газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март 2021, 09:43

Ваҡыт һәм аҡса

Кеше тормошонда иң әһәмиәтле урын тотҡан нәмәләрҙең береһе ул аҡса. Бөгөнгө көндә ҡулаҡса менән иҫәпләшеү тарихҡа инеп барғандай, сөнки күптәр карталар менән эш итеүҙең еңел һәм уңайлы булыуын тойоп алды. Шулай ҙа меңәр йылдар буйына йәшәйешебеҙгә ныҡлы ингән ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар ҡулланыштан юғалмаҫ әле. Ҡыҙыҡ, элек алған әйбер өсөн нисек иҫәпләшкәндәр, ниндәй аҡса тотонғандар, уларҙы ҡайҙа һаҡлағандар? Был һорауҙарҙың барыһына ла ошо көндәрҙә ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында асылған Рәсәй Банкының “Ваҡыт һәм аҡса” күргәҙмәһендә яуап табып була.

Рәсәй Банкының 160 йыллығына әҙерләнгән “Ваҡыт һәм аҡса” күргәҙмәһендә аҡсаларҙың барлыҡҡа килеү, уны етештереү тарихы, элек һаҡламдағы аҡсаны нисек күсереп йөрөтөүҙәре һәм, әлбиттә, бөгөнгө заманса аҡса етештереү технологиялары тураһында мәғлүмәттәр бирелә. Фотостендтарҙың төп өлөшөн аҡсаларҙың нисек эшләнеүе, уларҙы нисек һаҡлауҙары хаҡындағы мәғлүмәт алған. Был хаҡта бер нисә тапҡыр уҡып белгәнсе, бер тапҡыр барып күреү яҡшыраҡ тигәнде аңлап, күргәҙмәне ойоштороусылар Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк бүлегенең музей-экспозицион фондынан, Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондынан, шулай уҡ боронғо аҡсаларҙы һәм миҙалдарҙы, ҡулланыштан сыҡҡан аҡсаларҙы өйрәнеүсе, йыйыусылар коллекцияларынан уникаль һәм ҡыҙыҡлы экспонаттар әҙерләгән. Уларҙы күреп, аҡсаның үҫеше, үҙгәреше, йәғни аҡса етештереү өсөн файҙаланылған ҡағыҙ, уларҙың дизайны, үлсәме, ниндәй ҡиммәтле металл ҡулланыуы менән танышып, ғөмүмән, илдең иҡтисади хәле, уның тарихын белеп була.
Аҡса тураһында ҡыҙыҡлы факттар
СССР-ҙа 1921 йылдан 1931 йылға тиклем әйләнештә көмөш тәңкәләр ҡулланыла, улар үлсәме һәм ауырлығы буйынса батшаларҙыҡына тиң була, был ҡағыҙ аҡсаларға бик үк ышанып етмәгән граждандарҙа дәүләткә ҡарата ышаныс тыуҙырыу өсөн эшләнә. Ә бына биш тинлек баҡыр тәңкәләрҙе сығарыу 1927 йылда туҡтатыла. Сөнки баҡырға сәнәғәттә һорау арта һәм уның хаҡтары ла күтәрелә. Шуға күрә тәңкәнең үҙҡиммәте номиналға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ була.
Батша аҡсаларында ике ҡултамға ҡуйылған булған - идарасыныҡы һәм кассирҙыҡы. Брут тигән кассир ҡултамғаһын ҡуйған бер һумлыҡ аҡса айырыуса уңышлы һаналған. Брут кәрт уйнарға ярата һәм ҙур суммала ҡаҙна аҡсаһын отторғандан һуң, үҙ-үҙенә ҡул һала. “Петербургский листок” клуб, ат сабыштары һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашыусылар араһында кассир Брут ҡултамғаһы ҡуйылған аҡсаның бәхетле булыуы хаҡында имеш-мимеш таралыуы хаҡында яҙып сыға. Шул саҡ бөтәһе лә “брут аҡсаларын” эҙләргә тотона. Бынан файҙаланып отҡор аҡса алыштырыусылар Брут ҡултамға ҡуйған аҡсалар һирәк осрай, тигән хәбәр тарата һәм шартлы рәүештә “бәхетле” тип иҫәпләнгән аҡсаның хаҡын аҡылға һыймаҫлыҡ суммаға - 20-25 һумға тиклем күтәрә.
Тарихи-тыуған яҡты өйрә-неү музейындағы аҡса тарихына бәйле күргәҙмә әлегә эшен дауам итә, шуға күрә һәр кем ундағы ҡыҙыҡлы экспонаттар менән таныша ала.
Читайте нас: