- «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә беҙҙең Салауат музыка колледжы дөйөм суммаһы 12 млн 903 мең 200 һумлыҡ 3 партия музыка ҡоралдары алырға тейеш. Тәүгеһен беҙ бына яңы алдыҡ, ул - «Михаил Глинка» маркалы 3 фортепиано һәм уларҙың һәр береһе 650 мең һум тора. Шулай уҡ беҙ «Бехштейн» рояленең килеүен һәм өсөнсө партия менән баян, хор станоктары, синтезаторҙың килтерелеүен көтәбеҙ, - тип шатлығы менән бүлешә Салауат музыка колледжы директоры Лилиә Алапаева.
Лилиә Камил ҡыҙы фортепиано килтерелеп, ул көйләнелгәндән һуң, музыка ҡоралында үҙе уйнап ҡараны һәм уның сифатлы тауышын, уйнау өсөн уңайлы булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, был музыка ҡоралдары бөтә студенттарға теоретик предметтарҙы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнә.
«Михаил Глинка» маркалы фортепиа-но юғары класлы инструмент булып иҫәпләнә. Уның проекты W.Hoffmann маркалы инструменттар етештереү менән күп йылдар шөғөлләнгән Чехияның C.BechsteinEurope фабри-каһында әҙерләнгән. «Михаил Глинка» фортепианоһының башҡа төрлө Ватан маркаларынан айырмаһы шунда, уны етештереү нигеҙендә материалдарҙы һайлап алыу һәм эшкәртеүҙәге, йыйыуҙаға һәм интонировкалағы Европа ысулдары ҡулланыла. Быларҙың барыһы ла заманса моделдәрҙән өҫтөнөрәк булыуға мөмкинлек бирә.