- Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Беҙ уның һәйкәленә сәскәләр һалып, уны иҫкә алып, ололап, ҙурлап китәйек тип йыйылдыҡ. Йәмәғәтселәр, Салауат батырҙың ҡаһарманлығына битараф булмағандар йыл да ошо ергә йыйылабыҙ, шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап матур ғына сара ойоштора торғайныҡ. Быйыл коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү өсөн күмәк йыйылыу тыйыла, шуға күрә теләгән кешеләрҙең барыһы ла килә алмай. Шуныһы һис шикһеҙ, батырыбыҙ рухы һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана һәм уның даны илдә бер ваҡытта ла тынмаҫ, - тине «Аҡбуҙат» ойошмаһының рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев.
Шулай уҡ ул Салауат Юлаевтың «Егеткә» тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Тантаналы митинг-ка йыйылыусылар батырҙың рухына доға ҡылды. Шулай уҡ йәмәғәтселәр батыр һәйкәле тирәһен төҙөкләндереү, ойошманың артабанғы эш пландары хаҡында ла һөйләшеп алды.