газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2021, 10:30

Исеме ҡала тарихына яҙылған

Салауат ҡалаһының музыка мәктәбе стенаһында Иван Катаргин иҫтәлегенә барельеф ҡуйылды

Салауат ҡалаһының музыка мәктәбе стенаһында Иван Катаргин иҫтәлегенә барельеф ҡуйылды
Барельефты ҡуйыу башланғысы менән Иван Катаргиндың улы һәм музыка мәктәбе коллективы сыға. “Атайсал” республика проекты ярҙамы менән был идеяны тормошҡа ашырыу мөмкин була. Барельефҡа аҡсаны Катаргиндың туғандары бирә, ә барельефтың үҙен Илнур Ильясов бушҡа эшләй.
Иван Катаргинды белгәндәр барельефтың юғары кимәлдә башҡарылыуын билдәләп үтте. Скульптор Илнур Ильясовтың һүҙҙәренсә, иң башта фотография һайлап алына, артабан пластилиндан ҙур булмаған эскизды яһай, һуңынан барельефтың күләмен күрһәтеү өсөн балсыҡтан ысын ҙурлыҡтағыһы эшләнә. Тик ошонан һуң ғына барельеф суйындан ҡойола. Уның өҫтө буяла, һуңынан бронза менән ҡаплана.
- Минең өсөн ҡала йөҙөнә матур художестволы объекттар өҫтәү оҡшай. Иван Катаргин барельефы суйындан ҡойолдо, быға тиклем беҙҙең ҡалала был материалдан скульптуралар яһалғаны юҡ. Уның ауырлығы 70 килограмм булһа ла, урынлаштырыу мөмкинлеген таптыҡ һәм ул тиҫтә йылдар буйына иҫтәлек булып торасаҡ, - ти Илнур Ильясов.
Иван Катаргиндың исеме музыка мәктәбенең генә түгел, ҡала тарихында ла һаҡланасаҡ, ә уның иҫтәлегенә бағышлап яһалған барельеф ошоға булышлыҡ итәсәк.
Иван Катаргиндың барлыҡ тормошо музыкаға арнала. Ул 1963 йылда Салауат балалар музыка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә һәм 44 йыл эсендә профессионал коллектив туплай ала. Башта уҡыусылар фортепиано, скрипка һәм баян кеүек музыка ҡоралдарының ғына серенә төшөнһә, Иван Катаргин тырышлығы менән виолончель, думбра, балалайка, ҡурай, флейта, гитара һәм хор менән йырлау кластары барлыҡҡа килә. Халыҡ инструменттары оркестрын булдыра, үҙе оҙаҡ йылдар уның дирижеры була.
Ҡала Иван Катаргин исемен музыка мәктәбе директоры булараҡ ҡына түгел, Салауат гимны музыкаһының авторы булараҡ та белә.
Читайте нас: