газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель 2025, 09:50

Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем

- Тамашасы күңеленә барып етерлек образ тыуҙыра алыуымдың сере - үҙемдең ҡатын-ҡыҙ булыуымда. Ниндәй генә ролгә тотонһам да, шул образ кисерештәре менән йәшәй башлайым. Уны нисек тә тулыраҡ асып биреү маҡсатын ҡуям. Ҡайһы саҡта шундай мәлдәр була, уйнаған образға шул тиклем биреләһең, сәхнәнән һуң оҙаҡ ваҡыт үҙ хәлеңә ҡайта алмайһың. Ғөмүмән, мин сәхнәлә уйнамайым, ә сәхнә менән йәшәйем, - ти ошо көндәрҙә үҙенең күркәм алтын юбилейын билдәләүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова.

Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем

- Минзилә Марат ҡыҙы, илаһи сәнғәт донъяһы һеҙҙе нимәһе менән арбап алды?

- Беҙ бала саҡтан ауыл клубының бәләкәй генә залында зәңгәр экранда кино, ниндәй генә артистар концерт йәки театр коллективы спектакль менән килмәһен береһен дә ҡалдырмай ҡарап үҫкән быуын. Иң беренсе ҡараған спектаклем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрыныҡы булды. Сәхнәләге актерҙарҙың уйнаған ролдәренә ышанып, улар менән бергә шатланып, бергә көйөнөп, бергә борсолоп ултырҙым. Тап шул ваҡытта минең театрға булған һөйөүемә орлоҡ һалынғандыр. Һәм, шуны әйткем килә, минең сәнғәт юлын һайлауымда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының өлөшө ҙур. Рәзинә Миңлебай ҡыҙы бәләкәй ваҡыттан матур һөйләргә өйрәтте, йырға, бейеүгә һөйөү тәрбиәләне. Уның тормош иптәше Ринат Ғилемйән улы Тимерғәлиев беҙҙе физкультура дәресенән уҡытты, Ринат ағай миңә һәр ваҡыт: “Һин ҡыҙыҡай, буласаҡ сәхнә йондоҙо, артистка буласаҡһың”, тип арҡамдан һөйә ине.

- Театрға һөйөү осҡондары бәләкәйҙән башланған. Ә актриса булырһығыҙ, ҙур сәхнәләрҙе яуларһығыҙ тип уйланығыҙмы?

- Атайым Марат Зәйләғи улы шул тиклем моңло йырланы, мәжлестәрҙә уның йырлағанын тын да алмай тыңлай торғайнылар. Ул һәр ваҡыт халыҡ йырынан башлай, шунан ҡыҫҡа йырҙар һәм таҡмаҡтар менән бөтөрөп ҡуйыр ине. Һәр иртән беҙ атайымдың моңло тауышына уянып китә инек. Әсәйем Миңйыһан Сәйетгәрәй ҡыҙы оҫта бейене, 10-сы класта уҡығанында бейеү буйынса республика конкурсында беренселекте алған. Аҙаҡ та Өфө сәхнәләрен күп тапҡырҙар яуланы ул.Әсәйем менән гелән өйҙә бейеүҙәр өйрәнгәнебеҙ, уның миңә костюмдар теккәне бөгөнгөләй хәтерҙә. Әсәйемә оҡшап, бәләкәй саҡтан бейеп, ауыл клубтарында сығыш яһап үҫтем. Ауылда телевизорҙар барлыҡҡа килә башлағас, күрше инәйҙәргә инеп балет ҡарай инем. Аҙаҡ 9-сы класҡа Рәми Ғарипов исемендәге г и м н а з и я - и н т е р н а т ы н а уҡырға барғас та, Рәшиҙә Туйсина етәкләгән бейеү, театр түңәрәктәренә йөрөнөм. Хәҙер уйлап ҡуям да, әгәр мин театрҙы һайламаһам, барыбер сәнғәттән йыраҡ китмәй бейеүсе булыр инем.

- Шулай ҙа һеҙ мауыҡтырғыс театр юлын һайлағанһығыҙ. Курсығыҙҙан, уҡытҡан остаздарығыҙҙан уңдығыҙ, тип әйтә алаһығыҙмы?

