Салауат башҡорт дәүләт драма театрының тап ошондай хеҙмәткәрҙәре булғанғалыр ҙа яҡшы даны төрлө яҡтарға таралған. Бында күбеһенең хеҙмәт кенәгәләрендә ошо театрға эшкә алыныуҙары тураһында бер генә яҙыу тора. Артистарыбыҙға Хөкүмәт тарафынан бирелгән абруйлы исемдәр ҙә уларҙың үҙ эше оҫталары, тамашасының һөйөүен яҡлауы тураһында һөйләй. Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан республиканың 60 мәҙәниәт хеҙмәткәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында беҙҙең Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары ла бар.
Фәтих Ҡолһаринға “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, Нәркәс Йомағужинаға “Башҡортос-тан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы” тигән абруйлы исемдәр бирелде. Рөстәм Фазылов “Башҡор-тостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен алды.
Фәтих Ҡолһарин Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына 1995 йылда ҡабул ителә. Әлеге көндә ул - театрҙың иң сағыу, көслө актерҙарының береһе. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеүе, үҙ-үҙенә ҡарата талапсан булыуы асыҡ күренеп тора. Фәтих Ҡолһарин уйнаған геройҙарының уй-кисерештәрен, хис-тойғоларын тамашасыға оҫта еткерә. 2013 йылда «Башҡортостандың ат-ҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ була.
- Яңылыҡты шатлыҡ менән ҡабул иттем. Дәүләт тарафынан ошондай мәртәбәле исемдәр бирелеүе артистар өсөн бик мөһим, ни өсөн тигәндә был - сәхнә кешеһенең эшен таныу, баһалау. Һәр артист юғары исемдәргә ваҡытында лайыҡ булһын ине. “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булыу яуаплылыҡты икеләтә арттыра. Эшемде, тамашасыларымды яратам. Был ниндәйҙер кимәлдә коллективымдың да эш һөҙөмтәһе булып тора, уларға сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм, - ти Фәтих Фәрит улы.
Нәркәс Йомағужина 2006 йылда З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. 2006 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына ҡабул ителә. 2008, 2014 йылдарҙа “Йыл актеры” исеменә лайыҡ була.
- Был яңылыҡ миңә көтөлмәгән, ҡапыл ғына булды. Тулҡынланыуым һаман да үтеп бөтмәгән кеүек. Театр етәкселегенә, барлыҡ коллегаларыма ҙур рәхмәт. “Башҡор-тостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы” исемен лайыҡлы йөрөтөр өсөн эшемә ҡарата тағы ла етдиерәк, яуаплыраҡ булыу кәрәк, - ти Нәркәс Әхәт ҡыҙы.
Театрҙың ижади коллективына идара итеүсе Рөстәм Фазылов Салауат театрына 1993 йылда килә. Рөстәм Рамаҙан улы театрға сикһеҙ тоғро кеше. Театр уның өсөн эш урыны ғына түгел, ә бөтә булмышы ла. Ижади коллектив етәксеһе булараҡ, ул ижади процесты оҫта ойоштора, репертуарҙы планлаштырғанда һәм режиссерҙарҙы һайлағанда эске һиҙемләүенә таяна, ниндәй спектакль тамашасы күңеленә хуш килеүен яҡшы һиҙемләй.
- Был хәбәрҙе шылтыратып әйткәндә Ауырғазы районының Талбазы ауылында гастролдә инек. Башта ышанмайыраҡ торҙом, бәлки яңылышҡандарҙыр тип тә уйланым. “Республика Башлығы наградаларҙы үҙе тапшыра. Өфөгә килергә кәрәк булыр”, тигәс кенә бының дөрөҫлөгөнә инандым. Фәтих тә эргәмдә ине. Бер-беребеҙҙе ҡотларға керештек. Ысынлап әйтәм, шатлығымдан ултырып ила-ным. Минән бигерәк, әсә-йем, туғандарым нығыраҡ ҡыуанды. “Башҡортостан Рес-публикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” булыу минең өсөн - ҙур дәрәжә, - ти Рөстәм Рамаҙан улы.