Проекттың асылы шунда, ҡул оҫталары үҙ эштәре менән ағастарҙы биҙәй. ойоштороусыларҙың һүҙҙәре буйынса, Картиналар галереяһы ҡаршыһындағы ағастар көҙөн үк күҙҙең яуын алып ултырасаҡ.
- Әйҙәгеҙ, бергәләп матур ҡалабыҙҙы тағы ла йәмлерәк итәйек. Әгәр һеҙҙең эшегеҙ проекттың бер өлөшө булыуын теләһәгеҙ, 10-20 см диаметрындағы түңәрәк сағыу салфетка бәйләп, 1 ноябргә тиклем Картиналар галереяһына килтерергә кәрәк. Адресы: Салауат ҡалаһы, Беренсе май урамы, 3. Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 35-55-10 телефоны аша белешергә мөмкин, - тип мөрәжәғәт итә ҡала халҡына «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының сәнғәт фәне бүлеге мөдире Татьяна Пирковская.
Ҡул эштәре оҫталары осрашыуҙар үткәреп тә өлгөргән инде.
- Бергәләп йыйылышып алдыҡ. Хатта Беренсе май урамын-дағы бер ағасты биҙәп тә ҡараныҡ. Маҡсатыбыҙ - ағастарҙы матур, сағыу «күлдәктәр» кейҙереп, ҡалабыҙҙы йәмләү. Тиҫтә-ләгән ағасҡа матур йөҙ бирергә иҫәп тотабыҙ. Үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ, был матурлыҡты булдырыуға күпме селтәрле салфеткалар китер, күпме оҫта ҡатнашыр икән? Был изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала, - ти проектта ҡатнашыусы Вера Шаригина.