газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2025, 15:30

Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 92-се ижад миҙгелен япты. Уны артистар Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса «Зәйтүнә» спектакленең премьераһы менән тамамланы. Был миҙгелдә мәҙәниәт усағы башҡа сәхнә әҫәрҙәре менән дә тамашасыны ҡыуандырып, рухи аҙыҡ биргән.

Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле
Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле

-Драматургия өлкәһендә һуғыш темаһына күптән яҡынайып, яҙырға теләк бар ине. Һуғыш ваҡытында башҡорт ҡыҙҙарының ҙур батальондар менән фронтҡа киткәне тураһында күп ишеткәнебеҙ булды. 94 йәшлек атайыма Зәйтүнә тураһында һөйләгәйнем, ул иланы. Һәм атайым беҙҙең халыҡтың эске ныҡлығы - уның сабырлығында, тине. Шуға ла мин әҫәрҙе яҙғанда халҡыбыҙға хас булған сабырлыҡты, ныҡлыҡты нигеҙ итеп алдым һәм Зәйтүнә образына ошо сифаттарҙы һалырға тырыштым, - тип һөйләй премьераны ҙур тулҡынланыу менән ҡарап ултырған Сәрүәр Сурина.

Спектаклдең премьераһы алдынан театр фойеһында Стәрлетамаҡтың «Ҡара генерал» эҙәрмәндәр отряды йыйған хәрби артефакттар күргәҙмәһе ойошторолдо. Сараға героиня тураһында мәғлүмәт эҙләү өҫтөндә эшләгән «Миәкә иҫтәлеге» отряды етәксеһе Вилсур Нафиҡов һәм Зәйтүнә Әлбаеваның туғандары килгәйне.

- Зәйтүнәбеҙҙең исемен тыуған илебеҙгә ҡайтарыу бик шатлыҡлы ваҡиға. Ҡалмыҡ иле менән беҙҙең Миәкә араһында күпер барлыҡҡа килде. Улар беҙгә килә, беҙ Зәйтүнәнең ҡәберендә булып, сәскәләр һалып ҡайттыҡ. Уның хаҡындағы спектаклде күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булмай, - тип һөйләй Зәйтүнә Әлбаеваның туғаны Лилиә Сәйәхова.

 Спектаклдән һуң миҙгелгә йомғаҡ яһалып, иң-иңдәр билдәләнеп кителде. Был көндө төп ролде уйнаған Гөлкәй Хәсәнова һәм Артур Тажитдинов театрҙың Почет грамоталары менән билдәләнде. Театр ветераны Флүрә Мозаһитованы коллектив 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзының Почет грамотаһын тапшырҙы. Мәҙәниәт өлкәһендәге күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән диктор - тәржемәсе Айгөл Королева бүләкләнде. Кисәнең тағы бер шатлыҡлы мәле булып «Иң яҡшы йыл актеры» премияһын тапшырыу торҙо, быйыл уға халыҡ артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар лайыҡ булды. Театр коллективы үҙенең иң тоғро тамашасыларын да онотманы. Улар араһында бер спектаклде лә ҡалдырмаған 82 йәшлек Ишбулды Дәүләтбаев һәм театр донъяһы менән таныша башлаған 10 айлыҡ Арыҫлана Ниғмәтуллина бүләкләнде.

- Хөрмәтле тамашасылар, беҙ һеҙҙең менән нисә йыл миҙгел асабыҙ һәм ябабыҙ. Беҙҙе ошолай ихлас күңелдән ҡарайһығыҙ, театрҙы яратаһығыҙ һәм киләсәктә лә ошо дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен. Беҙ матур премьералар күрһәтеп, ә һеҙ тулы залдар менән ҡыуандырып торорһоғоҙ тип ышанабыҙ, - тине театр директоры Айбулат Ҡотошов.

 92-се ижад миҙгеле театр тарихында сағыу бит булып уйылып ҡалған. Махсус хәрби операция ваҡиғаларына ҡағылған һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған спектаклдәр тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителә. М.Кәримдең «Ярлыҡау» спектакленең ике абруйлы фестивалдә ҡатнашыуы - миҙгелдең иң сағыу ваҡиғаларының береһе. “Федерация” бөтә Рәсәй милли театрҙар һәм “Хәбәрнамә” VI милләт-ара фестивалдәрендә сәхнә әҫәре юғары баһа ала. Бында Яҡуп Шәрипов уйнаған Буренкин образы билдәләнеп, махсус приз менән бүләкләнә.

Миҙгел дауамында театр үҙенең күренекле актерҙарын хөрмәтләй. Халыҡ артистары Гөлфирә Сәфиуллина һәм Минзилә Ҡотошованың юбилейы театр сәнғәтен һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әүерелә. Миҙгелдәрен япһалар ҙа, салауаттар гастролдәр менән ҡала һәм ауылдарҙа тамашасыларҙы сығыштары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Ә үҙ сәхнәләрендә артистар 2, 3 июндә  көндөҙгө сәғәт 11-ҙә “Бишкә тиклем һанайым”   (0+) әкиәтен күрһәтә. Шулай уҡ балалар өсөн 5 июнгә  “Балыҡсы менән балыҡ тураһында әкиәт”е (0+) планлаштырылған.

Сөмбөл ШӘЙӘХМӘТОВА. Александр Казаков фотолары.

Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле
Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле
Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле
Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле
Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле
Дәрт, рух, ҡаһарманлыҡ миҙгеле
Автор:
Читайте нас