Байрамдың тәүге өлөшөндә ҡунаҡтар өсөн картиналар галерея-һында эшләгән “5 квадрат” арт-мөйөшөнән ижади презентация ойошторолдо. Экскурсовод Виктория Исакова һәр рәссамдың эше менән ентекле таныштырҙы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Рафаэль Ҡадировтың карти-налары менән һоҡланмау мөмкин түгел ине. Рәссамдың картиналарында үткәндәргә байҡау яһалған, киләсәккә ҡараш та сағылдырылған. Шул рәүешле ул тамашасыларға замандар бәйләнешен, тирә-яҡ мөхиттең үҙенсәлекле булыуын күрһәтә.
Сараның икенсе өлөшөн тама-шасылар түҙемһеҙләнеп көткәндер. Сөнки унда иҫ киткес дефиле ойош-торолдо. Ҡаланың ҡул эштәре оҫталары милли стилдәге кейемдәр, биҙәүестәр кол-лекцияһын тәҡдим итте.
Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫының бай булыуын Гөлсинә Ниғмәтуллинаның “Стилле ҡатын-ҡыҙҙар жилет-тары коллекцияһы” иҫбат итте. Бындай оҫтаның ҡулында ғәҙәти кейем дә бөтөнләй икенсе төҫ ала. Гөлсинә Ниғмәтуллина хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә хеҙмэт дәресе уҡытыусыһы булып эшләй. Ул эшен шул тиклем яратып башҡара, балаларҙы ихласлап ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрә. 2017 йылдан алып тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында эшләп килгэн “Селтәр” биҙәү-ғәмәли клубының һәм “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор түңәрәгенең иң әүҙем ағзаларының береһе. Ошо коллективтарҙы етәкләгән Гөлнара Хәйбуллинаның ты-рышлығы менән Гөлсинә апайға “Бәхетнамә”, “Хәйерле иртә” республика телетапшы-рыуҙарында ҡатнашырға насип була, популярлыҡ та яулай башлай.
Шулай уҡ тәңкәләр менән биҙәлгән ҡашмау, түшелдеректәр, кейеҙҙән заманса итеп эшләнгән кейемдәр, трикотаж пряжанан бәйләнгән сағыу аксессуарҙар, сәйләндән яһалған биҙәүестәр, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп тегелгән никах кейемдәре барыһының да күңеленә хуш килде.
Дефилены ҡаланың Celebrity Model Group модель арт-агентлығы ҡыҙҙары күрһәтте:
- Агентлыҡ үҙ эшен йыл ярым элек кенә башлаһа ла, ҙур, татыу коллектив тупланды.Беҙҙә төрлө йәштәге балалар шөғөлләнә. Улар фильмдарҙа ла, рекламала ла төшә. Яҙҙың тәүге көндәрендә тамашасыларға байрам кәйефе, күңел күтәренкелеге бүләк итә алыуыбыҙға бик шатбыҙ, - ти уның етәксеһе Ольга Моисеева.
Моңло тауышлы йырсылар Павел Анисимовтың, Игорь Беркуттың, Лилиә Әмированың, Галина Коловканың йырҙары, Марина Ханованың шиғырҙары сараға тағы ла йәм өҫтәне.
“Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы дирек-торы Руслан Сафиканов гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Кисә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.