газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Новости
1 Июля 2025, 04:32

Йөҙөү буйынса тренерҙар уңыш сере менән уртаҡлаша

«Салауат - чемпиондар ҡалаһы» проекты сиктәрендә бер нисә тиҫтә интервью, йөҙләгән архив фотоһүрәттәре ҡаралды, видеолар төшөрөлдө. Уның һөҙөмтәһе булып гәзиттең сайтында Салауат спортының энциклопедияһына оҡшашыраҡ материалдар баҫтырыла, бер нисә өлөштә сағыу календарь ҙа сығарыла. «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» акцияһы календарь биттәрендә иң боронғо һәм иң йәш спорт төрҙәрен, иң көслө спорт мәктәптәрен, чемпиондарҙы һәм йәш йондоҙсоҡтарҙы йыя. Фотосессияға чемпиондар проект өсөн махсус эшләнгән брендлы футболкаларҙа килде. Николай Столяров Һәм Галина Кленина - «Салауат - чемпиондар ҡалаһы» календарының октябрь айындағы геройҙары.


Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Салауат Юлаев миҙалы менән бүләкләнгән Бөтә союз категорияһы судьяһы Николай Столяров һәм уның тәрбиәләнеүсеһе - СССР-ҙың спорт мастеры, СССР һәм РСФСР беренселеге еңеүсеһе һәм призеры, Башҡортостан рекордсыһы Галина Кленина «Салауат» гәзите редакцияһында ҡунаҡта булды. Улар Салауатта йөҙөүҙең нисек барлыҡҡа килеүе һәм ни өсөн Салауат мәктәбенең илдә иң көслөләрҙең береһе булыуы хаҡында һөйләне.


Салауат чемпиондар, атап әйткәндә, йөҙөүселәр менән дан тота. Николай Столяров - бер нисә быуын чемпиондар тәрбиәләгән һәм йөҙләгән малай-ҡыҙҙарҙы йөҙөргә өйрәткән тренер. Спортҡа юлын ул малай сағында уҡ башлай. Башта футбол һәм хоккей, саңғы менән мауыға, күп төр ярыш менән шөғөлләнә, әммә бассейнға килгәс, йөҙөү тап уныҡы икәнен аңлай.
«Алмаз» бассейны Салауатта 1971 йылда асыла. Уның тәүге тәрбиәләнеүселәренең береһе Николай Столяров була.


- Килдем, күрҙем, йөҙҙөм. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң төрлө ярыштарҙа ҡатнаша башланым. Командаларҙағы кеүек бер кемгә лә бәйле түгелһең, барыһына ла үҙең ирешәһең. Шулай тороп ҡалдым, - тип хәтерләй Николай Дмитриевич.


Ҡазан һәм Мәскәүҙән саҡырылған тренерҙар уның остазы була.


- Ваҡыт үтеү менән тренерҙар таралышты, беҙҙә Вячеслав Евгеньевич Невзоров ҡалды. Тап ул бассейндың эшен грамоталы ойошторҙо. Ул 1977 йылға тиклем эшләне, - ти Николай Столяров.


1972 йылда Николай Столяров техникумды тамамлай, химзавод механигы һөнәренә уҡый. Параллель рәүештә йөҙөү менән шөғөлләнеүен дауам итә.


- Башҡортостанда еңеү яуланым, ҡалала беренселәрҙән булып беренсе разрядты үтәнем. Һөнәрем буйынса эшләмәнем тиерлек. Уҡыуымды тамамлағас та, мине бассейнға тренер итеп алдылар. Ике айҙан армия хеҙмәтенә саҡырҙылар. 1974 йылдың 22 декабрендә хеҙмәтемде үтәп ҡайттым, ә 1975 йылдың 1 ғинуарынан йөҙөү буйынса тренер булып ныҡлы эшләй башланым, - тип уртаҡлаша Николай Дмитриевич. - Вячеслав Евгеньевич киткәндән һуң бөтә көс миңә төштө - «Алмаз» балалар спорт мәктәбенең өлкән тренеры булдым. Ул бер нисә тапҡыр үҙгәртелде. Хәҙер «Алмаз» спорт мәктәбе ике йөҙөү бассейнын: «Алмаз»ды һәм « Вега»ны берләштерә.


Әйткәндәй, Вячеслав Евгеньевич Невзоров беҙҙең ҡаланан киткәндән һуң Ҡазанда йөҙөү буйынса үҙәк ойоштора, тиҙҙән унда Салауат йөҙөүселәрен һәм уларҙың тренерҙарын уҡырға саҡыра башлайҙар. Шул арҡала йөҙөүселәр Урал зонаһынан Волга буйы зонаһына сыға, ә тиҙҙән Бөтә союз ярыштарында ҡатнаша башлай.


- Тәүҙә бәләкәстәрҙе алдым. Тиҙҙән тәүге еңеүҙәребеҙ күренә башланы. Ә 1977 йылда Бөтә союз ярыштарында сығыш яһай инек инде, - тип һөйләй Николай Дмитриевич.
Николай Столяровтың тәүге тәрбиәләнеүселәренең береһе - Галина Кленина.


- 1973 йылда беренсе синыфҡа барҙым, шул уҡ йылды бассейнға йөрөй башланым. Мине үҙеңде һыуҙа нисек тоторға өйрәттеләр. Әммә оҙаҡ ваҡыт спорт төркөмөнә инергә рөхсәт бирмәнеләр. Таланты юҡ, тинеләр. Ә бына 1975 йылда Николай Дмитриевич һәләтемде һиҙемләп ҡалды, - тип хәтерләй Галина Кленина. - Ул йәштә спорт карьераһы тураһында уйламаным да. Күберәге был ата-әсәйемдең теләге булғандыр. Бынан тыш, һаулығым менән дә проблемалар бар ине. Тап йөҙөү сәләмәтлегемде күпкә яҡшыртты, тип әйтергә була.


1977 йылда Галина Кленина беренсе разрядты үтәй, 1980 йылда йөҙөү буйынса беренселектә Советтар Союзы чемпионы һәм рекордсыһы була. Башҡортостанда уның рекордтарын 10 йыл элек кенә ҡуялар.


- Ул саҡта спорт интернаты кеүек нимә бар ине. Беҙ ҡунаҡхана базаһында йәшәнек. Күнекмәләр көнөнә ике, ә ҡайһы берҙә өс тапҡыр була. Ашау һәм йоҡлау өсөн ваҡыт аҙ ҡала, - тип һөйләй Галина Викторовна, Ҡазандағы йөҙөү үҙәген иҫкә төшөрөп. - Ул ваҡытта беҙ ярты донъяны тиерлек урап сыҡтыҡ! Ригала, Ереванда, Таллинда, Минскиҙа, Киевта, Львовта, Запорожьела, Грузияла булдыҡ. 1980 йылдарҙа беҙ спорт көндәлектәре алып барҙыҡ. Күптән түгел уны ҡарап ултырып, бер йыл эсендә өйҙә бер тапҡыр булыуым асыҡланды! Ул саҡта миңә 14 йәш ине. Һәр ваҡыт мәшғүл булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, уҡырға ла өлгөрҙөк - уҡытыусылар менән кистәрен икешәр сәғәт шөғөлләндек. Һуңғараҡ мәктәпкә урынлаштырҙылар.

Дәрестәрҙе күп ҡалдырырға тура килде.


Талантлы Салауат йөҙөүселәре араһында Юрий Гузовский ҙа бар. 1980 йылда ул Советтар Союзында еңеүсе була, ә 1981 йылда Европаны яулай. Һөҙөмтәлә, үҫмерҙәр араһында биш тапҡыр Европа чемпионы була. Сағыу йондоҙсоҡтар иҫәбендә - йөҙөү буйынса Рәсәй кубогы призеры Людмила Садохина (әлеге ваҡытта ул «Алтын балыҡ»тың тренеры). Николай Столяровтың дөйөм тренерлыҡ стажы - 50 йыл. Ул 2022 йылдың июнендә хаҡлы ялға сыға. Әммә спорт уның тормошонда мөһим урын биләй.


- Балаларҙың ҡаҙаныштарын күҙәтеп, ярыштарға йөрөйөм, үҙем дә ҡайһы ваҡытшөғөлләнәм, кәңәштәр бирәм. Беләһегеҙме, йөҙөү - бер күреүҙән һәм мәңгелеккә ғашиҡ була торған спорт төрө, - тип уртаҡлаша атҡаҙанған тренер.


Николай Столяров тәрбиәләнеүселәрендә спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй алған. Шуға, Галина Кленинаға һөнәр һайлау ваҡыты еткәс бер ҙә икенләнмәй ошо юлдан китергә ҡарар итә.


- Ҡазан физкультура институтына уҡырға индем, уны тамамлағас Салауатҡа ҡайттым. Бассейнда 12 йыл эшләнем. Һуңынан 10-сы мәктәпкә 25 йыл ғүмеремде бағышланым - физкультура уҡытыусыһы булдым, - ти Галина Кленина. - Ваҡыт үтеү менән бөтә уҡытыусыларҙа, уҡыусыларҙа һәм уларҙың ата-әсәләрендә йөҙөүгә ҡарата һөйөү тәрбиәләнем. Мәктәптән хаҡлы ялға киттем, әммә бассейнда эшләүемде дауам итәм - бәләкәстәр менән булышам, биш йәштән өлкәнерәктәр төркөмөн алып барам. Беҙ айырым да шөғөлләнәбеҙ, ҡайһы берҙә бәләкәсерәк ҙә килә. Балаларҙың йөҙөргә өйрәнеүен күреү иҫ киткес тәьҫораттар бүләк итә!


- Бер ваҡыт хатта имсәк йәшендәге сабыйҙар менән шөғөлләнергә маташтыҡ, - тип асыҡлыҡ индерә Николай Дмитриевич.


- Быйыл иң бәләкәй тәрбиәләнеүселәрем-һигеҙ айлыҡтар, йәш ярымлыҡ бер нисә бала бар. Минең өсөн йәш мөһим түгел: бишме, иллеме. Һәр кемдең ҡулынан тотоп, йөҙөргә өйрәтеү оҡшай, уларҙың көндән-көн оҫтара барыуын күреү шатлыҡ килтерә.


Галина Кленина әйтеүенсә, уның бурысы - билдәле бер кимәлгә тиклем йөҙөргә өйрәтеү, артабан улар менән башҡалар шөғөлләнә. Әммә тап уның етәкселегендә беренсе разрядты Лиля Ғизетдинова (ҡыҙ һуңғараҡ уҡ йөҙөү буйынса тренерҙар командаһы составына инә) һәм Андрей Любенко ала, ул һуңынан полиатлонға китә һәм был спорт төрөндә Рәсәйҙә икенсе була.
- Минең полиатлонсылар төркөмө лә бар ине, унда Никита Головин һәм Алла Конова шөғөлләнде. Физик әҙерлектәре яҡшы булды, ә йөҙөү күп мәрәйҙәр өҫтәне. Ул төркөмдәге балаларҙың яртыһы тиерлек чемпион булды! - тип ғорурлыҡ менән һөйләй Николай Дмитриевич.


Эш менән мәшғүл булыуҙарына ҡарамаҫтан, тренерҙар тормошонда яратҡан шөғөлдәренә лә урын бар. Галина Кленина үҙен китап уҡыуға, сигеүгә һәм бәйләүгә бағышларға ярата, ә Бына Николай Столяров үҙен балыҡ тотоуҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.


Тәжрибәле остаздарға тулыһынса ышаныу, еңеүҙәргә ынтылыш һәм яҡшыраҡ булырға теләү күп кенә Салауат ҡыҙ һәм егеттәренә үҙҙәрен танытырға мөмкинлек бирә. Был йүнәлештә эштең дауам итеүе ҡыуаныслы. Тимәк, Салауаттан юғары кимәлдәге ярыштарҙағы алдынғы урындарҙа йөҙөүселәрҙең исемдәрен тағы күрербеҙ әле.

Читайте нас