газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2020, 11:49

Осрашырбыҙ әле тағы бер

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 87-се миҙгелен япты. Ғәҙәти түгел, ә онлайн рәүештә. Быға бөтә ер йөҙөндә ҡоторған коронавирус пандемияһы сәбәпсе булды.

Театрыбыҙ артистары ҡатмарлы мәлдә лә хәлдән сығыу юлын уйлап тапҡан. Улар тамашасылары өсөн бик матур онлайн концерт ойошторҙо. Өйҙә ултырып та артистарҙың моңло йырҙарын тыңлай, дәртле бейеүҙәрен күрә алдыҡ.
Миҙгел ябылыу менән ҡотларға ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова ла килгәйне.
- Бөгөн моңһоу йырҙар ишеттек, күңелдәрҙе нин-дәйҙер һағыш баҫты. Был, моғайын, артистарҙың театр эшен, тормошон һағыныуы тураһында һөйләйҙер. Беҙгә лә һеҙҙең асыҡ йөҙөгөҙ, киң күңелегеҙ етмәй, бик һағындыҡ үҙегеҙҙе. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр. Яңы 88-се миҙгелде зал тулы тамашасылар менән имен-аман ҡаршы алырыбыҙға ышанабыҙ, - тине Әлфиә Ринат ҡыҙы.
1,5 сәғәттән ашыу барған концертты онлайн-тамашасылар рәхәтләнеп ҡараны. Улар ҙа йыр-моңға һыуһаған. Сара аҙағында театрҙың ижади коллективы етәксеһе Рөстәм Фазылов үткән миҙгелгә йомғаҡ яһаны.
- Миҙгел емешле генә булды, тип әйтергә мөмкин. Театр республиканың барлыҡ район-ҡалаларына тиерлек, сит өлкәләргә лә гастролдәр менән сыҡты. Режиссерҙар, артистар тамашасыларҙың зауығына тап килерҙәй яңынан-яңы премьералар тәҡдим итте. Барлығы өс спектакль: “Иҙеүкәй” тарихи драмаһы, “Класташтар” спектакле донъя күрҙе һәм кескәй тамашасыларға “Диңгеҙ.Хазина.Утрау” әкиәттәре ҡуйылды.
Бынан тыш, мәҙәниәт усағыбыҙ «Театр - инвалид балаларға», «Театр төнө», “Бәхет өләшәм” изге социаль проекттарын дауам итте. «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһы ла юғары һөҙөмтә күрһәтте. Улар Мостай Кәримдең “Өс таған” спектакле менән республика фестивалендә Гран-при яуланы.
Театрыбыҙ республикала ғына түгел, илебеҙҙең сәхнәләрендә лә юғары кимәлдә сығыш яһай. Мәҫәлән Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Бер, ике, өс...» спектакле «Туғанлыҡ» төрки телле һәм “Һөнәр” халыҡ-ара театрҙар фестивалдәрендә ҡатнашты. Быйыл йәй артистарыбыҙ ошо уҡ спектакль менән Татарстанда һәм Мәскәүҙә үтәсәк фестивалдәргә юлланасаҡ. Шулай уҡ ижади коллектив «Алтын битлек» премияһының лонг-листына ингән А.Островскийҙың «Глумов» әҫәре менән Ҡазанда үткән «Науруз» театр фестивалендә ҡатнашып оло баһа алды. Әлеге көнгә тиклем ҡаҙаҡ режиссеры Айдын Салбанов менән “Һаумы, әсәй” спектакле буйынса онлайн репетициялар барҙы. Уның премьераһы яңы миҙгелдә буласаҡ.
Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, театрыбыҙ һәр ваҡыт юғары кимәлдә булырға тырыша, тамашасы менән аралашыуҙың яңы юлдарын эҙләйбеҙ. 88-се театр миҙгеле Салауат театры өсөн тағы ла ижади уңыштар алып килер, тип ышанабыҙ. Һеҙҙе һағынып яңы миҙгелдә көтөп ҡалабыҙ, - тине Рөстәм Рамаҙан улы.
Шулай уҡ, йола буйынса, „Иң яҡшы йыл актеры“ билдәләнде. Быйыл был исемгә талантлы артист Мирас Йомағужин лайыҡ булды. Тантанала үҙе булмаһа ла, ул хеҙмәттәштәренең ҡотлауын онлайын ҡабул итте.
Читайте нас: