Милли бейеүҙәрҙе үҫтереү һәм яҡлау маҡсатында ойошторолған бәйге өс этаптан уҙа. Тәүһендә коллективтар номерҙарын видеоға төшөрөп, дистанцион һайлап алыу турына ебәрә. Икенсе этапта жюри эштәрҙе ҡарай һәм иң-иңдәрҙе гала-концернтҡа саҡыра, ошонда уҡ еңеүселәр исемдәре билдәләнә. Салауаттар бәйгенән лайыҡлы өсөнсө урын алып ҡайта.
- Былтыр беҙ “Байыҡ”та беренсе урын яулағайныҡ, быйыл өсөнсө урын бирҙеләр. Йәш коллективыбыҙға бындай ҙур бәйгелә призлы урын алыуы яҡшы. “Гөлнәзирә”не алып барҙыҡ, ойоштороусыларҙың беҙҙең бейеүҙе концертты ябыу номеры итеп ҡуйыуҙары мәртәбәле булып тора. Тамашаны асыу, пролог өлөшөнә лә, самрауҙарҙы һайлап алдылар, унда егерме коллектив араһынан өс мәктәп кенә ҡатнашты. Артабан да ошондай төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға ниәтебеҙ ҙур, сөнки балалар бер-береһе өсөн янып, берләшеп, тағы ла матурыраҡ сығыш яһарға дәртләнеп тора, - тип һөйләй “Самрау” халыҡ бейеүҙәре мәктәбе етәксеһе Эмиль Һөйәрғолов.
Ысынлап та, иң сағыу сығыштарға ҡоролған гала-концерттан, бигерәк тә 500-ҙән ашыу йәш бейеүсе ҡатнашҡан ярыштан бындай уңыштар менән ҡайтыуы мәртәбәле. “Самрау” халыҡ бейеүҙәре мәктәбенә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
Cөмбөл Шәйәхмәтова.