Ҡуйыусыһы - йәш ҡаҙаҡ режиссеры Айдын Салбанов. Ул - Көнсығыш - Ҡаҙағстан өлкә Йәштәр театры режиссеры, художество етәксеһе. Башҡорт театр йәмәғәте өсөн ҡаҙаҡ егете сит түгел. 2017 йылда ул Өфөлә Александр Вампиловтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған режиссер лабораторияһы еңеүсеһе була. 2018 йылда Салауат театрында Илгиз Зәйниевтың «Люстра» пьессаһы буйынса спектакль ҡуйҙы. Әле тағы Салауат тамашасыһы өсөн өр-яңы әҫәр әҙерләй, режиссер артистар менән инстаграмдың тура эфирында онлайн-репетициялар уҙғара.
Үҙенсәлекле форматта эшләүе нисек икәнлеген белешер өсөн Ҡаҙағстан егете менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
- Онлайн-репетициялар яңы башланды, әлегә барыһы ла яҡшы, шыма бара. Пьесаның үҙе лә үҙенсәлекле режимда эшләргә мөмкинлек бирә. Ни өсөн тигәндә, унда ни бары ике герой һәм ролдәрҙе театрҙың йәш пары Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар уйнай. Бер яҡтан, был ҡыҙыҡ та һымаҡ. Икенсе яҡтан, актерҙар менән күҙгә-күҙ ҡарашып эшләмәгәс, бер аҙ хәүефле лә. Шөкөр, ҡытыршылыҡтар юҡ. Был хәл бөтә театр донъяһында беренсегә. Аңлашыла, бындай алымды ҡулланырға килеп тыуған хәлдәр мәжбүр итә. Әммә теләгем шул, бындай формат традицияға әйләнеп китмәһен. Сөнки театр - ул тере аралашыу мөхите. Спектаклдең уңышлы килеп сығырына ышанам, - тине ул.
Режиссер әйтеүенсә, Ҡаҙағстан да әлеге ваҡытта карантинда. Ныҡ күңелһеҙләнеп киткән мәлдәр ҙә була, эшләге, ижад итке килә, ти ул.
Ә артистарға онлайн репетициялар нисек икән?
- Карантин башланғас та ауылға ҡайтып киткәйнек. Тәүҙәрәк күңелһеҙләнеп бер булдыҡ. Төрлө видеолар төшөрөп, үҙемде эшһеҙлектән алдаштырҙым. Барыбер ниҙер етмәгән төҫлө күренде, театрҙа эшләге, сәхнәлә уйнағы килә. Шунан ошо пьеса иҫкә төштө. 2018 йылда Айдын Салбанов «Люстра» спектаклен ҡуйҙы. Параллель рәүештә, кистәрен ҡалып, үҙ аллы «Һаумы, әсәй!» спектакленең эскизын эшләнек. Уны Айдын ҡайтып китер алдынан театр етәкселегенә тапшырҙыҡ, оҡшаттылар. Эшләрбеҙ, репертуарға индерербеҙ, тинеләр. Шунан репертуар тығыҙ була, ваҡыт етмәй башланы. Карантин ваҡытында пьесаны яңынан уҡып сыҡтым да, буш ятҡансы, ниңә уны эшләмәҫкә тип уйланым. Өҫтәүенә, эскизы әҙер. Айдын менән бәйләнешкә сығып һөйләштек, быға бик шатланды. Идеяны етәкселек тә ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Рафаэль да ҡаршы килмәне. Ул да эшһеҙ ятырға яратмай, ижади эш менән шөғөлләнгеһе килә. Уҡыуы менән дә мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, иде-ямды хупланы, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Тәүҙә әҫәрҙе онлайн уҡыныҡ, шунан беренсе сәхнәне эшләп сығарҙыҡ, яйлап шулай сәхнә буйлап барабыҙ. Ул беҙгә йөкләмәләр бирә, ә беҙ уны башҡарып уға киренән ебәрәбеҙ. Был әҫәр әсәй менән бала араһындағы мөнәсәбәт, бер-береһенә ҡарата булған эскерһеҙ һөйөүе тураһында, - ти әсә ролен башҡарыусы Рәмзиә.
Карантиндар бөтөп, премьераны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә яҙһын инде. Юғиһә, ялҡытты бит ошондай тормош рәүеше.