Күп кенә ойошмалар 1 октябрь - Ололар көнө уңайынан үҙҙәренең хеҙмәт ветерандарын йыйып, һый-хөрмәт күрһәтә, матди яҡтан дәртләндереп тә ебәрә. Әммә ҡала пенсионерҙары ара-һында бындай иғтибарҙан ситтә ҡалыусылар ҙа бар, сөнки уларҙың йәшлек йылдарында эшләгән ойошмалары, предприятиелары юҡ инде хәҙер. Нисек кенә булмаһын ҡала уларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Бына «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә лә Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан мәҙәниәт, сауҙа, аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһенең элекке хеҙмәткәрҙәрен бергә йыйып, уларға хөрмәт күрһәтеү сараһы матур йолаға әүерелгән. Ошо кисәнең ҡунаҡтары - ғүмере буйына халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе, төрлө өлкәләрҙә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе замандаштар бит. Өлкәндәр, әлбиттә, шундай иғтибар булыуына тулҡынланды һәм ҡыуанды. Улар үҙҙәренең хеҙмәтен, йәш саҡтарындағы тормоштарын иҫкә алып, һөйләшеп, ихлас аралашты.
«Родина» кинотеатрының гөрләтеп эшләгән йылдарын оло быуын вәкилдәре яҡшы хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ябылып ҡуя. Әммә унда эшләгән гүзәл ханымдар әле лә үҙ-ара бәйләнеште өҙмәй. Улар был байрамға ла бергәләшеп йыйылып килгәйне.
- Мин «Родина» кинотеатрында 1971 йылдан алып 1997 йылға, бинаны йәштәр эштәре буйынса комитетҡа тапшырғанға тиклем администратор булып эшләнем. Һуңынан да «Йәштәш» йәштәр үҙәгендә хеҙмәтемде дауам иттем. Бына бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем менән беҙҙе онотмай, ошолай хөрмәт итеүҙәренә бик шатбыҙ. Минең фекеремсә, ололарға ихтирам күрһәтеү бөтәһенән дә ҡиммәтлерәк. Мин үҙем дә йәшерәк саҡта олораҡ быуын вәкилдәре менән эшләргә ярата инем, сөнки улар күпкә яуаплыраҡ, хеҙмәт бурыстарын намыҫлыраҡ үтәй торғайны. Беҙ хәҙер бергә эшләмәһәк тә, шылтыратышып хәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ, беҙҙең өсөн иғтибар мөһим, - ти Нина Дублистова.
- Бөгөн һеҙгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел, һеҙ шундай дәртлеһегеҙ, сағыуһығыҙ. Һеҙ тормош һөйөүсәнлегегеҙ, аҡыллы, тәжрибәле, изгелекле булыуығыҙ менән йәштәргә үрнәк булып тораһығыҙ. Һеҙҙең оло йөрәгегеҙ балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә, яҡындары-ғыҙға ҡарата ҙур һөйөү менән тулы, шуға күрә ҡалабыҙҙың бер йәме булып иҫәнлектә-һаулыҡта оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ әле, - тип өлкәндәрҙе ҡотлап үтте ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова.
Был кисәлә шулай уҡ «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге директоры Суфия Етеханованы хаҡлы ялға оҙаттылар. Уға изге теләктәрен еткерергә тип ҡаланың барлыҡ мәҙәни учреждениелары етәкселәре килеп еткәйне. Уларҙың һәр береһе Суфия Биктимер ҡыҙының иң яҡшы шәхси һәм эшлекле сифаттарын, уның һәр ваҡытта изгелекле, әүҙем, күптәр өсөн остаз, кәңәшсе, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын һанап үтте һәм үҙҙәренең оло ихтирамын еткерҙе. Әлфиә Ринат ҡыҙы «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, уларҙың һәр саҡ Суфия Етеханова етәкселегендә юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп үтте. Ҡаланың Почетлы гражданы, Халыҡтар дуҫлығы орденынын йөрөтөүсе һәм башҡа ҡаҙаныштар ҙа Суфия Биктимер ҡыҙының тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте емештәре булып тора.