газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Август 2020, 10:58

Гастролдәргә - яңы автобуста

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы уҙған аҙна ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Уларға Берҙәм Рәсәй партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә яңы автобус ҡайтарылды.

Был театр өсөн, ысын мәғәнәһендә, оло шатлыҡ. Сөнки артистар республика буйлап ҡына түгел, ә унан ситтә лә бик күп гастролдәргә йөрөй.
- Ысынлап та, был автобустың ҡайтыуын бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көттөк. Ул 17 урынға иҫәпләнгән. Был бәхеткә «Кесе Ватан мәҙәниәте» арҡаһында ирешелде. Проектта 2017 йылдан бирле ҡатнашабыҙ. Уның ярҙамында өҫтәмә финансланабыҙ. Уҙған өс йыл эсендә матди-техник база нығытылды: заманса тауыш һәм ут ҡорамалы, яңы шаршау һатып алдыҡ. Тегеү машинаһы ла яңыртылды. Ул костюмдар һәм декорациялар әҙерләүгә ҡорамалдар тегеү өсөн бик кәрәкле. Килеп тыуған эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, онлайн-күрһәтеү өсөн видео-трансляция ҡорамалын булдырыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Алынған бөтә ҡорамалдар яңы спектаклдәр ҡуйыу өсөн бик мөһим, - тип һөйләй театр директоры Илдар Маннапов.
«Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса театрҙа биш спектакль ҡуйылған: «Глумов», «Йәннәт һулышы», «Көтөлмәгән ҡунаҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Уларҙың барыһы ла республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә ҡатнашып, тамашасыларҙың һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын ала. Проектта ҡатнашыу Мәскәү, Ҡазан, Өфө ҡалаларынан билдәле режиссер менән эшләү мөмкинлеген бирә. Әле театр коллективы ошо уҡ проект буйынса «Ғүмерҙең бер мәле» исемле спектакль өҫтөндә эшләй. Артистарыбыҙ тамашасыларҙы киләсәктә лә яңынан-яңы спектаклдәре менән шатландырып торһон ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: