газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2021, 09:06

Уңыштар булһын юлдаш

“Театраль Волга буйы” балалар һәм йәштәр коллективтары фестивале аҙағына яҡынлашып килә.

Башҡортостандан быйылғы конкурс финалында ике коллектив - Салауат ҡалаһынан “Арлекин” өлгөлө театр-студияһы менән Бәләбәйҙән “Браво” театр-студияһы ҡат-нашты. Финалға сыҡҡандар Ксения Драгунскаяның “Огур-цы и другие пирожные” спек-таклен, шулай уҡ Оскар Уайльд, Всеволод Мейерхольд, Юрий Бонди, Наталья менән Юрий Давыдовтар әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Алинур”ҙы тәҡдим итте. Республикала үткән һайлап алыу турында 16 йәштәр һәм 25 балалар театры ҡатнашты, улар театр сәнғәтенең бар жанрҙарында ла эшләп күрһәтте. Йәштәр һәм балалар театрҙары араһында барған “Театраль Волга буйы” фестивале Рәсәй Президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән үткәрелә. Был проект театр сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, балалар (6–17 йәш), йәштәр (18–30 йәш) шөғөлләнгән һәүәҫкәр театр-ҙарҙы үҫтереүгә ҡоролған. Фестивалдең дөйөм приз фонды 900 мең һум тәшкил итә. 1-се урын яулаған ҡатнашыусылар – 200 мең, 2-се урынға – 150 мең, 3-сөгә лайыҡ булғандарға 100 мең һум тапшырыла. 2020–2021 йылғы миҙгел үткән көҙҙөң 15 сентябрендә башланып, 27 март - Бөтә донъя театр көнөндә тамамлана.
- Финалға сығыуыбыҙҙы ишеткәс бик шатландыҡ. Хатта ҡала уҡыусылары менән бер нисә осрашыу уҙғарҙыҡ. Балалар тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты, театрҙа нимә менән шөғөлләнеүҙәрен йәштәштәренә һөйләне. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ата-әсәләргә рәхмәт-тәремде белдерәм. Конкурс-тың һөҙөмтәләрен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - ти “Арлекин” өлгөлө театр студияһы етәк-сеһе Радик Ғәлиуллин.
Читайте нас: