газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2021, 13:25

Әҙип тормошо - рухи көс сығанағы

Быйылғы йыл Башҡортостанда Башҡорт тарихы йыл тип иғлан ителгән. Ошо йыл сиктәрендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Тарих яҙыр инем ташына” тигән әҙәби марафонын уҙғарыу башланғысы менән сыға. Бөтә республикала ошо йүнәлештә эш башлана. Беҙҙең ҡалала ошо марафонға үҙәк китапханала старт бирелде.

Сара быйыл үҙенең юбилейын билдәләйәсәк танылған яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты, РСФСР-ҙың мәҙәниәт отличнигы Мөхтәр Сабитовтың ижадына һәм тормошона арналып, “Мөхтәр Сабитов. Ғүмер миҙгелдәре” тип аталды. Унда республика Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, журналист, марафондың кураторы Нурлан Ғәниев, республикабыҙҙың мәҙәниәт эшмәкәре, прозаик, журналист, публицист Фәрзәнә Аҡбулатова һәм яҙыусының үҙе ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне.
- Юбилей байрам тигән һүҙ түгел, ул ижади отчет. Һәр ижад кешеһе билдәле бер осорға үҙенең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай, - тип башланы һүҙен Мөхтәр Сабитов. - Мин урта мәктәпте, һуңынан Башҡорт дәүләт универси-тетының башҡорт филологияһын тамамланым. Ситтән тороп “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡып сыҡтым. Үҙемдең тыуған ауылымда мәсет һалдым һәм унда имам-хатиб булып һигеҙ йыл эшләнем, уның менән етәкселек иттем. Беҙ ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек, һигеҙ баланың етенсеһе мин. Тормошобоҙ бик ауыр ваҡытта үтте, ҙур янғын сығып, өйөбөҙ ҙә, мәктәп тә янып китте, 1952 йылда өйһөҙ, мәктәпһеҙ тороп ҡалдыҡ. Халыҡтың ярҙамы, атайым һәм ағайымдарҙың тырышлығы менән йорт һалып керҙек. Иҫке мәсет бинаһында дүрт класс, күрше ауылға йөрөп биштән унға тиклем белем алдыҡ. Аяҡ һындырып дауаханала ятҡан сағым ныҡ иҫтә ҡалған. Ашарға юҡ осор, дауаханала ла икмәкте иҫәпләп, йоҡа ғына итеп телеп бирәләр. Мин шуны ашамай, туғандарыма, әсәйем менән атайыма ауылға алып ҡайтырмын тип, матрас аҫтына һалып йыя башланым. Әммә быны дауахана хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалды ла, тартып алды. Бик йәл булды ул икмәктәр. Ә ауылда икмәк юҡ ине, ул йылдарҙа кеше бик ауыр йәшәне. Ошо хаҡта әҫәр яҙмағанмын, әммә уй-ниәт бар, - тип һөйләне яҙыусы.
Һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә ул, тигән һорауға, Мөхтәр Абдрахман улы халҡың менән бергә булыу, Тыуған илеңә хеҙмәт итеү, тип яуап бирҙе. Яҙыусыларға үҙҙәренең ижад емештәрен әҫәр итеп уҡыусыларға еткереү эшенең еңел булмауын да билдәләп үтте ул.
- Әлеге көндә нәшриәттә һайланма әҫәрҙәремдең беренсе томы эшләнеп ята, ул сыҡҡас икенсе томы буйынса эш башлана, - тип шатлыҡтары менән бүлеште яҙыусы.
Түңәрәк өҫтәлдең алып барыусыһы Йәзилә Хәлимова һорауҙар биреү менән бер рәттән Мөхтәр Сабитовтың ижады менән дә таныштырып барҙы. Мөхтәр Абдрахман улы бер нисә китап авторы, драматург. 2009 йылда уның «Көт мине, Рәйсә!» романы «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» республика конкурсында «Проза һәм шиғриәт» номинацияһында еңеүсе тип таныла. Әйткәндәй, был роман Мөхтәр Сабитовтың үҙенең дә иң яратҡан әҫәре икән.
Ижади осрашыуға яҙыусы менән бер өҫтәл артына уның ҡәләмдәш дуҫтары, яҡындары йыйылғайны. Ҡурайсы, шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Хәлимов Мөхтәр Абдрахман улының йәмәғәт эшмәкәрлегенә туҡталып үтте.
- Йәмәғәт эшмәкәре тороп, ғөмүмән, ижад итеү мөмкин түгел. Яҙыусы, әлбиттә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгәндә генә, ундағы хәлдәрҙе төшөнөп, аңлағанда ғына материал йыя ала. Мөхтәр Абдрахман улына был туранан-тура ҡағыла, сөнки ул ҡала һәм республиканың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән кеше. Бынан тыш, ул заманында киномеханик та булып эшләгән, прапорщик булып та хеҙмәт иткән, шулай уҡ ул мейес һалыу оҫталығы ла бар. Ниндәй генә эш алып бармаһын, ул күҙәтеүсән кеше һәм уның геройҙары ла ана шул тормоштан алынған. Парк директоры вазифаһын да лайыҡлы алып барҙы, ул етәкләгән осорҙа, ҡала паркы ил буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Шулай уҡ беҙ уның менән “Аҡбуҙат” ойошмаһын ойоштороп ебәрҙек һәм был ойошма әле лә эшләп килә. “Салауат” гәзитенең тәүге һандарын үҙенең тырышлығы менән өйөндә сығара. Быларҙың барыһы ла ҙур хеҙмәт емеше, - тине Иҙел Хәмит улы.
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ижади төркөм етәксеһе Рөстәм Фазылов Мөхтәр Сабитовҡа театрҙың тарихына нигеҙләнеп яҙған китабы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
- Мөхтәр Абдрахман улы Салауат ҡалаһы, Салауат театры өсөн ҙур өлөш индергән кеше. Ул ун йылға яҡын беҙҙең театрҙа ла эшләй, театрҙың тарихын ныҡлап өйрәнә һәм уның 60 йыллығына арнап “Йылдар үрҙәргә юллата” тигән китап сығара. Ул китапҡа театрҙың тарихына бәйле мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, факттар теркәлгән. 2008 йылда ошо китапҡа таянып Нәжиб Асанбаев “Ете ҡыҙ” тигән пьеса яҙҙы һәм уның спектакле театрҙың визит карточкаһына әйләнде, - тине ул.
Рөстәм Рамазан улы Мөхтәр Сабитовтың “Төнгө шәүләләр” әҫәрен бик ҡыҙыҡһынып, детектив ваҡиғаларҙың сиселешен йотлоғоп уҡыуы хаҡында һөйләне.
“Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе, мәғариф отличнигы Рәшиҙә Буранғолова иһә Мөхтәр Абдрахман улының уникаль шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Ул ябай эшсе лә, ҙур шәхес тә, яҙыусы ла, шул уҡ ваҡытта ябай атай ҙа, беҙҙе етәкләп йөрөгән етәксе лә. Йәмәғәт ойошмалары ағзаларының остазы булыуы, йәштәрҙе үҙенең артынан ылыҡтыра белеүе менән күптәрҙә һоҡланыу уята. Шул уҡ ваҡытта ул бик намыҫлы кеше, әйткән һүҙен эшләмәй ҡалмай, ниндәй генә саралар үтмәһен, уларҙа ҡатнаша, һөйләшеү ниндәй генә темаға алып барылмаһын, бөтәһен дә асып бирә. Шулай уҡ ул яҡшы мулла ла. “Салауат” гәзитенең алыштырғыһыҙ етәксеһе лә булды ваҡытында, баҫма биттәрендә сыҡҡан материалдары бөгөнгө көн талаптары яуап биреүе менән фәһемле. Уның олоһона ла, кесеһенә лә биргән кәңәштәре күптәргә тормош юлдарында юғалып ҡалмай, дөрөҫ йүнәлеште һайларға ярҙам итә, - тип һөйләне Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы.
- Мин Салауат ҡалаһының “Сатҡылар” әҙәби берекмәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләп киләм. Был берекмәне лә Мөхтәр Сабитов ойошторған, уның эшен башлап ебәргән кеше. Ҡаланың башҡорт телендә ижад итеүселәрен бергә туплап, уларға йүнәлеш биреүе ҙур ҡаҙаныштыр, тип уйлайым. Хәҙер был ижади берекмәнең эшләүенә лә 10 йыл тулды һәм әйтергә кәрәк уның эшмәкәрлеге емешле, ҡәләм тибрәтеүселәрҙең китаптары сығып тора. Бар шиғыр һәм яҙмалар Мөхтәр Абдрахман улының күҙлегенән ҡарала, ул кәңәштәрен әйтә, - тип билдәләп үтте яҙыусының хеҙмәт йүнәлештәренең береһе хаҡында һөйләп китапханасы Гөлнара Янышева.
Шулай уҡ Салауат башҡорт дәүләт драма актеры, нәфис һүҙ оҫтаһы Ринат Ибәтуллин, «Мираҫ - мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаҡлаусы һәм таратыусы» китапхананың мөдире Гөлнара Хәйбуллина, үҙәк китапхана китапханасыһы Миләүшә Кинйәбулатова Мөхтәр Сабитовтың ижадына, тормошона бәйле һорауҙарҙы бирҙе, фекерҙәрен еткерҙе.
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Алина Сәлихова Мөхтәр Сабитовтың ҡала тормошона, мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшө ҙур булыуын билдәләп уға һәм Өфө ҡунаҡ-тарына Салауат ҡалаһы тураһында энциклопедия бүләк итте.
Фәрзәнә Аҡбулатова Мөх-тәр Абдрахман улының йәш саҡтарында “Башҡортостан” гәзитенә килеп яҙмаларын ҡалдырып китеүен иҫкә төшөр-ҙө һәм үҙенең киң ҡоласлы тормоштары, талантлы ижад-тары менән илһамландырыусы, рухландырыусы булып тороуын билдәләп үтте.
- Бөтә ғүмерен халыҡ, тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт тип йәшәгән шәхесте данларлыҡ кешеләр бар икән, Мөхтәр Абдрахман улы, тимәк һеҙҙең ижадығыҙ үлемһеҙ. Мин ошо осрашыуҙа ҡатнашыусы һәр кеше өсөн ҡыуанып ултырам, улар һеҙҙең тормош юлын да, ижад юлын да яҡшы белә. Һеҙ яҙыусы һәм драматург ҡына түгел, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә, һеҙ топонимика буйынса бик күләмле эштәр башҡарған кеше. Һеҙ бөтә йүнәлештәрҙе лә бер бөтөн итеп алып бара алаһығыҙ икән, был беҙҙең кеүек йәштәр өсөн өлгө булып тора. Бөгөнгө сара бик йылы мөхиттә үтә, Өфөнән йыраҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмайһығыҙ, тормоштоң йәмен күрә беләһегеҙ, тәмен татый беләһегеҙ, шуға бөгөн һеҙҙең менән осрашыуға шатмын. Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаһын сәнәғәт ҡалаһы тип беләбеҙ, баҡтиһәң, ошондай матур күңелле, ижади, илһамлы кешеләр йәшәй икән бында. Салауаттан асыҡ йөҙлө һәм асыҡ күңелле кешеләр менән осрашыуҙан ҡанатланып ҡайтып китәбеҙ, - тине сараға йомғаҡ яһап Нурлан Ғәниев.
Читайте нас: