Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2020, 14:08

Ижады - таяныр ҡанаты

Флүрә Хәзиеваның исеме гәзит уҡыусылары-быҙға оҫта итеп шиғырҙар, мәҡәләләр яҙыусы, йәмәғәт ойошмаларының актив ағзаһы, уларҙың ижад йүнәлешендәге эшмәкәрлеген йәйелдереүсе, таратыусы булараҡ яҡшы таныш. Шулай уҡ ихласлыҡ, мәрхәмәтлек һәм тырышлыҡ өлгөһө лә ул.

Флүрә Әсфәндиәр ҡыҙы 1945 йылдың 1 майында Ишембай районының Кинйәкәй ауылында тыуған. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ шиғырҙар яҙырға ярата, уларҙы район гәзитендә лә баҫтырып сығаралар. Бала саҡтан уҡ төрлө-төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәрҙе килеш-тереп бәйән итеүе, ҙур-ҙур күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләргә яратыуы Флүрә апайҙы сәхнәгә алып килә. Тик оҙаҡ та үтмәй, яҙмыш уны сәнғәт юлынан айыра. Нефть химияһы комбинатына аппаратсы булып эшкә урынлашып, хаҡлы ялға сыҡҡансы, 36 йыл тырышып, хеҙмәтенә һүҙ тейҙерһегеҙ итеп эшләй. Әммә ул бер ваҡытта ла бөтә йөрәге менән яратҡан шөғөлөнән, сәнғәттән баш тартмай. Буш ваҡыттарында үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөп, нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ сығыш яһай, үҙе яҙған һәм ятлаған шиғырҙарын һөйләп кеше күңелен яулай. Әле лә һикһәненсе йәшкә артылғанда ла бер нисә йыр-моң, ижад коллективтарында дәртле генә ҡатнашып йөрөй. «Сатҡылар» әҙәби берек-мәһендә, «Хаят» һәм «Дуҫлыҡ» төркөмдәрендә шөғөлләнеп, төрлө сара-ларҙан сығыш яһауҙан, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуҙан күңеленә илһам алып йәшәй Флүрә Хәзиева.
Тормош иптәше Йәдкәр Арыҫлан улы менән улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Һөйгәне менән улын юғалтһа ла, бөгөн ҡыҙының ғаиләһе, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре уға терәк-таяныс, йыуаныс булып тора. Туғандарының, дуҫтарының да күп булыуы, улар менән татыу, бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәүе лә күңелен үҫтерә.
Флүрә апайҙың ижа-дына килгәндә, ул яҙған шиғырҙар шул тиклем тормошсан һәм ябай, әйтерһең дә, күптәрҙең күңелендә ятҡанын шиғри юлдарға теҙгән дә һалған.
Аҡ халатлы фәрештәләргә
Саф йөрәктән ҙур рәхмәттәр
Әйтәмен һеҙгә, дуҫтар.
Тырышып дауаланығыҙ,
Еңеләйҙе бил, баштар.
Аяғыбыҙы саҡ һөйрәп,
Баштарҙы услап тотоп,
Һеҙҙең ҡулға килеп керҙек,
Һауығыу өмөт итеп.
Өмөтөбеҙ буш булманы,
Һеҙҙең йылы ҡараштан
Яйлап ҡайта иҫәнлектәр
Тәнгә беҙҙең яңынан.
Рәхмәт һеҙгә, фәрештәләр.
Аҡ халатлы табиптар.
Үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ
Итһен ине Хоҙай насиптар.
Туй көнө
Көнгә баҡҡан көнбағыштай
Ике күҙем гел һеҙҙә.
Бөгөнгөләй шат йылмайыу
Һаҡланһын йөҙөгөҙҙә.
Һәр әсә бала үҫтерә
Тыуған көнөнән башлап.
Бәхет, тәүфиҡ теләй-теләй,
Ҙур өмөттәрҙе бағлап.
Ҡыҙым, кейәү – балаларым,
Һеҙгә әйтер һүҙем шул:
Ололар фатихаһынан
Башлана тормошоҡа юл.
Сабырлыҡ менән һаҡлағыҙ
Атай-әсәй хәтерен.
Туғандарҙы онотмағыҙ,
Белегеҙ һеҙ ҡәҙерен.
Һеҙҙең нурлы йөҙөгөҙҙә,
Сер тулы күҙегеҙҙә,
Сафлығығыҙ, паклығығыҙ,
Зиһен һәм аҡылығыҙҙа
Һыйған әсә күҙ нуры.
Һеҙгә булған өмөттәре,
Хәстәрҙәре, хәсрәттәре
Балаһының туй көнөндә
Ҙур һынау ул бер юлы.
Кәңәшебеҙҙән сыҡмағыҙ,
Ҡыйыу, ғорур булығыҙ.
Тормош тигән борма-борма
Юлығыҙҙан уңығыҙ.
Ололарға ихтирамлы,
Кеселәргә иғтибарлы
Булығыҙ һеҙ, балалар.
Шул сағында һеҙҙең өсөн
Тыныс йоҡлар әсәләр.
Читайте нас: