газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Сентябрь 2020, 15:36

Милләттәрҙе берләштереүсе байрам

Башҡортостанда 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. 11 сентябрҙә беҙҙең республикала билдәләнеүсе Милли кейем көнө тағы ла бер тапҡыр үҙ халҡыбыҙҙың тарихына, йолаларына, мәҙәниәтенә байҡау яһарға, йәштәргә мәҙәниәт - халыҡтың ҡаҙанашы һәм ҙур байлығы тигән төшөнсәне еткерергә мөмкинлек бирә. Салауаттың мәҙәниәт һәм ял паркында ошо көнгә арнап уҙғарылған байрам ҡалабыҙҙың төрлө милләт вәкидәрен бер майҙансыҡҡа йыйҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов милли костюм - ул ябай кейем генә түгел, ә ҙур тарихты сағылдыра, уны йолаларҙы кеүек үк һаҡларға кәрәк, тип билдәләне.
- Милли кейем көнө йәш байрам булыуға ҡарамаҫтан, уның тарихи мираҫы бай. Һәр халыҡ, милләт быуаттар буйына үҙ йолаларын, үҙенсәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлаған. Үҙенсәлектәрҙең береһе - ул милли кейем. Бөгөнгө Милли кейем байрамы беҙҙең барыбыҙға ла тағы бер тапҡыр үҙебеҙҙең традицияларға мөрәжәғәт итеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Әлеге сарала йәштәр ҙә күп, тимәк был байрам уларҙың күңеленә лә һеңеп ҡаласаҡ, тимәк беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ, - тине Игорь Геннадьевич.
Шулай уҡ байрам менән ҡотлап Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров, Башҡортостан рустары соборы рәйесе урын-баҫары Валентина Бохарина, татарҙарҙың урындағы милли автономияһы советы рәйесе Әсғәт Ҡорманаев, сыуаш мәҙәниәте берләшмәһенең төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Виктор Иванов, казак мәҙәниәтен тергеҙеү һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү буйынса округ казактары берләшмәһе атаманы ярҙамсыһы Галина Клокова сығыш яһаны. Һуңынан төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең сағыу кейемдәрендә «Дуҫлыҡ хороводы» тип аталған йыр-бейеү флешмобында ҡатнашты. Сараға килеүселәр төрлө милләттәрҙең, ойош-маларҙың күргәҙмәләре менән танышты. Унда милли кейемдәр, биҙәнеү әйберҙәре, милли орнаменттар ҡулланып эшләнгән әйберҙәр, милли кейемдәрҙәрге ҡурсаҡтар, ҡул эштәре, милли аш-һыу ҡуйылғайны. Шулай уҡ «Мил-ли кейем» һәм «Сәскәләр батшабикәһе» дефилеһы уҙҙы. Байрамды үҙешмәкәр коллек-тивтарының концерты биҙәне.
- Был байрамдың барлыҡҡа килеүенә мин бик ҡәнәғәт. Апрелдә уны, коронавирус арҡаһында, бик күп кеше йыйып үткәреп булманы. Хәҙер кеше ошондай байрамдарҙы һағынды. Байрам беҙҙең осраштырҙы, бергә йыйҙы, үҙебеҙҙең телдә һөйләшеп, үҙебеҙҙең йырҙа-рыбыҙҙы йырлап, милли йолаларыбыҙҙы, милли кейем-дәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, үҙебеҙҙең ашамлыҡтарҙы ашап, рәхәтләнеп аралашып байрам итәбеҙ. Был сараға үҙебеҙҙең башҡорт милли ойошмалары: Салауат баш-ҡорттары ҡоролтайы, «Аҡбу-ҙат», «Ағинәйҙәр», ата-әсәләр комитеты ағзалары актив ҡушылды. Улар араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә бар. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусы рустар, татарҙар, сыуаштарҙың сығыштарын, күргәҙмәләрен ҡараныҡ. Йылдан-йыл был байрамды сифатлыраҡ, сағыуыраҡ үткәрергә тип фекер алыштыҡ. Миңә ҡалһа, сара бик матур, күңелле бара, - тип үҙ хис-тойғолары менән бүлешә Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров.
Рәшиҙә Буранғолова, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошма-һы рәйесе:
- Был байрамдың ойошто-роласағын ишеткәс тә ныҡлап әҙерләнә башланыҡ. Сараның маҡсаты бик әһәмиәтле, сөнки Башҡортостанда йәшәгән 164 милләттең үҙ кейеме бар һәм ул - милләт тарихының бер сағылышы. Беҙ был байрамда ҡатнашыу өсөн беренсенән, костюмдарҙы барлап сыҡтыҡ, икенсенән, милли аш-һыуҙы әҙерләүгә иғтибар иттек, шулай уҡ концерт номеры ла әҙерләнек. Башҡорт милләте барлыҡ башҡа халыҡтар рәтендә лайыҡлы урын тота тигәнде күрһәтергә тырыштыҡ, - ти ағинәй.
Читайте нас: