

«Салауат - чемпиондар ҡалаһы» проекты сиктәрендә бер нисә тиҫтә интервью, йөҙләгән архив фотоһүрәттәре ҡаралды, видеолар төшөрөлдө. Уның һөҙөмтәһе булып гәзиттең сайтында Салауат спортының энциклопедияһына оҡшашыраҡ материалдар баҫтырыла, бер нисә өлөштә сағыу календарь ҙа сығарыла. «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» акцияһы календарь биттәрендә иң боронғо һәм иң йәш спорт төрҙәрен, иң көслө спорт мәктәптәрен, чемпиондарҙы һәм йәш йондоҙсоҡтарҙы йыя. Фотосессияға чемпиондар проект өсөн махсус эшләнгән брендлы футболкаларҙа килде. Андрей Николаев - «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» календарының ғинуар айындағы геройы.
Андрей Николаев һәр Салауат ҡалаһы кешеһенә таныш. Ул ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ҙур уңыштарға өлгәшкән спортсы. Түбәндә чемпион менән ҙур интервьюны уҡығыҙ.
- Үҙ тарихығыҙҙы һөйләп үтһәгеҙсе: барыһы ла нисек һәм нимәнән башланды?
- Барыһы ла 2005 йылда башланды. Ауырыуҙы еңергә ярҙам итһендәр өсөн әсәйем мине «Вега» бассейнына алып килде. Мин «Балалар церебраль параличы» диагнозы менән донъяға килгәнмем. Бөтә башҡа ата-әсәләр кеүек, әсәйем дә мине сәләмәт балалар менән бер рәттән яҡшы итеп атлауымды теләне. Беренсе тренерым Валентина Геннадьевна булды. Һуңынан әлеге тренерым Фәнил Хәлил улы Кирәйевҡа эләктем.
- Тәүге ярыштарығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
- Эйе, Фәнил Хәлил улын «Алтын балыҡ» бассейнына тренер булып эшкә саҡырғас, беҙ «Алтын балыҡ» исеменән сығыш яһаныҡ. Һуңынан мәртәбәлерәк ярыштар була башланы, күнекмәләргә йөрөнөм. Тренерым менән еңергә, тигән маҡсат ҡуйманыҡ. Бер кем дә мине Рәсәй чемпионаттарына барып етер, тип уйламаны. Күптәр беҙҙә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты һәм ҡала, республика ярыштарынан тыш тағы ла нимәлер барлығын белмәй. Беҙҙе һиҙеп ҡалып, беренсе Рәсәй чемпионатына саҡырҙылар. Әйткәндәй, ул ваҡытта Башҡортостан йыйылма командаһы составында инем инде. Миңә 13 йәштәр тирәһе булғандыр. Был тәүге чемпионат ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Кешенең күплегенә, ойоштороу кимәленә аптыраным. Минең өсөн ул яңы, билдәһеҙ нимә ине һәм был мине шаҡ ҡатырҙы. Башҡортостан чемпионаттарында еңеү яулауға күнеккәнгә, беренсе Рәсәй чемпионатында бер нәмә лә ала алмауым бик тетрәтте. Ни өсөн былай килеп сығыуын, артабан нимә эшләргә кәрәклеген аңламаным. Хатта иланым да, ахырыһы. Әммә һуңынан юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн күберәк шөғөлләнергә, тырышлыҡ һалырға кәрәклеген аңланым. Бер мәлдә үҫтем, тип әйтергә лә мөмкин.
- Башҡа берәү булһа бирешер ине, ә был һеҙҙе яңы рекордтарға этәргән. Һөҙөмтәләр булдымы?
- Әлбиттә. 16 йәшемдә үк Прагала беренсе сит ил ярыштарында ҡатнаштым. Аныҡ ҡына ниндәй ярыш икәнен хәтерләмәйем, әммә уның халыҡ-ара классификация икәнлеге иҫемдә, мин унда рәсми класс алыу өсөн үтергә тейеш инем. Быға уңышлы ирештем. Прага буйлап йөрөнөм, күп ҡыҙыҡлы нимәләр күрҙем, ҡала ҙур һоҡланыу уятты. Ә Рәсәй чемпионатында беренсе миҙалымды 17-18 йәштәрҙә яуланым.
- Алда тағы ла юғарыраҡ һөҙөмөтәләр көттөмө?
- Әлбиттә, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Яйлап ваҡытты, һөҙөмтәләрҙе яҡшырттым, һәр киләһе Рәсәй чемпионатында күберәк миҙалдар яулай башланым. 2019 йылда мине Лондонда үткән беренсе донъя чемпионатына саҡырҙылар. Был бөтөнләй башҡа кимәлдәге ярыштар ине. Шунда мин үҙемдең тәүге алтын миҙалымды яуланым.
- Ә айырма нимәлә булды? Ойоштороуҙамы, күләмендәме?
