Тап 24 июль көнө Вил һәм Юлиә Нафиҡовтар ғаиләһенең никахтары яралып, уларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп изге ниәттәр оло тормош юлына баҫҡан мәлдәре. Был ваҡытҡа ун өс йыл ваҡыт ҡына уҙыуына ҡарамаҫтан, йәштәр матур итеп донъя ҡорорға ла, биш балаға атай менән әсәй булырға ла өлгөргән.
- Мин бер ваҡытта ла биш балаға әсәй булырмын тип хыялланманым. Икәүҙән артыҡ тапмаҫмын тип уйлай торғайным. Тормош иптәшем, киреһенсә, ошолай күп балалар булыуын теләп йөрөгән. Хоҙайҙың «амин» тигән сағына тура килгәнме, әллә яҙмыш ҡушыуымы – ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Иң мөһиме, Вилем ышаныслы тормош иптәше, шуға ла беҙ бөгөн күп балалы ғаилә, - тип һөйләй Юлиә.
Юлиә Ишембай районы Ҡарлар ауылы ҡыҙы, Вил Бүздәк районының Ҡанлы-Төркәй ауылы егете. Йәштәрҙе Салауатта уларҙың уртаҡ дуҫтары ҡауыштыра. Был ваҡытта Юлиәнең тәүге иренән оло ҡыҙы Миланаһы була, Вил яңы ғына әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет. Ул һөйкөмлө, сибәр ҡыҙға ғашиҡ була, тыныс, аҡыллы егет тә Юлиәнең йөрәген тиҙ яулай. 2012 йылдың март айында Нафиҡовтар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Яҡындарының туйҙа әйтелгән теләктәрен аҡлап, улар бик матур итеп тормош башлайҙар.
Бер йылдан ғаилә ишәйә. Түңәрәк бәхеттәрен арттырып, улдары Вилмир донъяға килә. Тағы ике йылдан ҡыҙҙары Гөлназ тыуа. Йүнсел ғаилә дәүләт ярҙамының артыҡ булмаҫын аңлап, ер участкаһына сиратҡа баҫа. Дүрт йылдан уларҙың Тимур исемле улдары, тағы ла өс йылдан Рианна исемле бәләкәстәре донъяға килә. Ғаилә ҙурайғас, Нафиҡовтар фатирҙарын да киңәйтеп ебәрергә ҡарар итә. Икенсе бала өсөн бирелгән әсәлек капиталы өс бүлмәле фатир алғанда ярап ҡала. Әле ғаилә Торлаҡ сертификаты алыу өсөн документтар йыйып, дәүләт ярҙамы менән, үҙҙәренең тырышлыҡтарын ҡушып, бөтә уңайлыҡтары, балаларға айырым бүлмәләре булған яҡты, күркәм өй төҙөп сығарға иҫәп тота.
- Күп балалы ғаиләләргә Хөкүмәт ниндәй ярҙам күрһәтә тигәндә, пособиенан башлар инем. Һәр балаға тейешле пособиены алабыҙ. Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән түләүҙәр бар, Яңы йыл байрамдарына бүләктәр бирелә, бассейнға, ял итеү урындарына инеү өсөн ташламалар бар. Мәктәптә иртәнге туҡланыу өсөн түләмәйбеҙ. Ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы өсөн компенсация бирелә. Музей, театрҙар, балалар лагерҙары, шифаханалар бушлай, әммә улар менән ҡулланғаныбыҙ юҡ, - тиҙәр Нафиковтар.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тиеүҙәре хаҡтыр. Күп балалы ғаиләләргә бирелгән иғтибар-ярҙам өсөн бик рәхмәтле улар. Шулай тиһәң дә, беҙ күп балалы ғаилә тип дәүләт «елкәһендә» ултырмай Нафиҡовтар. Дәртләнеп донъяларын бөтәйтәләр, балаларын тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, бөгөн 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһында хеҙмәт итә. Йөрәк ҡушыуы буйынса 2019 йылда Чечняға ла барып ҡайта. Бөгөн ул хәрби хәрәкәттәр ветераны. Юлиә лә быға тиклем трамвай идаралығында эшләгән, иң бәләкәстәре Рианнаһы тыуғас ҡына эшенән киткән.
Нафиҡовтарҙың иң ҙур байлығы - балалары. Иң өлкәндәре Милана - ҡаланың педагогия коллеждының башланғыс кластар һәм коррекцион педагогика бүлегенең беренсе курсын тамамлаған. Вилмирға 12 йәш, малай 25-се башҡорт гимназияһының Шайморатов класында уҡый, футбол менән мауыға. Гөлназға 10 йәш, ул 2-се гимназияла уҡый, бисер үреү, ҡул эштәре эшләү түңәрәгенә йөрөй. Улар бөтәһе лә тик дүртле-бишле билдәләренә генә өлгәшә. Алты йәшлек Тимур һәм иң бәләкәстәре Рианна әлегә икәүләшеп 23-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.
- Береһенән-береһе бәләкәй балалар менән ҡыйынға тура килмәйме? Барыһына ла нисек өлгөрәһең? - тием Юлиәгә.
-Иремә рәхмәтлемен. Ул эштән арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, балаларҙы ҡараша. Һәр саҡ уның ышаныслы иңен тоям. Шуға тормош иптәшемдән бик уңдым. Ҙурҙарының ярҙамы һиҙелә, туғандарын ҡарарға ярҙамлашып ҡына торалар. Иң ҡыйыны - бөтәһе бергә ауырып алған мәлдәр генә, - тип йылмая Юлиә Хәлит ҡыҙы.
Вил Венер улы ла кәләшен маҡтамайынса түҙә алманы:
- Ғүмер юлдашым тап шундай булғанға яҙмышыма рәхмәтлемен. Ғаилә минең өсөн ҡәлғә, яҡындарым етеш, матур йәшәһен өсөн тырышасаҡмын. Юлиәнең балаларыбыҙға наҙлы, хәстәрлекле әсә, оҫта, алтын ҡуллы, уңған хужабикә булыуына һоҡланам.
Татыу ғаилә әсәй һәм ҡәйнә, йәғни өләсәйҙәре ярҙамын, хәстәрен тойоп йәшәй. Юлиәнең әсәһе Фәнилә Яҡуп ҡыҙы кәрәк саҡта Салауатҡа ла килеп, бәләкәстәрҙе ҡарашып тора. Вилдең әсәһе Зөмәрә Хәмзә ҡыҙы йырағыраҡ йәшәгәс, күберәк аҙыҡ-түлек менән ярҙам итергә тырыша. Ә йәй көндәре инде балалар ике өләсәһендә лә рәхәтләнеп ял итеп, каникулдарын күңелле итеп уҙғара.
- Беҙҙең ғаиләлә ололарҙы ихтирам итеү, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу мотлаҡ һанала. Бөтәбеҙ бергә ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә татыу, берҙәм, - тиҙәр Нафиҡовтар. - Балаларҙың тыуған көндәрен, байрамдарҙы бергә уҙғарабыҙ.
Әйткәндәй, яҡын арала Юлиә биш бала әсәһе булараҡ “Әсәлек даны” миҙалын да ҡулына алырға тора. Ә иң мөһиме, беҙ балаларыбыҙҙы дан, аҡса өсөн тапманыҡ, улар - беҙҙең йәшәү мәғәнәһе. Төп маҡсатыбыҙ – малай-ҡыҙҙарыбыҙҙы лайыҡлы тәрбиәләү, белем биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу, ти улар.
“Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауығып киттек. Шул уҡ ваҡытта иң мөһим ҡиммәттәр – атайлыҡ һәм әсәлек бәхете хаҡында оноттоҡ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, выждан, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып тәрбиәләү», – тине республика башлығы Радий Хәбиров беренсе тапҡыр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.
Гөлиә Нуриманова.
Фото Нафиковтарҙың ғаилә архивынан.