Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы Сираева беҙҙең ҡалала көтөп алынған ҡунаҡ. Был осрашыу Сәүиә Сираева өсөн дә тулҡынландырғыс һәм ҡәҙерле. Сөнки актрисаның ҙур сәхнәләргә беренсе аҙымдары тап беҙҙең Салауат ҡалаһынан башлана.
- Сәхнәләге иң тәүге ролдәремде Салауат сәхнәһендә уйнаным. Бында мин 1959 йылдан алып 1963 йылға тиклем йәшәнем һәм гөрләтеп эшләп йөрөнөк. Мине театр бик йылы ҡаршы алды тип әйтә алам, килеү менән ҙур ғына ролдәр ҙә бирҙеләр. Ул ваҡытта артистарҙың мәж килеп ауылдарға бер-нисә айлап гастролдәр менән йөрөгән осоро, Салауат театрының дәртләнеп эшләгән, сәскә атҡан мәлдәренең береһе ине, - тип һөйләй Сәүиә Сираева.
Әлеге көндә актриса үҙенең 91 йәшенә етеп барһа ла “Нур” театрының репертуарындағы биш спектаклдә уйнай. Баш ҡалабыҙ Өфөлә генә сығыш яһамай улар, ошолай гастролдәр менән дә йөрөйҙәр, ә Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы улар менән.
- Ошо йәшемдә сәхнәлә уйнап йөрөүемдең сере ябай - сәнғәтте яратам һәм хәтерем яҡшы, тип йылмая актриса. Беҙҙең эш хәтер ныҡлығына ҡоролған. Хәтер тигәнең бөгөн бар, иртәгә юҡ тигәндәй, ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән бүләк итеп ҡабул итәм. Күп кенә оло артистар тап шул һүҙҙәрен онотоу, йәғни хәтерҙәрең булмау арҡаһында сәхнәнән китәләр, ә мин сәхнәлә йәштәргә һүҙҙәрен онотоп китһәләр әйтеп ебәрәм. Шул хәтеремдең ныҡ булыуы мине театрҙа тотоп тора ла инде, уны нығытыу, яҡшыртыу өсөн бер нәмә лә эшләмәйем, нисек бар шулай йәшәй бирәм”, - тип бүлешә Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы.
Был кисте уйналған “Әсәйемдең аҡ күлдәге” спектаклендә Сәүиә Сираева төп ролдә. Уның бирелеп китеп, илһамланып уйнауы һоҡланыу ғына уята.
- Был спектакль шоу түгел, ә ул шок. Һуңғы ваҡытта сәхнәлә шау-шыу күбәйҙе, спектакль аҙағында һикереп бейеп, ҡысҡырып йырлап, мәж килеп тамамлап ҡуялар. Ә бында тамашасы ҡатып ҡалған, шок хәлендә, был минең иң яратҡан өлөшөм. Спектакль драматургия яғынан шул тиклем көслө, һәр кем йөрәгенә беҙ әйтергә теләгәнде һалып ҡайтып китә һәм оҙаҡ ҡына уйланып йөрөй. Уның тәрбиәүи миссияһы тап шунда, - ти Сәүиә Сираева.
Сәүиә Сираева ғаилә ун икенсе - кинйә бала. Нуриман районы Иҫке Исай тигән башҡорт ауылында донъяға килә. Һуғыш осороноң ауыр һынауҙарын күреп, сынығып үҫә. Ул ғәжәйеп яҙмышлы, киң масштаблы ысын халыҡ һөйөүен яулаған актриса. Ижади юлында уға барлығы 60-тан ашыу ролде сәхнәгә сығарыу бәхете тейә. Сәүиә Сираева бөгөнгө көнгә тиклем күптәрҙең яратҡан артисы булып ҡала һәм ун хаҡлы рәүештә республика мәҙәниәте, сәнғәте байлығы тип атарға мөмкин.
Гөлиә Нуриманова.