- Бөтәһендә лә. Ҡатнашыусылар, тамашасылар күберәк, кимәле лә юғарыраҡ. Трибунала ғына түгел, бассейнда, спорт залында ла кеше бихисап. Инеү аккредитация буйынса ғына, барыһы ла ҡәтғи, етди. Ойоштороу буйынса - Паралимпиадала еңеү яулағандан һуң ғына президент менән осрашыу ғына бынан яҡшыраҡ булды. Барыһы ла үҙ яйы менән барҙы, 2020 йылда Паралимпиада уҙырға тейеш ине. Тренерым менән әҙерләндек, шөғөлләндек. Әммә пандемия арҡаһында Паралимпиада күсерелде. Ул 2021 йылда Токиола үтте. Ул да иҫ киткес шәп булды. Унда тәүҙә ирекле стилдә йөҙ метрлыҡ дистанцияла көмөш, ә 400 метрға ирекле стилдә алтын алдым. Шунда барыһы ла миңә: «Ниндәй тойғолар кисерҙең?» тигән һорау бирҙе. Ә мин бер нимә тип тә әйтә алманым, сөнки бер ни ҙә тойманым.11:39Әйтерһең дә, был шулай булырға тейеш ине. Ул уйындарҙағы икенсе алтынымды 4х100 ҡатнаш эстафетаһында яуланым. Ул саҡта Рәсәй йыйылма командаһы ҙур айырма менән еңеү яуланы. Паралимпия рекордына аҙ ғына етмәне.
- Һуңынан һынылыш осоро булдымы?
- Эйе, бер аҙ булды ундай мәлдәр. Төрлө эштәр күбәйҙе, әңгәмәләр, сәйәхәттәр, бөтә ергә саҡыралар, ҡайҙа ярылырға белмәнем. Өҫтәүенә, Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы студенты ла инем. 2021 йылдан һуң да Рәсәй чемпионаттары үтте. Ул ваҡытта халыҡ-ара паралимпия комитеты яғынан төрлө сикләүҙәр башланды: тегеһе ярамай, быныһы. Шул сәбәпле еңеү өсөн энергия биргән дәрт уты бер аҙ һүнде. Ҡайҙа барғаныбыҙҙы, нимә эшләүебеҙҙе аңламаныҡ, ҡулға эш барманы. Әммә шөғөлләнеүебеҙҙе дауам иттек. Әммә 2024 йылғы Париждағы Паралимпиада башланғансыға тиклем нисек, ҡайҙа һәм ни өсөн барыуыбыҙҙы аңламаныҡ. Сөнки виза бирерҙәрме, юҡмы, тренерҙар беҙҙең менән барамы, әллә үҙебеҙ генәме - был һорауҙар ҙа асыҡ ҡалды. Быларҙың барыһы ла көсөргәнеш тыуҙырҙы. Париждағы сығышым менән ҡәнәғәт түгелмен. Һөҙөмтәм яҡшыраҡ булды, әммә мин үҙемдән ҡәнәғәт түгел инем: чемпион булып нисек өсөнсө урын алмаҡ кәрәк. Аңлашыла, күберәк шөғөлләнергә, күнекмәләр эшләргә кәрәк. Тимәк, киләсәктә тағы ла сәмләнеп эшләү, дәртемде ҡуҙғытып ебәреү өсөн был Паралимпиадала миңә тап өсөнсө урын кәрәк булған. Әле яйлап әҙерләнә башлайбыҙ. Диагнозым арҡаһында ҡулдарҙа ғына йөҙәм, аяҡтарым хәрәкәтләнмәй, шуға минең дистанциям - 400 метр. Ҡыҫҡа дистанцияла алға сығыу, тиҙлекте арттырыу ауырыраҡ.
- 2028 йылда Лос-Анджелеста үтәсәк Олимпиадаға әҙерләнәһегеҙме?
- Эйе, әлбиттә. Ваҡыт артыҡ күп түгел. Дөрөҫ, унда Рәсәй спортсылары булырмы, донъяла ниндәй хәлдәр көтөлә - бер нимә лә билдәһеҙ. Әммә Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре булып флаг һәм гимн менән сығыш яһау рөхсәт итерҙәр, тип ышанам. Үҙ илеңдең флагын ғорурлыҡ менән йөрөтөү этәргес көс бирә. Шуға күрә киләһе дүрт йыл спорт тормошомдоң мотлаҡ айырылғыһыҙ өлөшө буласаҡ. Әлбиттә, өсөнсө урын менән генә сикләнмәҫкә, ә беренсе урын яуларға теләр инем. Сөнки спорт барыбер ҡасан да булһа бөтәсәк. Йәш, көслө, энергиялы кешеләр киләсәк. Артҡа ҡарарға теләмәйем, карьерамды пьедесталдың беренсе баҫҡысында тамамларға теләйем.
- 15 йылдан һуң үҙегеҙҙе кем итеп күрәһегеҙ? Тренермы, етештереүсеме әллә эшҡыуармы?
- Моғайын, бизнесҡа барырмын. Бала саҡтан үҙемде кемгәлер эшләгән кеше итеп күрмәнем. Тренер булырға ынтылмайым. Был минеке түгел. Ҡыҙыу холҡомдо беләм, балалар менән дә уртаҡ тел таба алмаясаҡмын. Ҡалала бизнес-эшмәкәрлек алып бара башланым, тиһәң дә була. Виртуаль ысынбарлыҡ клубын астым. Салауатты яратам, бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым һәм артабан да шулай булыр тип ышанам. Тыуған ҡаламда йәшәргә, эшләргә теләйем.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Алена Бизикина фотоһы.