Бөтә республикала Башҡортостан халыҡтары телдәрендә сығып килгән баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларының 200-ҙән ашыу журналисын берләштергән сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолдо. Әйткәндәй, медиайыйын эше республикала билдәләнгән Милли кейем көнөндә башланды, шуға күрә лә журналистарҙың кейемдәрендә милли стиль элементтары өҫтөнлөк итте.
Журналистар алдында власть органдары вәкилдәре, федераль эксперттар, шулай уҡ билдәле бизнес-тренерҙар, блогерҙар сығыш яһаны, кәңәшмәләр, секциялар эше, уҡыуҙар, тренинг-уйындар ойошторолдо. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, форумға ҙур докладтар әҙерләнмәгәйне, ә эш күберәк фекер алышыуға ҡоролдо, гәзит-журналдар, радио-телевидение һәм интернет баҫмалары вәкилдәре үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты, яңы эш формаларын асыҡланы, дөйөм көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Форум сиктәрендә журналистарға дәүләт наградалары - абруйлы исемдәр, республика башлығының, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сараның мөһим ваҡиғаһы унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың килеүе булды. Төбәк етәксеһе милли матбуғат проблемаларына битараф түгеллеген иҫбатланы.
- Милли матбуғаттың бурыстары ҙур. Ул телде, милләтте, милли мәҙәниәтте һаҡларға тейеш. Телдең ҡәҙерен журналистар белә. Шул уҡ ваҡытта һеҙгә ваҡыт менән бергә атларға кәрәк. Интернет, социаль селтәрҙәр тураһында онотмағыҙ, халыҡ шунда булғас, һеҙ ҙә унда булырға тейешһегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров тармаҡтың проблемаларын белә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Ул тармаҡҡа ярҙам булһын өсөн йыл һайын 100-әр мең һумлыҡ 100 грант булдырырға тәҡдим итте. Әгәр документтар әҙер булһа, быйыл сентябрҙән тәүге 50 грант биреләсәк. Шулай уҡ республика етәксеһе хеҙмәт хаҡын күтәреү мәсьәләһен дә яҡын арала хәл итергә һүҙ бирҙе. 2022 йылдың ғинуарынан эш хаҡы 25 процентҡа артырға, ә 2023-2024 йылдарҙа ул уртаса иҡтисади кимәлгә етергә тейеш. Республика башлығы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡҡа социаль селтәрҙәрҙә эшләгән редакция белгестәре өсөн уҡытыу ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Яҙылыу кампанияһын субсидиялау, редакцияларҙың матди-техник базаһын нығытыу, кадрҙар менән тәьмин итеү һәм башҡа журналистар күтәргән һорауҙар һәм тәҡдимдәр күҙ уңынан ысҡындырылманы.
Мин республика журналистарында партнерҙар һәм фекерҙәштәр күрәм, тине республика башлығы Радий Хәбиров һәм “Медиайыйын”дың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, уны йыл һайын уҙғарып тороу кәрәклеген билдәләне.