- 1993 йылда мин хәҙерге З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының студенткаһы булып киттем. Шул ваҡытта минең ҡыуанғанымды күрһәгеҙ - минең иң ҙур хыялым тормошҡа ашты, мин актриса буласаҡмын! Беҙҙең курсты Ғабдулла ағай Ғиләжев етәкләне. Рәфил Нәбиуллин, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова, Фирҙәт Ғәлиев, Суфия Ҡорбанғәлиева, Зәки Мәхмүтов, Ләлә Муллабаева, Әхтәм Абушахманов, Земфира Хөсәйенова кеүек абруйлы, дәрәжәле шәхестәр уҡытты. Курсығыҙҙан уңдығыҙмы тигәндән, беҙ ныҡ татыу, үҙенсәлекле курс булдыҡ, Земфира Хәмзә ҡыҙы әле лә, һеҙҙең этлектәр, ҡыҙыҡлы хәлдәр онотолмаҫ инде ул, ти. Беҙгә баштан уҡ, диплом алмайынса өйләнеү, бала табыу тураһында уйларға ла ярамай, тинеләр. Ә беҙ Айбулат менән беренсе курста уҡ яҙылыштыҡ, шунан курстағы башҡа егет - ҡыҙҙар өйләнешә башланы, бер-бер артлы балалар таптыҡ. Беләһегеҙме, Ғабдулла ағай Ғиләжев беҙҙе ныҡ яратты, әллә һуңғы курсы булғас, бәлки, һиҙҙеме микән, «балаҡайҙарым» тип кенә ҡурсалап йөрөнө. Мин бала тапҡас, Ғабдулла ағай, мин нисек уҡырмын, академ ялына китәйем микән, тип ингәс, юҡ инде, әллә беҙ бала ҡарай алмайбыҙмы, бергә уҡып бөтә, тине. Мин уға ҙур рәхмәтлемен.

-  30 йыл театрҙа эшләү дәүерендә бихисап ролдәр башҡарғанһығыҙ, уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ? Роль бирелгәс, эште нимәнән башлайһығыҙ?

- Драматик ролдәрҙә мин башта геройымдың эске кисерештәрен эҙләйем, ә комиктарында, киреһенсә, тышҡы ҡиәфәттән эске образды табам. Уның нисек һөйләшеүенән, үҙен тотошонан, атлап китеүҙәренән башлайым. Миңә теге йәки был ролем яҡын, йә киреһенсә, был ролем оҡшамай тип әйтһәң, алдау булыр. Сөнки һәр нәмәгә көсөңдө, ваҡытыңды, эске кисерештәреңде һалаһың, йәнең-тәнеңде биреп эшләйһең. Шулай ҙа “Тау артында тал илай” тигән спектаклдәге ролем иң ҡәҙерлеһе булды, мин уны шул тиклем яратып уйнаным. Быға үҙенең аңлатмаһы ла бар, сөнки был минең олатайым һәм өләсәйем тураһында ысын булған хәл-ваҡиғаларҙан сығып яҙылған әҫәр. Ошо спектаклдә мин үҙемдең өләсәйемде, беҙҙең яҡта әбей тиҙәр, Ғәйнисә ролен башҡарҙым. Был спектакль 4 йәшлек кенә Динислам улымдың ҡатнашыуы, тормош иптәшем Айбулаттың уйнауы менән дә йылы хәтирәләр һаҡлай. Сәхнә әҫәре халыҡҡа шул тиклем оҡшаны, күпме генә уйнаһаҡ та, һәр ваҡыт көслө алҡыштар менән тамамлана ине.

- Минзилә Марат ҡыҙы, һеҙ үҙегеҙҙе режиссер булараҡ та һынап ҡараған ижад кешеһе. Ҡайһы өлкәлә эшләү күңелегеҙгә ятышлыраҡ?

- Минең тормошом һәм ижади юлым бер-береһенә үрелеп барып һәр ваҡыт һикәлтәле-һикәлтәле һәм мауыҡтырғыс булды. Беҙ бер урында ғына йәшәмәнек, мин декабрист ҡатындары кеүек, ирем ҡайҙа тәғәйенләнһә, уның янында булдым. Сибай театрында ун биш йыл эшләгәндән һуң, яҙмыш беҙҙе ғаиләбеҙ менән Ишембайға алып килде. Айбулатты мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп саҡырҙылар. Унда, белеүегеҙсә, театр юҡ, ә халыҡ театрының үҙенең етәксеһе бар, шунан мин ҡала мәҙәниәт һарайының директор урынбаҫары булып эш башланым. Әммә күңел барыбер ижадҡа тартылды, шуға күрә ҡала байрамдарына театрлаштырылған тамашалар, халыҡ театрында спектаклдәр ҡуя башланым, һабантуйҙар әҙерләүҙә лә режиссер булып сығыш яһаным. Аҙаҡ тормош иптәшемде Сибай филармонияһына директор итеп ебәрҙеләр, был юлы ла ҡәйнәмдең ирең янында бул тигәнен тыңлап, филармонияла режиссерлыҡ эшенә сумдым. Был осор минең өсөн яңы офоҡтар асты, сөнки мин үҙемде актриса булараҡ ҡына түгел, ә икенсе яҡтан да аса алдым. Салауат театрында ҡуйған лекторийҙарым тап Ишембай һәм Сибайҙа тупланған тәжрибәгә нигеҙләнгән. Мин яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен, сөнки ул миңә ошондай ҡиммәтле тәжрибә алырға мөмкинлек бирҙе. Хәҙер мин ҡабаттан актриса һөнәренә әйләнеп ҡайтһам да, күңелемдә профессиональ актерҙар менән спектакль ҡуйыу хыялы йәшәй.

- Һеҙҙең тормош иптәшегеҙ Айбулат Миңлеғәли улын беҙҙең ҡала театрына директор итеп тәғәйенләнеләр. Салауат һеҙгә сит ҡаламы, бында һеҙҙе нисек ҡабул иттеләр, яңы коллективҡа инеп китеүе ҡыйын булманымы?

- Әлбиттә, Салауат ҡалаһының минең тормошта яңы бит асыуына бик шатмын. Айбулаттың директор вазифаһына тәғәйенләнеүе - икебеҙ өсөн дә яуаплы аҙым. Ә Салауат беҙгә электән яҡын булды. Театрҙа беҙҙең курсташтар Наҙгөл һәм Ишбулат Иҫәнбаевтар, Рөстәм Фазылов уҡып бөткәндән бирле ошонда эшләй. Беҙҙең быуын артистары менән гел күрешеп, фестивалдәрҙә осрашып тора инек, улар беҙгә бер ҙә ят түгел. Салауатҡа күсергә тигәс, мин ҡыуандым ғына тип әйтә алам. Тыуған Миәкә яҡтарым яҡын булыуын әйтеп тораһы ла түгел. Атайәсәйемде, туғандарымды йышыраҡ күреп, улар менән аралашып йәшәү – минең өсөн оло шатлыҡ. Ҡәйнәм менән ҡайныма ла яҡынайҙыҡ. Беләһегеҙме, бәндәне ризыҡ йөрөтә тиҙәр бит, ҡайҙа ғына эшләһәм дә һайлаған һөнәремә күңелемде биреп, тамашасыны ихлас яратып йәшәйем.

- Тормош иптәшегеҙҙең етәкселеге аҫтында эшләүе нисек?

- Был һорау бик ҡатмарлы. Иң ауыры ана шул тип әйтә алам, сөнки һинең яңылышлығың, һинең көсһөҙ яҡтарың булһа, иптәшемә төрттөрөргә мөмкиндәр. Шуға һәр ваҡыт үҙемде дипломат итеп торорға, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, ипләп кенә юлға һалып ебәрергә тейешһең. Кәрәк икән көлкөгә бороп, кәрәк урында ноҡот уҡып та ебәрергә кәрәк. Сөнки коллективта төрлө характерлы, төрлө уйҡарашлы кешеләр эшләй. Халыҡ мәҡәле әйтмешләй, иң беренсе үҙеңдекенән башла тигәндәй, берәй нәмә булһа, беренсе булып етәксенән мин шелтә алам. Бер ваҡытта ла мин директор ҡатыны тип маһайып йөрөмәйем, мин бөтәһенә лә ихласмын, йылмайып, аралашып барам, шулай ҙа ғәҙеллекте яратам.

- Икегеҙ ҙә сәнғәт кешеләре булғас, оҙайлы гастролдәр, киске спектаклдәр бар. Балаларығыҙ ҙа сәхнә артында үҫтеме, уларҙың һеҙҙең юлды һайларға теләктәре бармы?

- Был яҡтан мин ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәтлемен. Беҙ студент саҡта уҡ сессияға киткәндә ете айлыҡ Айзилә ҡыҙыбыҙҙы бер айға уларға ҡалдырып киттек. Оло ҡыҙыбыҙҙың бала сағы шулай олатай-өләсәйҙәре менән уҙҙы, математика-физика йүнәлеше буйынса белем алып, “Ҡурай” каналында эшләп алды, әле Милли йәштәр театрында. Сәхнәлә күп кенә ролдәр уйнап үҫкән Динислам улыбыҙ Өфө нефть университетына уҡырға инде. Шулай ҙа сәхнәнән йыраҡ китмәй, төрлө ижади эштәрҙә ҡатнашып йөрөй. Аҡйондоҙ ҡыҙыбыҙ Р.Ғарипов исемендәге гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы, ошонда театр түңәрәгенә йөрөй, режиссер булырға хыяллана. Бәләкәсебеҙ Айгүзәл 5-се класта белем ала. Әлеге лә баяғы гастролдәр ваҡытында өләсәйҙәргә ҡалдырып китәбеҙ. Мин Әминә исемле ейәнсәремә өләсәй ҙә. Балаңдың балаһы балдан да татлы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.

- Театрҙан тыш нимәләр менән мауығаһығыҙ, ниндәй шөғөлдәрегеҙ бар.

- Мин төрлө тарихи, документаль кинолар ҡарарға яратам. Тормошҡа килгәндә, мин баҡса эшен үҙ итәм. Ирҙәр-ҡатындар эше тип ҡарап тормайым, ҡулдан килгәнсә барыһын да эшләйем. Атайым мине дүрт улы араһында берҙәнҡыҙ ҡыҙы булғанға яратып гел янында ғына алып йөрөй торғайны. Тегергә һәм һүрәт төшөрөргә яратам. Минең ҡарт олатайҙарым указной мулла булғандар, китаптарҙа доғалар күрһәм бәләкәйҙән уҡырға маташа инем, мәсет яндарынан үткәндә һәр ваҡыт инеп сығырға тырыштым. 2015 йыл тирәһе булды микән был хәл, ағайым өйҙәренең башын ябалар, шул ваҡыт ҡап-ҡара булып ел-дауыллап ямғыр килә башламаһынмы, мин баҡсаға сыҡтым да, эй, Хоҙайым ошо дауыл үтеп китһә, мин иртәнге намаҙға баҫам тип әйттем һәм шулай булды ла. Шулай яйлап башланым, хәҙер биш намаҙымды ҡалдырмайым. Ун йыллап тирәһе бер көн ҡалдырмай ураҙаһын тотабыҙ.

16 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошованың 50 йәшлек юбилейына арналған матур тамаша (12+) уҙасаҡ. Кисәнең тәүге өлөшөндә тамашасыларға Минзилә Марат ҡыҙы төп ролдәрҙең береһен башҡарған «Ҡоҙалар - ҡоҙасалар» (12+) музыкаль комедияһы күрһәтелә. Был сәхнә әҫәре үҙенең сағыу сюжеты, талантлы актерҙар уйнауы һәм тамашасыны йәлеп итерлек уйын-көлкө, йырбейеүҙәр менән үрелеп бара. Кисәнең икенсе өлөшөндә юбилярҙы коллегалары, яҡташтары, шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәни һәм ижади интеллигенцияһы вәкилдәре ҡотлай.

Сөмбөл ШӘЙӘХМӘТОВА. Фото актрисаның шәхси һәм театр архивынан.

Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Сәхнә - ул һулар һауам һәм йөрәк тибешем
Автор:
Читайте нас