газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2020, 10:42

«Класташтар» юғары баһа алды

Күптән түгел Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Дана Сидеростың әҫәре буйынса «Класташтар» тип аталған премьера булып уҙҙы. Уны сәхнәгә Өфө режиссеры Илшат Мөхөтдинов сығарҙы.

Төп аудитория, башлыса, студенттар, уҡыусылар. Ни өсөн тигәндә, спектаклдә һүҙ тап үҫмерҙәр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында бара. Хатта сәхнә лә, ысын мәғәнә-һендә, класҡа әйләнгән, ә артистар - уҡытыусы, уҡыусы-лар. Залда шундай тынлыҡ, ҡарап торам, үҫмерҙәр ауыр уйға батҡан. Кемдәлер сәлә-мәтлек мөмкинлеге сикләнгән баланы йәлләү тойғоһо уянды, бәғзеләрендә инвалидты ҡыйырһытыусыларға ҡара-та нәфрәт барлыҡҡа килде. Ә спектакль һуңында клас-таштарҙың дуҫлашыуын күреп, йәш тамашасылар-ҙың күҙҙәрендә яҡтылыҡ, киләсәккә өмөт һәм ышаныс сатҡылары күренде. Премьера уңышлы булды. Быны театр тәнҡитсеһе, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Айһылыу Сәғитова ла раҫланы.
- Бөгөн үҫмерҙәр, улар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында бик аҙ яҙалар. Күпселек театрҙар ҙа был темаға тотоноп бармай. Ә Салауат театры ошондай көнүҙәк теманы күтәреп бик шәп эшләгән, шундай еңел, яҡты, актуаль спектакль ҡуйҙы. Янымда ултырған уҡыусыларҙың һөйләшеүенә шаһит булдым. Улар ҡайһы бер өҙөктәрҙә үҙҙәрен таныны, дөрөҫ эшләнемме икән тип уйланып та ҡуйҙы. Спектаклдең төп уңышы шунда - ул хәҙерге ябай булмаған йәштәрҙең йөрә-генә үтеп инә алды, - тине Айһылыу Сынтимер ҡыҙы.
Читайте нас: