газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Июль , 17:10

Ғүмерҙәрҙе һаҡлаһын бетеүҙәр

Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов «Бетеү» фильмында төшкән.Ай башында «Башҡортостан» киностудияһы «Бетеү» тип аталған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмын төшөрә башланы. Кино, алыҫлыҡҡа һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙар тарихын һөйләй.

Ғүмерҙәрҙе һаҡлаһын бетеүҙәр
Ғүмерҙәрҙе һаҡлаһын бетеүҙәр

Халҡыбыҙ элек-электән яуыз көстәрҙән, яман күренештәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн бетеү таҡҡан. Мәжүсилек осоронда кешеләр төрлө кейек-януар, ҡош-ҡорттоң (бүре, айыу теше, тырнағы, йөнө, болан мөгөҙө, ҡаҙ йөнө), ағас, башҡа үҫемлектең төрлө өлөштәренән бетеү яһаған. Ислам дине таралғас, бетеүҙе доғалар менән эшләгәндәр. Был фильмдың да «Бетеү» тип аталыуы юҡтан түгел. Картинала төп иғтибар берҙән-бер ейәнен хәрби хеҙмәткә ебәрергә теләмәгән героиняға бирелә. Ейәнен туҡтатыу өсөн ул нәҫелдән-нәҫелгә тапшырылып килгән бетеүҙе тартып ала. Хатаһын аңлап, ҡатын бетеүҙе гуманитар ярҙам менән ебәрергә тырыша, әммә ул еңелдән түгел.
Фильмдың режиссеры һәм идея авторы - киностудияның «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» фильмдары һәм «Күршеләр» сериалы кеүек әһәмиәтле эштәр төшөрөүсе Руслан Юлтаев. Әйтергә кәрәк, фильм республикабыҙҙың иң матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ишембай районы Маҡар ауылының күркәм тәбиғәт ҡосағында төшөрөлә. Өйҙәрҙәге эпизодтар өсөн ауылдың ҡунаҡсыл ғаиләләре үҙҙәренең йорттарын биреп тора.
- Бик ҡыҫҡа, ни бары һигеҙ көн эсендә, фильмды төшөрөүгә ирештек. Эш барышы һөҙөмтәле, мауыҡтырғыс һәм бай булды. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙгә бөтәһе лә ярҙамға килеп кенә торҙо. Ишембай районының Маҡар ауылы тирәһендәге матур тәбиғәт, уңайлы һауа торошо - ҡояш кәрәк булғанда, ҡояш сыҡты, болотло көн кәрәк булғанда, болоттар күренде, шәп актерҙар составы һәм һәр ваҡыт күңелдәрҙе күтәреп, һәр кемгә иғтибарлы булған фильм төшөрөү төркөмө. Әлбиттә, беҙгә ихлас ярҙам иткән Маҡар һәм Алмалы ауылдары халҡына рәхмәтлебеҙ, - тип һөйләй фильмдың режиссеры Руслан Юлтаев.
Был фильмда төшөр өсөн Салауат артистары ла саҡырылғайны. Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов егерь роленә һайлап алынып, кинола уйнап ҡайтҡан.
-Мин үҙем ғүмер буйы төрлө туйҙар, юбилейҙар төшөрөп йөрөгәс, киноның нисек эшләнеүен бик яҡшы аңлайым. Театр сәхнәһе менән кино майҙаны икеһе-ике нәмә, ныҡ айырыла. Спектакль мәлендә образға бер инеп китәһең, һине бер кемдә туҡтатмай, шул ролең менән йөҙөп, бирелеп уйнап сығаһың. Ә кинола улай түгел, унда бер өлөштө генә төшөрөү өсөн бер-нисә кадр эшләйҙәр, төрлө ракурсттар һайлайҙар. Мин биш эпизодта төшөп, миңә тәғәйен эштәрҙе бер көн тигәндә бөтөрөп ҡайттым, - тип һөйләй Яҡуп Хәмзә улы.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, сценарийҙың төп варианты рус телендә шәп яҙылған. Аҙаҡ Яҡуп ағайға уның тәржемә ителгәнен ебәрәләр, әммә актер уны үҙенсә тулыландырып, телебеҙҙең бар байлығын, матурлығын сағылдырып, һөйләмдәрҙең төҙөлөшөн дөрөҫ итеп эшләп ала.
- Шулай итеп, бер көн эсендә киноға төшөп, күптән күрмәгән Маҡарҙы күреп, Салауат мәмерйәһендә булып, донъя һиҙеп йөрөп ҡайттыҡ. Хәләл ефетем Гөлсәсәк тә минең менән барҙы, ул янымда булһа, күңелгә лә рәхәт, тыныс, еңелерәк тә. Яңғыҙым йөрөргә өйрәнмәгәнмен, - тип йылмая Яҡуп Шәрипов.
Әлеге ваҡытта киноны монтажлау эштәре бара. Фильмды төшөрөүсе команда был проект тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп инер тип ышана. Зәңгәр экрандарға «Бетеү» көҙ айҙарында сығыр тип көтөлә.
Гөлиә Нуриманова.
Фото Руслан Юлтаевтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифеһенән. 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: