газета "Салауат"
+20 °С
Болотло
Новости
11 Июнь 2025, 05:30

Рәсәй - уртаҡ дәүләтебеҙ

12 июнь дәүләтебеҙҙең төп байрамдарының береһе - Рәсәй көнө билдәләнә. Был дата илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн милли берҙәмлек һәм дөйөм яуаплылыҡ символы. Салауатта ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары өсөн байрам программаһы ҡаралған.

Рәсәй - уртаҡ дәүләтебеҙРәсәй - уртаҡ дәүләтебеҙ
Рәсәй - уртаҡ дәүләтебеҙ

Ҡалала Рәсәй көнөнә арналған байрам саралары 12 июнь 10.30 сәғәттә «1 000 велосипедсы көнө» (0+) менән башлана. Велоуҙышта ҡатнашыусылар Ленин урамындағы Хәрби һәм хеҙмәт даны обелискаһынан старт алып, Калинин, Губкин урамдары буйлап йөрөп, ҡала пляжына бара. Был сараға бәйле, 10.25 сәғәттән был урамдарҙа автомобиль транспорты хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатылып тора, велосипедсылар үтеп китеү менән хәрәкәт яйлап тергеҙелә барасаҡ.

11.00 сәғәттә Ағиҙел буйында Һабантуй башлана (0+). Бында төрлө йәмәғәт ойошмаларының күргәҙмәләре, фольклор коллективтарының һәм ҡала учреждениелары вәкилдәренең сығыштары ҡаралған. Теләгәндәр көрәш, бағана буйлап йөрөү, мендәрҙәр менән һуғышыу һәм башҡа уйындарҙа ҡатнаша ала. Бынан тыш, ошонда уҡ ГТО нормаларын тапшырырға, күңелле эстафетала, флешмобтарҙа һәм картингта фигуралы йөрөтөүҙә үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин буласаҡ. 10.00 алып командалар менән баскетбол уйнарға, сәғәт 11-ҙән 8 йәштән алып өлкәндәргә тиклем пляж волейболы буйынса ярыш уҙасаҡ. 18 йәштән ҙурыраҡтар өсөн пляж волейболы 14 июнь көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа ойошторола.  Көндөҙгө программа 16.00 сәғәткә тиклем иҫәпләнгән, киске 6-нан ошонда уҡ һабантуйҙың икенсе өлөшө дауам итә. Салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн байрам концерты (6+) әҙерләнгән.

Рәсәй көнөнә арналған байрам саралары (0+) ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркында ла ойошторола. Бында 11.30 сәғәттән рәссамдарҙың һәм оҫталарҙың, “Успенский” казак йәмғиәте утары күргәҙмәләре урын аласаҡ. Ошонда уҡ халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының сығыштары, тере тауыш менән йырлау һәм бейеү өсөн майҙансыҡтар эшләйәсәк. 14.00 сәғәттә паркта Кәләш һәм кейәүҙәр парады (0+) уҙасаҡ.

12 июнь 13.сәғәттә “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә “Рәсәйҙең көсө - берҙәмлектә” тип аталған байрам концерты (0+) башлана. Көндөҙгө 16.00 сәғәткә тиклем барған сара ваҡытында махсус хәрби операцияһына ярҙам итеү марафоны ла ойошторола. Теләгәндәр максировка селтәрҙәре, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша аласаҡ.

Был көндә “Йәштәш” йәштәр үҙәгендә “Мин яратам һине, Рәсәй” шиғырҙар флешмобы уҙасаҡ. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында иртәнге 11 сәғәттән көндөҙгө 3-кә тиклем “Беҙ – патриоттар, беҙ – Рәсәй балалары” күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Картиналар галереяһында шулай уҡ иртәнге 11-ҙән Марат Ғөбәйҙуллиндың “Күңелемдең төҫө” күргәҙмәһе асыла.

Рәсәй - уртаҡ дәүләтебеҙ
Рәсәй - уртаҡ дәүләтебеҙ
Автор:
Читайте нас