самираның карьераһын үҫтереүгә китә. Туҡтау тураһында уйланманығыҙмы?
- Самира шахматҡа бик ныҡ бирелгән һәм уларҙы үҙ эше тип һанай. Шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтергән мауығыуын ташлау тураһында уйланмай. Ҡыҙым мәктәптә яҡшы билдәләргә өлгәшә, ҡайһы бер темаларҙы үҙләштереү ауыр булған мәлдәр ҙә юҡ түгел. Моғайын, был даими ярыштар арҡаһындалыр. Әммә ул тиҙ арала класташтарын ҡыуып етә. Ул шахмат мейене үҫтерергә булышлыҡ итә, тип иҫәпләй, ә ул, үҙ сиратында, мәғлүмәтте яҡшыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Ҡыҙымдың тағы бер хыялы бар - гроссмейстер булырға теләй.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.