Унда талантлы рәссамдар - колледж уҡытыусылары Светлана Әмирханова менән Лена Пастухованың 25 картинаһы тәҡдим ителгәйне. Күргәҙмәне ойоштороусы, рәссам, дизайнер һәм скульптор Илнур Ильясов әйтеүенсә, мөһим сараға йылға яҡын әҙерләнгәндәр.
Музыка колледжы директоры Лилиә Алапаева пандемия ваҡытында уҡытыусыларға еңелгә тура килмәүен билдәләне.
- Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һәр уҡытыусы үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Улар балаларға бар һөйөүен бирә. Педагогтарҙың ижади һәләтен асыу өсөн мөмкинлектәр булыуы ҡыуаныслы. Барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәремде еткерәм - тине ул.
Эстрада бүлеге уҡытыусыһы Светлана Әмирханова һүрәт төшөрөү менән бер йыл элек мауығып киткән.
- Тәүҙә пейзаждар яҙҙым - тәбиғәтте һүрәтләнем, һуңғараҡ хайуандарҙы, хатта үрмәкселәр һәм йыландарҙы төшөрөү оҡшап китте. Портреттарҙы яҙын, пандемия сәбәпле, буш ваҡыт пәйҙә булғас яҙа башланым. Тәүҙә ҡурҡындырҙы, сөнки портреттар яҙыу иң ҡатмарлы жанрҙарҙың береһе булып һанала. Барыһы ла шыма барҙы тип әйтә алмайым. Яйлап эштәремдә таныш һыҙаттар күренә башланы. Картиналарым күп, 10-ауһын Хабаровскиға ебәрҙем, күбеһен дуҫтарыма бүләк иттем. Әлбиттә, йортомдоң стеналарын да биҙәй улар, - ти рәссам.
Фортепиано бүлеге уҡытыусыһы Лена Пастухова иһә был эш менән 1,5 йыл элек шөғөлләнә башлаған. Үҙе әйтеүенсә, быға тиклем ҡулына бер ҙә ҡәләм һәм ҡылҡәләм алғаны булмаған. Былтыр февралдә колледжда картиналарын элеп йөрөүсе рәссамдар менән осраша һәм уларҙан дәрес алырға ҡарар итә. Хәҙер инде ун картинаһы бар.
- Беренсе эшем Винсент Ван Гогтың “Яҙын балыҡта” картинаһының ирекле күсереү булды. Тәүге тото-ноуҙан килеп сыҡты - ай буйына яҙҙым, еренә еткереп эшләнем. Картинаны төшөрөп бөткәс кенә эш һөҙөмтәһе күренә, элек мин быны белмә-гәнмен, шуға йыш ҡына ташлағы килгән мәлдәр ҙә булды. Картиналар яҙыу менән яңы шөғөлләнә башлау-сыларға шуны әйтер инем - эш бары-шында көймәһендәр, композицияның формаһы иң һуңында ғына барлыҡҡа килә. Ғүмер буйына асышҡа ынтылып йәшәгеҙ, күңелегеҙгә яҡын шөғөлдө эҙләгеҙ. Мин, мәҫәлән, картиналар яҙыуҙан тыш, инглиз телен өйрәнәм, бассейнға йөрөйөм, машинала елдерергә яратам. Һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы нәмәгә тотонам һәм бер нимәнән дө ҡурҡмайым.