газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Сентябрь 2020, 11:16

Мәҙәниәткә сиктәр юҡ

Беҙҙең тырыш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар ергә лә өлгөрә. Тормош ығы-зығыһын, мәшәҡәттәрен еңеп, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға, сараларға барырға ла ваҡыт таба улар.

Күптән түгел “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә эшләп килгән “Дуҫлыҡ” ансамбле, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары Өфө ҡалаһында уҙғарылған Милли кейем парадында ҡатнашты. Ансамблдең ветерандары Венера Искәндәрова, Миңнур Хәкимова, Фәниә Йосопова, Хәнә Мырҙағолова һәм дә тағы 12 ағзаһы унда Салауат ҡалаһының данын күтәреп ҡайтты.
- Парадта ҡатнашыу өсөн күп көс һалған һәм яңы костюмдар тектерткән етәкселәребеҙ Суфия Ете-хановаға, Гүзәлиә Зариповаға ҙур рәхмәтлебеҙ. Бик яҡшы тәьҫораттар алдыҡ, - ти улар.
“Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары Фариса Хәкимова, Ғәлиә Сәлихова, ут күршеләребеҙ - Юлдаш ауылы ағинәйҙәре Таңһылыу Мәзитова, Баныу Аҡсурина, Лира Ғафаровалар ҙа был саранан ситтә ҡалманы. “Дуҫлыҡ” ансамбленә ҡушылып, үҙ ҡулдары менән теккән милли костюмдарын кейеп, ҡашмау, түшелдеректәрен тағып, милли кейем байрамында ҡатнашып ҡайтты.
- Сара бик оҡшаны, киләсәктә лә ундай байрам-дарҙа ҡатнашырға тырышасаҡбыҙ. Берҙәмлектә, татыу йәшәүгә ни етә. Таҡмаҡ әйтеп, йырлап, шаярып-көлөшөп, бик күңелле йөрөп ҡайттыҡ, - ти оҫта бейеүсе, шәп йырсы, йор һүҙле Рәйсә Иҙрисова.
Сая ла, батыр ҙа, матур ҙа беҙҙең ханымдар. Ә яңы тектерелгән зауыҡлы елән-күлдәктәр ҡалай килешеп тора үҙҙәренә!
Читайте нас: