Донъя шулай ҡоролған – эшләп йөрөгән һәр кеше байтаҡ ваҡытын хеҙмәт урынында уҙғара. Шуға ла тиҫтә йылдар арнаған ғүмер мөмкин тиклем файҙалы, матур үтһен тиһәң, күңелегеҙгә ятышлы һөнәр һайлау мөһим. Был яҡтан Мәҙинә Йомағол ҡыҙы үҙен бәхетле кеше тип әйтә ала, сөнки тәү ҡарашҡа бөтөнләй ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хас булмаған һөнәр һайлаһа ла, ул хеҙмәт дәүерендә тап күңеленә ятышлы һөнәр буйынса эшләүенә ҡат-ҡат инана. Шуға ла ул, үҙе әйтмешләй, һыуҙағы балыҡ кеүек йөҙөп хеҙмәт итә. Яратҡан хеҙмәтенә әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, 35 йыл ғүмерен бағышлай.
Бала саҡтан тырыш, тәүәккәл булған ҡыҙ Өфө нефть-техник универси-тетының торба үткәргес транспорт факультетында инженер-механик һөнәрен алып сыға. 1985 йылда, юғары уҡыу йортон тамамлау менән Марат Абдулхай улы менән туйҙар яһап, ғаилә лә ҡороп ебәрәләр. Йәш ғаилә ата-әсәһенә яҡын булһын тип Салауат ҡалаһына килеп төпләнә. Мәҙинә Йомағол ҡыҙы уҡып йөрөгәндә практика үткән ҡаланы газ менән тәьмин итеүсе ойошманың авария-диспетчер бүлегендә диспетчер булып хеҙмәт юлын башлай. Ә уның тормош иптәше янғын һүндереү часына водитель булып урынлаша.
- Мин эшкә килгәндә горгазды аҡыллы, был өлкәнең ысын һөнәрмәне булған директор Фәнис Нуруллин етәкләй ине. Ғөмүмән, бик һәйбәт коллективҡа эләктем. Янымда һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер коллегаларым, кәңәшсе, яуаплы, тырыш хеҙмәткәрҙәр булды. Эшемде, коллективымды тәү көндәрҙән үк яраттым, шуға күрә хеҙмәт урыным минең икенсе өйөмә әйләнде, - тип һөйләй Мәҙинә Вәлишина.
Ике тиҫтә йыл эшләгәндән һуң, 1998 йылда тәжрибәле һөнәрмәнде ошо уҡ ойошмала хеҙмәт һағы буйынса белгес итеп күсерәләр. Мәҙинә Йомағол ҡыҙы предприятиеның 11 бүлексәһендәге хеҙмәт һағы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, бар эште рәткә һалыуға, ойоштороуға өлгәшә. Был хеҙмәтте ул 22 йыл үҙ иңендә алып бара.
- Беҙҙең ойошмаға эшкә килгән һәр кеше хеҙмәт һағы ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үтеү өсөн иң тәүҙә минең менән осраша, артабан инде эшләгән кешеләрҙән хеҙмәт һағы буйынса даими имтихандар алыу, уҡыуҙар үткәреү, һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү, эш шарттарының, талаптарының үтәлешен тикшереү һәм башҡа бихисап бурыстар иңемдә ятты. Һәр ваҡыт кешеләр, хеҙмәткәрҙәр һәм етәкселек менән эшләргә тура килде. Һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табып, берҙәм, татыу эшләнек. Күп кенә бергә хеҙмәт юлын үткән коллегаларым менән әле лә ҡатышып, аралашып йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, Вален-тина Русакова, Светлана Арыҫланова, Рәмил Ишмөхәмәтов, Юнир Рысаев, Илдус Аҫылбаевтар менән ҡайҙа осрашып, ҡайҙа интернет аша хәл-әхүәлдәрҙе белешеп торабыҙ, - ти Мәҙинә апай.
Тормош иптәше Марат Абдулхай улы менән 35 йыл ғүмер эсендә шатлыҡтарын да, ауырлыҡтарын да бергә, иңде-иңгә терәп үткәрәләр. Ике улдарын бөтә күңел йылыһын биреп тәрбиәләп оло тормош юлына баҫтыралар.
- Бәхеттең иң юғары бер нөктәһе - ул ейәндәрҙе күреүҙер. Уларға булған һөйөүҙе бер нисек тә әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Ошо бәләкәстәр менән аралашыу тик ыңғай хис-тойғолар бүләк итә, көс-дәрт өҫтәй. Бар буш ваҡытыбыҙҙы уларға бағышларға тырышабыҙ, - ти хеҙмәт ветераны.
Мәҙинә Вәлишина Мәләүез районының Йомаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тәүге бала булып тыуған. Атаһы Йомағол Сәйфетдинов урмансы була, әсәһе Мәхиә Ғәлихужа ҡыҙы ауыл клубын етәкләй. Өсәр гектар сөгөлдөр утау, бесән, утын әҙерләү, еләк-емеш, бәшмәк, ҡомалаҡ, гөлйөмеш, балан йыйыу һәм башҡа бик күп эштәрҙе башҡарырға тура килһә лә, ҡыҙ йәш ваҡытында мәктәп тормошонда ла, клубтағы үҙешмәкәр коллективта актив ҡатнашып йөрөргә өлгөрә. Шуға күрә лә бәхетле бала саҡ йылдарын һағынып тыуған яҡтарына, иҫән-һау әсәһе янына ҡайтырға, Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәте ҡосағында ял итергә ярата Мәҙинә апай ғаиләһе менән.
- Үҙебеҙҙең тәбиғәтте ожмах менән сағыштырырлыҡ бит. Быйыл үҙаллы изоля-цияға киткәс, яҙын алма-муйылдарҙың сәскә атыуын, ҡош-ҡорттарҙың килеп донъя ҡора башлауын балаларса күҙәтеп, тирә-яҡтағы донъяма ҡарашым үҙгәргәндәй булды. Тормош дауам итә һәм уның һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, - ти Мәҙинә Вәлишина.
Әйткәндәй, Мәҙинә Йомағол ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Марат Абдулхай улы әле лә хеҙмәт юлын дауам итәләр. Ғаилә башлығы тиҙ ярҙам хеҙмәтендә водитель, ә гүзәл ханым уҡытыу үҙәгендә хеҙмәт һағы буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлаша.