газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2020, 16:59

Китапханаға - яңы йөҙ

Ҡаланың Ленинград урамында урынлашҡан үҫмерҙәр китапханаһының тышҡы йөҙө үҙгәрә - “Мәҙәни код” проектында ҡатнашыусы рәссамдар Вера Шарыгина менән Владимир Николаев үҙенсәлекле һүрәт төшөрөргә йыйына.

Был идея менән ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сыҡҡан. Яуаплы эште ошо рәссамдарға ышанып тапшырырға ҡарар иткәндәр. Улар ҡалаға төньяҡтан кергәндә урынлашҡан гараждарҙы ла биҙәгән. Һәр ҡайһыһы - эскиз авторы. Һүрәт, ысынлап та, үҙенсәлекле булмаҡсы. Кешеләрҙең уйҙарын кәүҙәләндергән пазлдар фонында үҫмерҙәр ҙур китап өйөмөн алып китеп бара. Уның бейеклеге алты метр тәшкил итәсәк. Үтеп барыусыларға был ҙур китаптар урамда торған, ә стенаның бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан кеүек тойоласаҡ. Әҙер эскизға Вера Шарыгина үҙгәрештәр ҙә индереп өлгөргән:
- Эскизда бөтә нәмә сағыу, шуға пазлдар, геройҙар фигураларына ҡарағанда, бер ни тиклем тоноғораҡ буласаҡ. Ә ҡыҙҙарҙың береһен мин егеткә алыштырҙым, - ти Вера.
Рәссамдар был эшкә бөгөндән тотонорға әҙер. Әммә хыялды бойомға ашырыр өсөн бер теләк кенә аҙ икән.
- Салауатта тыуып-үҫтем. Биҙәкләү эштәрендә аҡса өсөн ҡатнашмайым, ә тыуған ҡаламдың йөҙөн матурлауға үҙ өлөшөмдө индергем килә. Әммә булған техник мәсьәләләрҙе хәл иткәнсе көндәр боҙолоп китһә, эштәрҙе апрель айына тиклем ҡалдырып торорға тура килер, тип хафаланабыҙ. Тағы шуныһы борсоуға һала - эштәрҙе башлап ҡына торабыҙ, ә вандализм менән күҙгә-күҙ осрашып та өлгөрҙөк. Ни өсөн салауаттар кешенең тырышлығына төкөрөп ҡарай? - ти Вера Шарыгина.
Асыҡланыуынса, рәссам китапхана стенаһына ҡара буяу менән һүрәттең һыҙымын эшләгәс, баҫҡыс мәсьәләһен хәл итергә китә. Әйләнеп килеүенә, 11-12 йәштәрҙәге үҫмер бөтә матурлыҡты боҙоп йөрөгән. Ни өсөн шулай эшләйһең, тигән һорауға яуап ала алмаған, үҫмер тиҙ генә ҡаса һалған.
Талант эйәләренә ижади уңыш теләргә генә ҡала. Яңыртылған китапхана йөҙөн быйыл көҙөн үк күрергә яҙһын ине лә бит.
Читайте нас: