газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ғинуар 2021, 11:24

Ағастарҙа «төҫлө ҡар бөртөктәре»

12 ғинуарҙа, бөтә республика буйынса Ижад көнө билдәләнгәндә, Салауаттың оҫта ҡуллылары картиналар галереяһы алдына йыйылып, «Бәйләнгән стрит-арт» идеяһын тормошҡа ашырҙы. Был ағастарҙы төрлө бәйләм элементтары менән уратып сығыу тигәнде аңлата.

- Республика байрам планына ярашлы, Яңы йыл алды һәм бөтә ял көндәре буйына һәр көн айырым бер тематикаға арналды, мәҫәлән, Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнө, Ҡышҡы уйындар көнө һ.б. Ә Ижад көнөндә беҙҙең ҡаланың ҡул оҫталары «Бергә бәйләйбеҙ» проекты сиктәрендә «Бәйләнгән стрит-арт» идеяһын тормошҡа ашырырға ҡарар итте. Ижадтың заманса йүнәлешенең төп айырмаһы шунда, унда ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ, оҫта үҙенең фантазияһына таянып эшләй. Элементтарҙы төрлө материалдарҙан бәйләргә мөмкин, иң мөһиме сағыу төҫтәр ҡулланыу. Көҙөн һәм ҡышын тирә-яғыбыҙҙа күберәк һоро, аҡ төҫтәр өҫтөнләк итә, ә беҙҙең бәйләмдәр тормошобоҙға сағыулыҡ индерер, - тип һөйләй «Мираҫ» учреждениеһының сәнғәт фәне бүлеге мөдире Татьяна Пирковская.
Ҡалабыҙҙың бәйләм оҫталары «Бәйләнгән стрит-арт» идеяһы буйынса көҙ көнө үк, Башҡор-тостан халыҡтарының милли кейеме байрамы ваҡытында үҙҙәренең эштәре менән ҡала пар-кындағы бер ағасты биҙәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, салауаттар матурлыҡты баһаламай, уны икенсе көнөнә үк йолҡоп ташлай. Шулай ҙа улар төшөн-көлөккә бирелмәй, был идеяны дауам итергә була.
Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, Беренсе май урамындағы аллеяла ағастарҙы бәйләм менән уратыу эшен ойоштороусылар илһамланып, дәртләнеп башҡарҙы. Хәҙер ундағы биш ағасҡа, әйтерһең дә, төҫлө ҡар бөртөктәре йәбешкән. Кристина Фролова һәм Екатерина Евдокимова әйтеүенсә, ептәрҙән элементтарҙы бәйләү буйынса улар «Оҫталар иле» берекмәһе ағзалары менән бергә фекер алышҡан, төҫтәрҙе, схеманы һайлаған. Ололар ғына түгел, балаларҙың ҡушылыуы уларҙы шатландырған.
- Был аллеялағы ағастарҙы биҙәгән бәйләмдәр оҙағыраҡ торор, салауаттар беҙҙең хеҙмәтте баһалар һәм шат булыр, тип ышанабыҙ, - ти улар.
Оҫталарҙың һүҙҙәренсә, киләсәктә улар Беренсе май урамының йәйәүлеләр йөрөгән өлөшөн дә ошондай уҡ бәйләмдәр менән биҙәргә планлаштыра.
Читайте нас: