газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Сентябрь 2020, 11:21

Милли кейем - милли төҫ

Милли кейем милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын күрһәткән дәлил дә ул. Һуңғы ваҡытта был темаға ярайһы ғына иғтибар бүленә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, йылына ике тапҡыр - апрелдең - өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө уҙғарыла. Маҡсаты - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен үҫтереү, милләттәр дуҫлығын һаҡлау.


Һәр халыҡтың үҙ тарихы, милли традициялары, кейеме бар. Салауатта башҡорт милләтен үҫтереү, уның рухи хазинаһын тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү маҡсатын ҡуйған “Селтәр” түңәрәге уңышлы эшләй.
Читайте нас: