газета "Салауат"
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2020, 17:05

Һәм тағын да үҙенсәлекле төн

3 ноябрҙә һигеҙенсе тапҡыр йыл һайын уҙғарылып килгән Бөтә Рәсәй «Сәнғәт төнө» мәҙәни-мәғариф акцияһы була.

Быйыл ул ниндәй юҫыҡта үтер - был хаҡта картиналар галереяһының сәнғәт бүлеге мөдире Татьяна Пирковская һөйләй. Уның билдәләүенсә, «Сәнғәт оҫтаханалары» тигән ижади арт-презентация, «Беҙҙең театр» театр студияһының һәм «Йәшлек» театр студияһының «Күңелгә алып барып еткереү» әҙәби-художество композицияһының видеопрезентациялары ойош-торола. Халыҡ-ара «Котовасия» балаларҙың юмористик һүрәттәр конкурсы күргәҙмәһенә видеоэкскурсия әҙерләнә, ҡыҙыҡлы видео оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ Салауат музыка колледжы уҡытыусыларының һәм студенттарының, ҡала ижад коллективтарының видеобәйләнеш аша музыкаль номерҙар менән сығыш яһауы көтөлә.
Читайте нас: