

- Ысын мәғәнәһендә уйындар һәм йәнһүрәттәр бала саҡтың иң мауыҡтырғыс мәлдәренең береһе, «Әйҙә уйнарға» фестивале ошо ике компонентты ла берләштерә, -тине «Союзмультфильм»дың генераль директоры Борис Машковцев. – Беҙ был сараның бер өлөшө булыуыбыҙға шатбыҙ, сөнки геройҙарыбыҙ балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе, төрлө ҡалаларҙы ярата, илдәрҙе һәм хатта континенттарҙы берләштерә. Беҙҙең киностудия үткәргән саралар фестивалдең бер ҡунағын да битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанам. 5 июндә «Союзмультфильм» майҙансығы ҡунаҡтарын Винни-Пух һәм уның дуҫтары ҡаршылай. Майҙансыҡтағы оҫталыҡ дәрестәре «Әкиәттә ҡунаҡта» тигән анимация программаһы менән тамамлана. 6 июндә майҙанға Арыҫлан балаһы һәм Кеша килә. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре, анимация буйынса дәрестәр һәм феррлинг техникаһында ижад итеү планлаштырылған. Программала шулай уҡ пазлдар йыйыу һәм гигант кубиктар менән уйнау ойошторолған. 7 июндә ҡунаҡтарҙы Матроскин һәм Шарик ҡаршы аласаҡ. Почтальон Печкин һәм Федорҙың «Простоквашино» мультфильмы мотивтары буйынса үткәрелгән квизы балалар өсөн айырым бер ваҡиға буласаҡ. 8 июндә, фестивалдең һуңғы көнөндә, "Союзмультфильм" бөтә геройҙары менән осрашыуҙар бүләк итә. Программала беләҙектәр үреү, муйынсаҡ һәм брошюралар эшләү, шулай уҡ “Музыка буйынса мультфильмды таны” тигән музыкаль квиз үткәреү ҙә ҡаралған.