газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2021, 12:14

Сәнғәт донъяһы шундай төрлө, мауыҡтырғыс

Уҙған аҙнала ҡалабыҙҙың Картиналар галереяһында Башҡортостан көньяғы рәссамдары ассоциацияһы ижади берекмәһенең күргәҙмәһе асылды. Ул сәнғәт оҫталарын, уларҙың уҡыусыларын һәм ижад һөйөүселәрҙе бер майҙансыҡҡа йыйҙы. Был сара ижад кешеләренә бергәләп, ижади проекттар буйынса фекер алышыуға, үҙеңдең эштәреңде күрһәтеүгә, киләсәккә пландар ҡороуға, ә тамашасыларға сәнғәт ҡиммәттәре менән танышыуға мөмкинлек бирә.

Башҡортостан көньяғы рәссамдары ассоциацияһы күргәҙмәһе - ул күп йыллыҡ проект. Уның 23-сө миҙгеле төрлө яҡлы, сөнки унда һынлы сәнғәт, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре лә, сәнғәттең яңы йүнәлештәрендәге эштәр ҙә ҡуйылған. Күргәҙмәнең күләме лә хайран ҡалдыра. Ижади сараға һайлап алыуҙа 78 профессионал һәм үҙешмәкәр рәссам ҡатнашҡан, барлығы 160 эш урын алған.
Отчет күргәҙмә Салауат ҡалаһының ғына түгел, республиканың көньяғы өсөн сағыу мәҙәни сара булып тороуын үҙенең телмәрендә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов билдәләп үтте.
- Ошондай сараға саҡырып, көндә-лек мәшәҡәттәрҙән арыныу һәм матур-лыҡ донъяһына сумыу мөмкинлеге биргәнегеҙ өсөн рәхмәт, - тип башланы ул сығышын. - Беҙ бөгөн төрлө йүнәлеш-тәге эштәрҙән торған күргәҙмәне асабыҙ. Уның конкурс рәүешендә уҙыуы ла ҡыҙыҡлы, был ҡатнашыусыларҙы дәртләндерә, илһамландыра. Минең белеүемсә, бындай күргәҙмә йәш рәссамдар өсөн ҙур юлға баҫыуҙарына тәүге аҙым. Сара үҙ эшеңде күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн генә түгел, шулай уҡ рухи, ижади яҡтан яҡын булған кешеләр өсөн аралашыу мөмкинлеге лә. Был яҡшы башланғыс һәм уны үҫтереүгә ярҙам итергә кәрәк.
Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдары союзы ағзаһы, беҙҙең ҡала рәссамы Атилла Ғәлиуллин, был сара Башҡортостан көньяғы рәссамдары булдырған матур йола һәм республикала уға оҡшаш күргәҙмәләр юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Күргәҙмә конкурс форматында үтә. Быйыл уның гран-приһы графика оҫтаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдары союзы ағзаһы Геннадий Немчиновҡа бирелде. Геннадий Петровичтың эштәре үҙенең айырым бер төшөрөү рәүеше менән айырылып тора. Уның миниатюраларында авторҙың тәрән фәлсәфәүи уйла-ныуҙары сағылыш таба. Мәҫәлән, үҙенең ҡәләм менән төшөргән “Сәғәт” тигән һүрәтендә ваҡыт үтмәй, ә беҙ үтәбеҙ ғүмер юлынан, тигән фекерҙе еткерергә тырышыуын хаҡында һөйләне.
Һуңынан тамашасылар башҡа рәссамдарҙың эштәре менән танышты. Улар күргәҙмә хаҡында тәьҫораттары менән бүлеште, һоҡланыуҙарын белдерҙе, эштәрҙең авторҙарына йыл һүҙҙәре еткерҙе һәм сәнғәткә яҡынайыу мөмкинлеге биргән өсөн ойоштороусыларға рәхмәт әйтте.
“Мираҫ” учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов белдереүенсә, ҡалабыҙҙың ижад һөйөүселәре пандемия осоронда ошондай күргәҙмәләр, осрашыуҙарҙы һағынған.
- Бер ниндәй ҙә онлайн һәм социаль селтәрҙәр тере аралашыуҙы алыштыра алмай. Бөгөн ошо һоҡланғыс ижад эштәренең авторҙары, уларҙың туғандары, таныштары, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары йыйылды. Улар йыл дауамында ниндәй эштәр башҡарыуы, ниндәй пландар менән янып йәшәүҙәре хаҡында рәхәтләнеп һөйләшә. Ҡала хакимиәте ярҙамы менән Салауат ҡалаһы үҙенә республика көньяғының иң талантлы кешеләрен йыйыуы шатлыҡлы. Ҡала халҡы февраль һәм март буйына ошо күргәҙмә менән таныша ала, - тине Руслан Сафиканов.
БЕЛЕШМӘ. Башҡортостан көньяғы рәссамдары ассоциацияһы 1996 йылда ойошторола. Уның составына Салауат, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан сәнғәт вәкилдәре инә. Улар араһында киң билдәлелек алған, төрлө премияларға, наградаларға эйә буған рәссамдар ҙа, шулай уҡ йәш, талантлы, төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән һүрәт төшөрөүселәр ҙә бар. Ассоциация ағзалары һынлы сәнғәттең традицион жанрҙарында ла, яңы барлыҡҡа килгән йүнәлештәрҙә лә ижад итә, республиканың сәнғәт тормошонда актив ҡатнаша. Ассоциацияны булдырыу башланғысында Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, графика оҫтаһы Камил Ғөбәйҙуллин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадиров тора. Тап улар Ассоциацияның төп маҡсаты итеп профессионал һәм үҙешмәкәр рәссамдарҙы берләштереү, уларҙың потенциалдарын асыҡлау, уларҙы артабанғы үҫешкә дәртләндереүҙе ҡуя. Ижади берекмәнең күп йылдар инде матур йолаһы ла бар - ул йыл һайын үҙҙәренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, күргәҙмә уҙғарыу.
Читайте нас: