Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель 2020, 23:30

Бөтмәҫ илһам биргән башҡорт ҡыҙы

18 йыл ғүмерен Салауат музыка колледжында эшләүгә бағышлаған, һандуғастай моңло тауышлы Шәмсиә Нагаева ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Әлеге көндә ул Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Юбилейы уңайынан, беҙ ҙә уның менән бәйләнешкә сығып, әңгәмәләштек.

Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы 1940-сы йылда Ишембай районында тыуа. Бәхетле бала сағы булмай ҙа тиерлек, сөнки бер йәше тулыуға илдә ҡәһәрле һуғыш башлана.
- Бөтә ауырлыҡ әсәйемә төштө. Ике ҡулымды ат итеп, ике аяғымды ҡамсы итеп эшләргә, тырышырға тура килде, тип әйткән һүҙҙәре әлегеләй хәтеремдә. Ағайым менән икебеҙҙе тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һалды, - тип үткәндәргә байҡау яһай юбиляр.
Шәмсиә апайға моңло тауыш әсәһенән күскәндер. Сөнки ул да күңеленә тынғы бирмәгән уй-кисерештәрен, бар һағышын башҡорт халыҡ йырҙарына һалған. «Таштуғай», «Буранбай» кеүек халыҡ йырҙарын, халыҡ яратып йырлаған «Ашҡаҙар»ҙы ул әсәһенең башҡарыуында ишетеп, күңеленә һеңдереп үҫә.
- 7-се класты тамамлағас, көндө төнгә ялғап эшләгән әсәйемдең тормошон еңеләй-тергә теләп, Ишембай ойоҡ фабрикаһына сменалы эшкә керҙем. Төнгөлөккә ҡалған ваҡыттарҙа яратып та, йоҡо килмәһен өсөн дә йырҙарҙы яңғыратып ҡуя инем. Шул ваҡыттарҙа уҡ үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөнөм. Смотр-конкурстар ҙа йыш уҙғарыла ине. Шундай сараларҙа миңә гел: «Шәмсиә, һиңә уҡырға кәрәк» тип әйтерҙәр ине. Шулай, отпускымдың береһендә Үзбәкстандағы әсәйемдең апаһы янына ҡунаҡҡа барҙым. Улай ғына булмай сыҡты шул. Бохара ҡалаһындағы музыка училищеһына уҡырға саҡыр-ған иғланды күреп ҡалдым да, үҙемде һынамаҡсы иттем. Комиссия ағзалары тауышымды оҡшатты ахырыһы - ҡабул иттеләр. Шулай итеп мин ҡунаҡҡа барған ерҙән студент булып киттем, - ти Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы.
Сит ерҙәрҙә йәшәһә лә, күңеле менән ҡыҙ тыуған яғына тартыла. Уҡыуын тамамлағас, мәрхәмәтле кешеләр уға Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына хат яҙырға ярҙам итә һәм, ғәжәпкә күрә, уны шунда уҡ филармонияға саҡырып яуап хаты килә. Башҡорт филармонияһында йырсы, Өфө музыка- педагогия училищеһында уҡытыусы, Ишембай мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе һәм һуңғараҡ уның директоры, Ишембай Балалар музыка мәктәбе директоры, Себерҙәге Мегион ҡалаһында мәҙәниәт йорто директоры - ниндәй генә вазифала булмаһын, һәр эште күңелен һалып башҡара ул. Ишембай балалар сәнғәт мәктәбен булдырыу өсөн күп көс һала. Юҡ, тигән һайын түрәләрҙең юлын тапап, барыбер мораҙына ирешә. Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын да уңышлы тамамлай. 1990-сы йылда Салауат музыка училищеһына эшкә саҡыралар, вокалдан дәрестәр бирә, башҡорт фольклор бүлеге мөдире була. Училищела эшләгән йылдарында ла үҙен грамоталы, эшһөйәр талапсан педагог итеп күрһәтә, талантлы уҡыусылар әҙерләй. Дәрестәр үткәргәндә иң һөҙөмтәле уҡытыу юлдарын һәм ысул-дарын эҙләй. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләк-ләнгән. Маҡтау грамота-ларының, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ.
Шәмсиә Нагаева ғаилә-һенән дә уңған. Тормош иптәше Рәшит Вилдан улы менән бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисереп, ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Лилиә Мәскәүҙә, кеселәре Роза Америкала Майами ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләле дүрт йыл элек вафат булған. Шәмсиә апай тыуған яғынан ситтә лә теленән, моңонан айырылмаған, Мәскәүҙәге башҡорт ойошмалары үткәр-гән сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
- Аллаға шөкөр, Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәрем, яҡташтарым менән аралашып торам. Улар үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Зәйнәп Биише-ваның иҫтәлегенә арналған кисәләрҙә уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы баш-ҡарҙым. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сараны Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы” шиғыры менән асып ебәрҙем. Рәсәй Яҙыусылар союзы бинаһында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған сарала ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Ул байрамға Башҡортостандан бик күп яҙыусы-шағирҙар килгәйне. Унда шул осорҙа халыҡ тарафынан ижад ителгән “Байыҡ”, “Ерән ҡашҡа” йырҙарын башҡарҙым. Ха-лыҡтың тарихы - йырҙа, ә йыр ул – тере тарих. Аллаға шөкөр, Мәскәү башҡорттары ижадымды ярата, ихтирам итә. Башҡортостан да онотмай, республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығынан Рәхмәт хаты алып шатландым. Тыуған яғымды һағынам, йыш ҡайтам. Унда туғандарым, дуҫтарым күп. Йырҙарымды, ижадымды яратҡан, мине иҫләгән тамашасыларымды һағынам һәм уларға рәхмәтлемен. Әле лә Башҡортостан радиоһы йырҙарымды тапшырып тора. Тимәк, халҡым мине онотмай, - тип һүҙен тамамланы Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы.
Шәмсиә апай менән аралашҡанда аралар йыраҡ-лығы ла һиҙелмәне. Әйтерһең, күптән белгән таныштарбыҙ. Уның тормошто яратыуы, ихласлығы, ябайлығы, әүҙем позицияһы һоҡландырҙы. Киләсәктә лә моңло йырҙары менән халҡын һөйөндөрөп йәшәргә насип булһын.

Читайте нас: