газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Июль 2020, 12:36

“Йөрәк майым” - тамашасыһыҙ

Уҙған аҙна Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ғәҙәти булмаған шарттарҙа “Йөрәк майым” спектакле күрһәтелде. Ул ябыҡ форматта, башҡасараҡ әйткәндә, тамашасыһыҙ уҙҙы. Залда бары театр хеҙмәткәрҙәре, һанаулы ғына ҡунаҡтар булды. Барыһына ла, аңлағанһығыҙҙыр инде, коронавирус ғәйепле.

Әммә театр коллективы был ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын табып, яңы спектакль өҫтөндә эшләргә баҙнат итте. Улар тажик яҙыусыһы Барзу Абдразаҡовтың «Һаумы, әсәй!» пьесаһы буйынса спектакль әҙерләне. Репетициялар онлайн уҙҙы. Спектаклде йәш ҡаҙаҡ режиссеры Айдын Салбанов ҡуйҙы. Уның өсөн дә был көтөлмәгәнерәк хәл булған.
- Был хәл бөтә театр донъяһында беренсегә. Аңлашыла, бындай алымды ҡулланырға килеп тыуған хәлдәр мәжбүр итте. Онлайн эшләү оҡшаны. Әммә күңел төбөндә барыбер: «Минең былай эшләгем килмәй» тигән фекер ваҡыты менән уянып алды. Ни өсөн тигәндә, актерҙар менән режиссер араһындағы төп бәйләнеш юғала. Шулай ҙа беҙ тырыштыҡ, нимәлер килтереп сығара алдыҡ. Һуңғы һүҙҙе барыбер тамашасы әйтәсәк. Ал-ял белмәй эшләгәндәре өсөн ғаилә парҙары Рәмзиә менән Рафаэлға рәхмәт. Сөнки репетициялар 2,5 ай көнөн дә, төнөн дә барҙы. Ни өсөн тап ошо спектакль һайланды? Йылдар үткән һайын тормошта иң ҡәҙерле, яҡын кеше әсәй икәнлеген нығыраҡ төшөнәһең. Була шундай саҡтар, хатта уның хәлдәрен белешергә лә онотабыҙ, йә иһә ул шылтыратҡанда трубканы алмайбыҙ, яуап бирмәйбеҙ. Ҡайһы саҡта юҡ-бар сәбәптәр арҡаһында ыҙғыш сығарабыҙ.Шуны аңларға: әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Бала өсөн бары тик улар ғына йән ата. Пандемия осоронда эшләүе ауыр булды, әммә кешелек булғанда, театр донъяһының мәңге йәшәренә ышанам. Театр - мәңгелек. Коронавирус үтеп китеп, донъя матурлыҡтарына бергәләп шатланырбыҙ, тип өмөт итәм, - тине Айдын Салбанов.
Төп ролдәрҙе, режиссер үрҙә әйтеп үткәнсә, театрҙың ғаилә парҙары Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар уйнаны. Был йәһәттән уларҙың да фекерҙәрен белешергә булдыҡ.
Рафаэль Ғәйнуллин:
- Спектаклдең нигеҙендә тормошсан ваҡиғалар ята. Ундай нәмәләр менән үҙебеҙ ҙә көн дә тиерлек осрашабыҙ. Яҡындарыбыҙға тейешенсә иғтибар бүлмәйбеҙ, һөйләшергә ваҡыт тапмайбыҙ, эш, вазифа тип сабабыҙ. Ролемде яҡын ҡабул иттем. Уйнауы ла еңел булды.
Рәмзиә Ғәйнуллина:
- Спектаклдән сыҡҡас, кешеләр үҙҙәренең ата-әсәләренә шылтыратһалар, беҙҙең өсөн ҙур еңеү булыр, тип уйлайым. Ролемде рәхәтләнеп уйнаным. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, әсәйҙәрҙең сифаттарын бергә туплап, йөкмәткеле генә образ булдырыуға өлгәштек. Тәү сиратта, үҙемдең әсәйем дәртләндерҙе, көс бирҙе. Онлайн эшләүе артыҡ ауыр булманы, режиссер менән уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Оло йәштәге әсә ролен күпме уйнаһаң да, туйҙырмаҫ, ялҡытмаҫ кеүек тойола. Шулай ҙа, күңелдә бер төйөн тороп ҡалды - зал тулы тамашасы алдында уйнауы күпкә яҡшыраҡ икән. Донъяларҙың именлегенә ышанып, тамашасы менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.
Сарала шулай уҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова ла ҡатнашты.
- Спектаклдә иң көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Интернет, смартфондар беҙҙе тотош виртуаль тормошта йәшәргә мәжбүр итә. Бында ла шулай – әсә менән бала телефон аша ғына һөйләшә. Әсә улын көтә, уға “йөрәк майым” тип кенә өндәшә. Ә улы уның менән теләр-теләмәҫ кенә аралаша һәм күңелен йыуатыр өсөн һирәк-һаяҡ бүләктәр ебәреп тора. Бында күптәр үҙҙәрен танығандыр, моғайын. Актерҙарҙың уйыны ышаныдырырлыҡ булды. Дөрөҫ, спектаклдә барған хәл-ваҡиғаларҙы тыныс ҡына күҙәтеп булмай. Әммә мин быны бөтәһенә лә ҡарарға тәҡдим итер инем. Бәлки, кемдәрҙер сафланып, хатаһын аңлап, үҙ асылына ҡайтыр. Матур тамаша өсөн режиссерға, актерҙарға, театрға ҙур рәхмәт, - тине Әлфиә Ринат ҡыҙы.
Читайте нас: