Розалия Нурғәлиева - Федоровка ҡыҙы. Күп балалы ғаиләлә етенсе төпсөк булып тыуа ул. Бала саҡта тик уҡытыусы ғына булырға хыяллана.
- Өйҙә бер үҙем ҡалғанда гел уҡытыусы булып уйнай торғайным. Дәфтәргә план яҙып, шифоньерҙың ишеген аҡбур менән һыҙғыслап ағартып бөтә инем. Бының өсөн оло ағайҙарымдан гел әрләндем. Әммә мәктәпте тамамлағандан һуң, ниңәлер уҡытыусы булыу теләге һүнде лә ҡуйҙы. Ни өсөн шулай килеп сыҡанын үҙем дә аңламаным, - ти Розалия Мансур ҡыҙы.
- Рәшиҙә еңгәм берәй техникумға биреп ҡарайыҡ документтарыңды, тигәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлландыҡ. Технология техни-кумына бухгалтер белгеслегенә тапшырҙыҡ. Уҡыу йортон яҡшы тамамланым. Әҙерәк ял итеп алайым әле тип ауылға ҡайтһам, еҙнәм шылтырата, “Ленинский путь” (әлеге “Выбор” гәзите. ред.) гәзитендә иғлан бар, Салауат башҡорт дәүләт драма театрына бухгалтер кәрәк икән, кил, әйҙә, ти. Ул ваҡытта театр Космонавтар бульварындағы торлаҡ йорттоң тәүге ҡатында һәм подвалында урынлашҡайны. Киттем шунда.Бөтәһе лә отпускыла ине, секретарь ғына ултыра. Шунан үҙенең спорт велосипедында театр директоры Марс Шәрип улы килеп етте. Ҡабул итәбеҙ, тигәс, ризалаштым да ҡуйҙым. Башҡа ерҙән эш эҙләп торманым. Шулай итеп, 1990-сы йылдың 1 авгусыннан театрҙа бухгалтер булып хеҙмәт юлымды башланым һәм әлеге көнгәсә ошондамын, театрыма тоғро ҡалдым, - тип хәтирәләр ебен һүтеүен дауам итә Розалия Нурғәлиева.
Эшләгәненә бер йыл да үтмәй була, йыллыҡ отчет алдынан, баш бухгалтер эштән китә. Шунда Розалия Мансур ҡыҙына Мәҙәниәт министрлығына тәүге тапҡыр отчет эшләп ебәрергә тура килә. Театр директоры ҡыҙға баш бухгалтер вазифаһын тәҡдим итһә лә, тәжрибәм юҡ бит әле, тип баш тарта. Ун йыл самаһы уҙғандан һуң, Розалия Мансур ҡыҙы барыбер был яуаплы вазифаға тәғәйенләнә. Белемгә ынтылыуы, заман менән бергә атларға тырышыуы, финанс өлкәһендәге бөтә яңылыҡтарҙы белергә теләүе уны Өфө дәүләт сервис институтына алып килә. Ул уны ситтән тороп тамамлай.
- Бухгалтерҙы һандар донъяһы уратып алған. Хатта улар йәшәйешебеҙ менән идара итә тиергә лә була. Һандар донъяһы ялҡытҡыс түгел, ә киреһенсә, мауыҡтырғыс, тип әйтер инем. Шул уҡ ваҡытта ла яуаплы ла. Бер генә һанда яңылышлыҡ ебәреү ҙә ҙур проблемалар тыуҙырыуы ихтимал. Шуға бик иғтибарлы булырға кәрәк. Эшемде бик яратам. Елена Афанасьевна, Надежда Николаевна кеүек тәжрибәле бухгалтерҙар остаздарым булды, улар күп нәмәгә өйрәтте, эшемдең нескәлектәренә төшөндөрҙө. Заманында ағас счеттар менән төнө буйы ултырыр инек. Хәҙер иһә, һанлы технологиялар алға киткән ваҡытта, яңы программаларҙы үҙләштерергә, заман менән бергә атларға тура килә. Театр коллективы бик һәйбәт, бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Һүҙ йөрөтөү, йәберләү, түбәнһетеү кеүек төшөнсәләр ят беҙҙең коллективҡа, - ти тәжрибәле бухгалтер.
Розалия Мансур ҡыҙы аҡса менән үҙе идара итһә лә, ул бер ваҡытта ла үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртмай, ҡапыл килеп төшкән ревизияларҙан да ҡурҡмай, сөнки үҙенең ғәҙел эшләгәнен белә.
Быны бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре лә раҫлай.
Рөстәм Рамазанов, театрҙың ижади коллекти-вына идара итеүсеһе:
- Розалия Мансур ҡыҙы менән 20 йылдан ашыу бергә эшләйбеҙ. Ул үҙ эшенә шул тиклем яуаплы ҡарай, талапсан. Һәр бер һанды ентекле тикшерә. Ябай бухгалтерҙан баш бухгалтерға тиклем үрләне. Фестивалдәр үткәргәндә, спектаклдәр ҡуйғанда, гастролдәргә сыҡҡанда ла бергә кәңәшләшәбеҙ. Унһыҙ бер нисек тә булмай, сөнки финанс яғынан бар һорауҙар - уға. Театр тормошона битараф булмағаны өсөн дә баш бухгалтерыбыҙ актерҙар араһында ихтирам яулай. Ниндәй генә етди тикшеренеүҙәр булмаһын, театрыбыҙҙы һәр ваҡытта ла тик яҡшы яҡтан ғына баһаланылар. Уға алдағы көндәрендә лә беҙҙең менән бергә булып, театрыбыҙға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.
Альбина Заһитова, театр-ҙың бухгалтер-иҡтисадсыһы:
- Розалия менән 1999-сы йылда ситтән тороп институтта уҡығанда таныштыҡ. Ул мине Салауат театрына эшкә саҡырҙы. Үҙ бүлегенә тәжрибәһе булмаған кешене алыуҙан да ҡурҡманы. Мин уны ысын мәғәнәһендә остазым тип иҫәпләйем, бар яҡлап та ярҙам итте, кәңәштәрен бирҙе, төшөнөп бөтмәгән нәмәләрҙе аңлатты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыма ентекле яуап бирҙе. Уның етәкселеге аҫтында бына инде 20 йыл эшләйем. Розалия Мансур ҡыҙының оло тәжрибәһе алдыбыҙға Мәҙәниәт министрлығы ҡуйған дәүләт йөкләмәләрен лайыҡлы башҡарып сығырға ярҙам итә. Уның хеҙмәтен министрлыҡ та баһаламай ҡалманы. Ул - коллективында ихтирам ҡаҙанған үҙ эшенең оҫтаһы.
Розалия Нурғәлиева эше менән генә түгел, ғаиләһе менән дә бәхетле. Салауатта буласаҡ тормош иптәше Әнис Дәриғәт улы менән танышып, ғаилә ҡоралар. Улдары Фәдискә ғүмер бүләк итәләр. Әле ул кәләше Регина менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Розалия Нурғәлиева йортонда сәскәләр үҫтерергә ярата. Әле лә йорттары гөл-сәскәгә күмелеп, балҡып ултыра.