газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2025, 23:05

Исемдәре Зәйтүнә...

Артист булырға хыялланған Миәкә ҡыҙы Зәйтүнә Әлбаева Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина курсына бара. Уны ла тамамларға насип булмай ҡыҙға: 1942 йылдың майында үҙ теләге менән фронтҡа юллана. Зәйтүнә 44-се һауа күҙәтеүе һәм элемтә батальонына эләгә. 1942 йылдың 9 авгусында ҡыҙ поста булғанда немец разведкаһы һалдаттары һөжүм итә. Уға бер яңғыҙына дошмандарға ҡаршы торорға тура килә һәм 20 йәшлек Зәйтүнә ҡалмыҡ ерендәге Садовое ауылы янында вафат була. «Бәхил булығыҙ, ҡыҙҙар, Ватан өсөн үләм» - был уның һуңғы һүҙҙәре була.

Исемдәре Зәйтүнә...
Исемдәре Зәйтүнә...

Был тарихты Салауат театрының художество етәксеһе Рафаэль Ғәйнуллинға А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының баш рәссамы Валерий Яшкулов бәйән итә. Нәҡ шул ваҡытта салауаттар батыр ҡыҙ тураһында спектакль ҡуйырға ниәт итә.  

-  Йәш кенә ҡыҙҙың үҙ теләге менән һуғышҡа китеү тарихы ҡыҙыҡһыныу уятты.  Икенсенән, иғтибарымды йәлеп иткәне - уның театр факультетының студенткаһы булыуы. Кем белә, бәлки ҡәһәрле һуғыш булмаһа, Зәйтүнә оло актриса булып китер, ҙур сәхнәләрҙе яулар ине. Әммә башҡорт ҡыҙы алғы һыҙыҡҡа баҫып, Ватан өсөн һәләк була, - тип һөйләй спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Рафаэль Ғәйнуллин.

Театр етәкселеге былтыр ноябрь айында билдәле драматург Сәрүәр Суринаға был тарих буйынса пьеса яҙыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Сәрүәр Рәшит ҡыҙы архив материалдарын ентекләп өйрәнә һәм ысын мәғәнәһендә талантлы әҫәр ижад итә.

- Пьесаны яҙғансы мин ҡалмыҡ халҡының тарихы, яҙмышы хаҡында бик күп уҡыным. Үтә тәрәнгә төшөп китеүҙән дә ҡурҡтым. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Рафаэль Ғәйнуллин менән тәүге һөйләшеүҙә үк уның был тема менән бик күптән ҡыҙыҡһыныуын күрҙем. Билдәле сценограф Валерий Яшкулов исеменән ул миңә бик мөһим мәғлүмәт бирҙе. Ҡалмыҡ Республикаһында, Садовое ауылында Зәйтүнә Әлбаеваны белмәгән кеше юҡ икән. Ауылдың бер урамына уның исеме бирелгән, һәләк булған ҡом тауында һәйкәл, көнөнә меңәрләгән машина үткән оло юл сатындағы мемориаль-обелискта уның исеме яҙылған, Садовое ауыл мәктәбе ихатаһында Зәйтүнәнең фотоһы менән махсус стела ҡуйылған. Мәктәп уҡыусылар башланғыс синыфтарҙа уҡ Зәйтүнә Әлбаева исемен, батырлығын белә. Архив материалдары, Ҡалмыҡ иленең тере шаһиттары, тыуған яғы Башҡортостан эҙәрмәндәре һәм туғандары ярҙамы менән Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлбаеваның исеме йылдар үткән һайын нығыраҡ асылғандан асыла барған. Яҡташыбыҙҙың ерләнгән урынын табыу, исемен илгә ҡайтарыу уның туғаны Зәйтүнә Әретҡолова ныҡышмалығы менән  бәйле, - тип һөйләй Сәрүәр Сурина.

Әйткәндәй, Салауат театры был сәхнә әҫәренә тотонор алдынан Зәйтүнә Әлбаева ерләнгән урында булып ҡайта. Былтыр улар Грозный ҡалаһына фестивалгә барғанда Садовое ҡасабаһына инеп, яҡташыбыҙҙың ҡәбере алдында баш эйә. Салауаттар тыуған яҡтан бер ус тупраҡ алып барып һала. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә “Зәйтүнә”  спектакле бик ентекле әҙерләнә. Пьеса авторы Сәрүәр Сурина актерҙарҙың репетицияларына баш ҡаланан бер-нисә тапҡыр килеп, бергәләп эшләй. Драматург әйтеүенсә, иң тәүҙә Валерий Яшкуловтың сценография эскиздарын бөтә халыҡҡа күрһәтеү. Икенсенән, Рафаэль Ғәйнуллин режиссер булараҡ, тап Зәйтүнә йәшендәге актрисаны, егерме йәшлек Гөлкәй Хәсәнованы төп ролгә һайлай. Заманы кеүек үк, үтә ҡатмарлы характерҙы уйнарға, икеләтә, өсләтә яуаплылыҡ, көсөргәнешлек талап ителә.

- Зәйтүнәнең һуңғы көндәрендә ни уйлауын, нисек йәшәүен театр артистары һәр яҡлап сағылдыра, һәр кеме үҙ ролен нисек тә байыраҡ, тәрәнерәк итеп күрһәтергә ынтыла. Төп образмы, йә бәләкәй ролме - актерҙар бирелеп, ихлас үҙ ролен башҡара. Театр был спектаклде Бөйөк Еңеүгә һикһән йыл тулыу уңайынан, бөгөн илебеҙ кисергән ҡатмарлы ваҡиғалар ағышында айырыуса ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләй. Һикһән йылдан һуң исеме илгә дан булып ҡайтҡан Башҡортостан ҡыҙы образы бөгөнгө ижадсы йәштәргә бик ҡәҙерле. Шулай уҡ уның исемен ҡәҙерләп һаҡлаған ҡалмыҡ халҡына ла ҙур рәхмәт, туғандашлыҡ тойғоһо театрҙың төп  маҡсатына тура килә, - тип билдәләй Сәрүәр Рәшит ҡыҙы.

Ҡаһарманлыҡ, Ватанға һөйөү өлгөһө булган башҡорт ҡыҙының аяныслы яҙмышы тураһындағы сәхнә әҫәрен Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә 22 майҙа (12+) күрергә була. Коллектив был кистә үҙенең 92-се ижад миҙгелен (12+) яба.

Сөмбөл ШӘЙӘХМӘТОВА.

Исемдәре Зәйтүнә...
Исемдәре Зәйтүнә...
Исемдәре Зәйтүнә...
Исемдәре Зәйтүнә...
Исемдәре Зәйтүнә...
Исемдәре Зәйтүнә...
Автор:
Читайте нас