Йылдар алыҫлашҡан һайын, Салауат тураһындағы яҡты иҫтәлек халыҡ хәтеренән юйылмай, киреһенсә, уның хаҡында йышыраҡ һөйләйҙәр, яҙалар. Батыр исеме менән баш ҡалалағы проспект, Салауат районы, күп кенә ойошма-предприятиеларҙың, ҡала-райондарҙың урамдары аталған. Республиканың хоккей командаһы ла, гүзәл ҡалабыҙ ҙа милли герой исемен йөрөтә. Исемлекте сикһеҙ дауам итергә була.
С.Юлаев бульвары ул көндө ысын тантана майҙанын хәтерләтә ине. Ҡурай моңо ағыла, ҡумыҙ, думбыра тауыштары яңғырай. Уларға ҡушылып башҡарылған моңло йырҙар ишетелә.
Сарала ҡала хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, ҡала баш-ҡорттары ҡоролтайы баш-ҡарма комитеты, “Аҡбуҙат”, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошма-лары, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре, балалар, уҡыусы-лар ҡатнашты, хатта күрше Ишембай ҡалаһынан да ҡунаҡтар бар ине.