

Яҙ - яңырыу, сағыу хистәр һәм яңы асыштар ваҡыты. Беҙҙең мода күрһәтеүебеҙ тап ошо миҙгелгә арналған. Һәр күлдәк, һәр деталь, һәр модель яҙҙың беҙҙә хыялдар уятыуы һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыуы хаҡындағым эш, - тип ҡунаҡтарҙы сәләмләне алып барыусы Руфина Мортазина. Йәш моделдәр дефиле башлау өсөн үҙ сығыштарын көткән арала байрам тураһында модель мәктәбе етәксеһе Милена Герасимованан белергә булдыҡ. - Мин үҙем модель мәктәбен тамамланым, дефиле һәм фотоға төшөрөү буйынса бик күп курстар үттем. Оҙаҡ ваҡыт модель булып эшләнем, төрлө тамашаларға йөрөнөм. Өс йыл элек ҡыҙҙар менән тәжрибәмде уртаҡлашырға теләүемде аңланым, - тип һөйләй Милена Герасимова. - Ул саҡта миңә модель мәктәбен асыу еңел кеүек тойолдо: бизнес-план яҙҙым, социаль селтәрҙәрҙә биттәр астым. Әммә килеп сыҡманы, мине нимәлер туҡтатып торҙо. 2024 йылдың авгусында ҡыҙ етди ҡарар ҡабул итә: йә ул сентябрҙә мәктәп аса, йә бер ҡасан да быға кире әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Бәхеткә күрә, идея ысынбарлыҡҡа әүерелә. - Баҡтиһәң, үҙ бизнесың булыуы еңел түгел, етди мәсьәләләрҙе даими хәл итергә кәрәк. Беренсе этапта уҡ проблемалар килеп сыҡты, ҙур көҙгөләре булған яҡты бүлмә табып алмай аптыраныҡ. Ҡыҙҙарҙың дәрестә үҙҙәрен күреүҙәрен теләнем. Бинаның ҡала ситендә түгел, ә үҙәгендә урынлашыуы мөһим ине. Һуңынан зал таптым, - ти Милена Герасимова. Әлеге ваҡытта мәктәптә 5 йәштән 15 йәшкә тиклемге 20 модель йөрөй. Көҙөн Милена Герасимова 4-18 йәшлек ҡыҙҙарҙы уҡырға алырға ниәтләй. - Мәктәпте асҡанда ҡыҙҙарҙың сәхнәнән ҡурҡмауы, унда үҙҙәрен иркен тотоуы минең өсөн бик мөһим ине. Шуға күрә уҡытыу программаһына төп предметтарҙан тыш, актерлыҡ оҫталығын да, хореографияны ла индерҙем. Быйыл беҙ бер нисә ҡала сараһында сығыш яһаныҡ. Беҙҙе «Алға» - сәскә атҡан Башҡортостанға» байрамына саҡырҙылар, унда йәш моделдәр «Аркада» фабрикаһының эксперименталь цехының махсус кейемдәрен күрһәтеүҙә ҡатнашты, - тип һөйләй Милена. Модель мәктәбе уҡыусыларының береһе Софья Саможенова. - Мин һәр ваҡыт мода менән ҡыҙыҡһындым, подиумға сығырға, матур атларға һәм үҙеңде дөрөҫ торорға өйрәнергә хыялландым. Модель мәктәбенә ул асылғандан бирле йөрөйөм, - тип уртаҡлаша ул. - Мәктәптә барыһы ла оҡшай, бөтә ҡыҙҙар ҙа дуҫ. Подиум буйлап йөрөү ябай һәм еңел кеүек тойола, әммә ысынында улай түгел. Мәҫәлән, дефилела беҙҙе үҙеңде нисек дөрөҫ торорға һәм атларға, ә фотоға төшөүҙә камераға эшләргә һәм унан оялмаҫҡа, хис-тойғоларҙы сағылдырырға өйрәтәләр. Модель мәктәбенең туғыҙ айлыҡ уңышлы эшләүе артта - бөгөн йомғаҡ яһау ваҡыты. - Уҡыуға йомғаҡ яһау өсөн отчет концерты эшләргә булдым. Ул ҡалала мәҙәни ваҡиғаға әйләнгән мода күрһәтеү формаһында үтә. Был ҡыуандырмай ҡалмай, - тип уртаҡлаша Милена Герасимова. Модель күргәҙмәһендә Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө дизайнерҙары эшләгән балалар һәм өлкәндәр өсөн үҙенсәлекле кейем һәм аксессуарҙар коллекцияһы тәҡдим ителде. Милена Герасимова һүҙҙәренсә, республиканың төрлө ҡалаларынан талантлы кешеләрҙең мода өлкәһендә хеҙмәттәшлеге бик ҡиммәтле. - Мин үҙ-үҙемә ҡарата ҡәтғи кеше, шуға әлеге сара нисек үтеүе тураһында айыҡ баһалай алмайым. Һәр ваҡыт берәй етешһеҙлек табып ҡына торам һәм балалар менән был урындарҙы ентекле өйрәнәбеҙ. Бөгөн дә был урында икенсерәк атларға, башҡа музыка һайларға булыр ине тип иҫәпләйем, - ти Милена Герасимова. - Был тәүге тәжрибә генә. Эште дауам итәсәкбеҙ, киләһе ошондай байрамды музей артындағы скверҙа йәки Ағиҙел яры буйында уҙғарырға иҫәп тотам.
Сөмбөл Шәйәхмәтова. Алена Бизикина фотоһы.